8 окт. 2012 г.

Өс ай түләмәһәң, утһыҙ ҡалаһың

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2011 йылдың 6 майында донъя күргән “Күп ҡатлы йорттарҙағы биналарҙы һәм торлаҡ йорттарҙың милекселәренә һәм ҡулланыусыларына коммуналь хеҙмәт күрһәтеү ҡағиҙәләре тураһында”ғы 354-се ҡарары 2012 йылдың 1 сентябрендә үҙ көсөнә инде. Уға ярашлы, ҡулланылған электр энергияһына өс ай түләмәгән осраҡта “Башҡортостан энергия һатыу компанияһы” ЯСЙ-һы («ЭСКБ» ЯСЙ-һы) уның менән тәьмин итеүҙе туҡтатырға хоҡуҡлы. Быға тиклем алты ай бурысы булғандарға электр уты биреү сикләнә ине.

Был документ Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2006 йылдың 23 майында донъя күргән 307-се ҡарарына алмашҡа килде. Яңы ҡағиҙәләрҙә яҡтарҙың хоҡуҡтары һәм бурыстары асыҡ билдәләнә. Әгәр ҙә быға тиклем коммуналь хужалыҡ менән файҙаланыусылар тип күп ҡатлы фатирҙарҙа йәшәүселәр генә билдәләнһә, яңы ҡағиҙәләр буйынса иһә коммуналь хеҙмәт менән файҙаланған шәхси йорт хужалары ла был категорияға индерелә.
Яңы ҡағиҙәләр электр энергияһын ҡулланыу тәртибенә ҙур  үҙгәрештәр индерә. Әгәр ҙә элек граждандарҙың ҡулланған энергия күләме күрһәткесе бирелмәһә ул нулгә тиңләштерелә ине, 1 сентябрҙән тәүге өс ай һөҙөмтәһе буйынса уртаса күрһәткес иҫәпләнә һәм артабан норматив буйынса сығарыла.
Һәр айҙың 26-һынан да ҡалмай, 23-нән 25-нә тиклем, ҡулланыусы “ЭСКБ” ЯСЙ-һына электр иҫәпләгесендәге күрһәткесте биреп барырға тейеш. Был осраҡта электр энергияһын файҙаланыу, файҙаланмау мөһим түгел. Фатирҙағы бөтә электр приборҙары һүнгән осраҡта ла, ҡулланыусы уның тураһында мәғлүмәтте һуңлатмай бирергә тейеш. Күрһәткестең уҙған айҙағы менән бер иш булыуы ла ихтимал. Кире осраҡта, өҫтә әйтелгән ысул менән түләү суммаһы иҫәпләп сығарыла.
Дөйөм йорт ихтыяжына ҡулланылған электр энергияһы өсөн дә яңы ҡағиҙәлә үҙгәрештәр индерелгән.
“ЭСКБ” ЯСЙ-һы һәм территориаль селтәр ойошмалары вәкилдәре граждандарҙың электр энергияһын файҙаланыу приборы торошон һәм ҡулланыусы тарафынан ундағы күрһәткестәрҙең дөрөҫ күрһәтелеү-күрһәтелмәүен өс айға бер тапҡыр тикшерергә хоҡуҡлы. Элек ул алты айға бер тапҡыр ҡарала ине.
Бурыстар буйынса аңлашылмаусанлыҡ килеп тыумаһын өсөн ҡулланыусы банктар йәки “Рәсәй почтаһы” ФДУП-ы аша иҫәпләшкән ваҡытта иҫәп-извещениела күрһәтелгән телефон (3-13-23) буйынса иҫәпләгес приборындағы күрһәткестәрҙе хәбәр итергә бурыслы. 1 октябрҙән уларҙы иҫәп-извещениела күрһәтелгән электрон адрес буйынса ебәрә йәки “ЭСКБ» ЯСЙ-һына килеп әйтә ала.

Ш. Шәнгәрәев,
“Башҡортостан энергия һатыу компанияһы” ЯСЙ-һының Баймаҡ участкаһы начальнигы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.