31 окт. 2012 г.

Иғтибар! Конкурс!

Приздар һаны арта
Бушлай ҡырсынташ йәки һоло кемгә кәрәк?


“Һаҡмар”ға яҙыл һәм бүләк от!” акция-конкурсы дауам итә. Редакциябыҙ почтаһына квитанциялар ҙа “яуа” ғына. Ә приздар фонды, әйтеп үтелгәнсә, көндән-көн тулылана бара. Баймаҡ ДРСУ-һы (етәксеһе Д.Ғ. Арсланов) акцияға ихлас ҡушылып, гәзит уҡыусыларыбыҙ өсөн хәтәр шәп бүләк әҙерләне – 5 тонна ҡырсынташ (щебень) вәғәҙә итте. Ә бына “Алғаҙы” ЯСЙ-һы директоры С.Ғ. Урманов иһә бүләккә 5 центнер һоло әҙерләгән. Әйткәндәй, Сәғитулла Ғиззәт улы үҙ хужалығында эшләгән 15 кешенең барыһына ла “Һаҡмар” гәзитен яҙҙыртҡан. Афарин!

Билдәле булыуынса, акция 5 этапта ойошторола һәм уның тәүгеһе 2 ноябрҙә үткәрелә. Тәүге отошҡа түбәндәге приздар ҡуйыла:10 ҡаҙ бәпкәһе (спонсоры Г.З. Байрамғолова), сәй сервизы (1-се Этҡол ауыл биләмәһе), бер батман бал (В.В. Әминев), Һаҡмар гәзитенә киләһе йылда бер тапҡыр бушлай ҡотлау йәки иғлан биреү хоҡуғы.
 
Артабан квитанциялар 16, 30 ноябрҙә, 14, 28 декабрҙә уйнатыласаҡ.
Киләһе ярты йылға “Һаҡмар”ға яҙылып,  квитанцияларҙы редакцияға ебәрегеҙ һәм шәп приздар отоғоҙ. Алдағы һандарҙа тағы ла еллерәк приздар тураһында хәбәр итербеҙ.
 
“Һаҡмар” гәзите редакцияһы коллективы. 

Яңылыҡтар

Морапталовтар – беренсе!

Гәзитебеҙҙең алдағы һанында хәбәр итеүебеҙсә, 26 октябрҙә Автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған “Автоғаилә” конкурсында көньяҡ-көнсығыш райондары араһында Баймаҡ АТП-һы намыҫын яҡлаған Морапталовтар беренсе урынды алып, Өфө ҡалаһында уҙған республика ярышында ҡатнашыу хоҡуғын яулағайны. Был һынауҙы ла улар уңышлы үтеп, Баймаҡҡа еңеү менән ҡайтты.

Нисек ял итәбеҙ?

4 ноябрь – Халыҡтар берҙәмлеге көнө. Байрамдың ял көнөнә тура килеүе сәбәпле, ул байрамдан һуңғы эш көнөнә күсерелә. Шулай итеп, 4 ноябрь дүшәмбегә, йәғни 5 ноябргә  күсә.
Үрҙә әйтелгәндәрҙе иҫәпкә алып, Башҡортостан Республикаһында биш көнлөк эш көнө булған осраҡта 2012 йылдың 3, 4 һәм 5 ноябре – ял көндәре булып иҫәпләнә.

“45 йәштән ололарға”

Ниғәмәт ауылында яңы мәҙәниәт йорто асылыу менән төрлө кисәләр йыш ойошторола башланы. Уҙған аҙнала (инде икенсе тапҡыр) “45 йәштән ололарға” исемле 80-се йылдар дискотекаһы үткәрелгән. Бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта, тигәндәй, бындай сараларҙа ҡатнашырға теләүселәр бик күп булған.

Ижад кисәһе үтә

Бөгөн Ярат ауылы мәҙәниәт йортонда Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, мәҙәниәт йорто директоры Әхмәтова Разифа Зәкәриә ҡыҙының ижад кисәһе үтә. Үҙе йырҙар ижад иткән, бейергә яратҡан, һыҙҙырып гармунда уйнаған Разифа Әхмәтова ауылдың гармунсылар ансамбле, төрлө түңәрәктәр етәксеһе лә.
Лилиә ТАКАЕВА.

Фермерҙар грант алды

Сертификат алыусылар.
Ошо көндәрҙә БР Ауыл хужалығы министрлығында “Эш башлаусы фермер” һәм “Ғаилә һөтсөлөк малсылыҡ фермалары” программалары буйынса гранттар алыуға сертификаттар тапшырыу тантанаһы булды.
 Беҙҙең райондан яңы эш башлаусы фермерҙар: Түбәнге Таһирҙан Р.Н. Әлибаев, Темәстән С.Х. Ғәзизов, Икенсе Этҡолдан Ш.Х. Хисаметдинов, Таулыҡайҙан И.Д. Күсәрбаев, Беренсе Этҡолдан Ю.А. Азаматов, Ғүмәр ауылынан А.С. Йәрмөхәмәтов  грант алыу бәхетенә иреште. Ә ”Ғаилә һөтсөлөк фермалары” программаһы буйынса Яраттан КФХ етәксеһе А.Ш. Мырҙаҡаев дәүләт ярҙамы алды. Сертификаттарҙы БР ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары А.С. Йыһаншин тапшырҙы. 

Азамат Мөхәмәтшин.

Иғтибар: “Тура бәйләнеш!”

Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген нисек башларға?
Үҙ эшеңде нисек үҫтерергә?
Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәргә ниндәй дәүләт ярҙамы ҡаралған?
Бөгөн бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү буйынса ниндәй дәүләт программалары эшләй?
Үҙ эшеңде үҫтереү өсөн нисек субсидия алырға?

 
Ошо һәм башҡа һорауҙарығыҙҙы 3 ноябрҙә иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем муниципаль район хакимиәтенең мәғлүмәт һәм аналитика бүлеге ойошторған сираттағы “Тура бәйләнеш”тә бирә алаһығыҙ:

Асылова Гөлшат Мөхтәр ҡыҙы, муниципаль район хакимиәтенең сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ буйынса сектор мөдире, тел. 3-17-46;
 
Байрамғолов Рафаэль Салауат улы, “Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры, тел. 2-17-15.

Хеҙмәт ярышында еңеүселәр

Ауыл хужалығы производствоһында ҙур уңыштарға өлгәшкәне, агросәнәғәт комплексын үҫтереүгә тос өлөш индергәне һәм Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы БР Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы һәм аҡсалата премия менән бүләкләнделәр:
  • Әхмәтшина Вәлимә Далха ҡыҙы – “Йылайыр” ЯСЙ-һының баш иҡтисадсыһы,
  • Баййегетов Марсель Әхмәтдин улы – МТС-тың Баймаҡ филиалы менеджеры,
  • Зайцев Василий Трофимович – “Богачевка” ЯСЙ-һы механизаторы,
  • Осипов Сергей Александрович – “Рассвет” АХК-һы механизаторы,
  • Исхаҡов Ишморат Фәтих улы – Баймаҡ ауыл хужалығы техникумының производство белеме биреү мастеры,
  • Ишкинин Морат Хәбибрахман улы – Ленин исемендәге АХК-ның профком рәйесе,
  • Кайниев Мөнир Ғәйнетдин улы – ауыл хужалығы бүлеге начальнигы,
  • Урманов Сәғитулла Ғиззәт улы – “Алғаҙы” ЯСЙ-һы директоры,
  • Хамматова Гөлниса Әхмәт ҡыҙы – ауыл хужалығы бүлегенең баш бухгалтеры,
  • Хәсәнов Шаһбал Муллағәле улы – “Таналыҡ” АХК-һы механизаторы.
Ауыл хужалығы производствоһы өлкәһендәге намыҫлы хеҙмәте һәм йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡандары өсөн БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Рәхмәт хатына һәм аҡсалата премияға лайыҡ булдылар:
  • Нәҙербаев Рафиҡ Рәфҡәт улы – Мерәҫ ауыл Советы депутаты, МТС-тың Баймаҡ филиалы инженеры,
  • Уразбаев Нияз Рәжәп улы – Таулыҡай ауыл Советы депутаты, “Уразбаев” ШП-һы етәксеһе,
  • Юнысбаев Вәкил Шәфҡәт улы – Бикеш ауыл Советы депутаты, “Баймаҡ” ҒПБ-һының техник-осеменаторы.
Агросәнәғәт комплексы системаһында оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәндәре өсөн һәм Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы муниципаль район хакимиәтенең Почет грамотаһы һәм аҡсалата премия менән бүләкләнделәр:
  • Әлибәков Самат Азамат улы – Баймаҡ ауыл хужалығы техникумы уҡытыусыһы,
  • Ғәлимйәнов Наил Раил улы – район-ҡала ветеринария станцияһы начальнигы,
  • Передельская Валентина Петровна – “Рассвет” АХК-һы бухгалтеры,
  • Үҙәнбаев Марсель Фәрит улы – “Байҡара” агрофирмаһы директоры,
  • Демышева Ольга Федоровна – Баймаҡ икмәк заводының производство начальнигы.
Район хакимиәте башлығының Рәхмәт хаты һәм аҡсалата премия түбәндәгеләргә тапшырылды:
  • Әхмәтйәнов Урал Әбүбәкир улы – Ленин исемендәге АХК-ның баш агрономы,
  • Божеховский Петр Максимович – “Толпар” ЯСЙ-һының баш агрономы,
  • Буранбаев Хәбир Әхәт улы – “Баймаҡ” ҒПБ-һының баш инженеры,
  • Дәрминева Әнисә Сафа ҡыҙы – Ленин исемендәге АХК-ның баш бухгалтеры,
  • Иҫәнбаев Фәнил Кәбир улы – “Уңыш” АХК-һының баш агрономы,
  • Лукьянов Юрий Андреевич – МТС-тың эксплуатациялау буйынса инженеры,
  • Мичунов Михаил Иванович – БНИИСХ-ның Баймаҡ подразделениеһы директоры,
  • Мусин Әнүәр Харис улы – “Октябрь” АХК-һы бригадиры,
  • Никитин Петр Николаевич – “Рассвет” АХК-һының келәт мөдире,
  • Байғотлина Лилиә Нух ҡыҙы – ауыл хужалығы бүлегенең баш иҡтисадсыһы,
  • Сәйфуллина Альбина Ришат ҡыҙы – “Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәгенең әйҙәүсе зоотехнигы,
  • Хисмәтуллин Динар Рәфҡәт улы – Рәсәй ауыл хужалығы банкының Баймаҡтағы өҫтәмә офисы идарасыһы урынбаҫары.
Хеҙмәт ярышы шарттары буйынса “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” маҡтаулы таҫмаһына һәм аҡсалата премияға түбәндәге хеҙмәтсәндәр лайыҡ булды:
  • Әхмәтов Вәлит Хәлит улы – “Йылайыр” ЯСЙ-һы,
  • Баймөхәмәтов Марсель Минғәле улы – БНИИСХ-ның Баймаҡ подразделениеһы,
  • Балхин Закир Ғаҡиф улы – Ленин исемендәге,
  • Ғәббәсов Ислам Хәсән улы – МТС-тың Йылайыр бүлексәһе,
  • Дерябин Владимир Николаевич – “Аҡморон” АХК-һы,
  • Иҫәндәүләтов Мирғәле Закир улы – “Мырҙаҡаев” КФХ-һы,
  • Ишмырҙин Сәлим Гәрәй улы – “Байҡара” агрофирмаһы,
  • Ҡасҡынов Азат Хәйҙәр улы – “Алғаҙы” ЯСЙ-һы,
  • Күсеев Айрат Нуретдин улы – Салауат исемендәге АХК,
  • Лотфуллин Мансур Миҙәхәт улы – “Уңыш” АХК-һы,
  • Маликов Азат Абдулла улы – “Новатор-Баймаҡ”,
  • Половой Юрий Васильевич – “Йылайыр” ЯСЙ-һы,
  • Рассадников Михаил Александрович – “Рассвет” АХК-һы,
  • Салихов Рәмил Фазулла улы – “Аҡморон” АХК-һы,
  • Тарасов Юрий Иванович – “Богачевка” ЯСЙ-һы,
  • Уразбаев Морат Нур улы – “Союз” ЯСЙ-һы,
  • Хәлилов Рим Зиннур улы – “Толпар” ЯСЙ-һы,
  • Хренов Александр Леонидович – “Күлтабан” МУП-ы,
  • Хөсәйенов Рәмил Вәкил улы – “Уңыш” АХК-һы,
  • Ямантаев Өлфәт Рәфҡәт улы – “Таналыҡ” АХК-һы,
  • Данилов Алексей Сергеевич – “Баймаҡ” ҒПБ-һы,
  • Ғәйнетдинов Булат Мәхейән улы – “Баймаҡ” ҒПБ-һы.

Тармаҡ – үҫеш юлында

Районда сауҙа һәм халыҡты көнкүреш
хеҙмәтләндереүе торошо тураһында


Сауҙа өлкәһе – районыбыҙ иҡтисадының иң мөһим тармаҡтарының береһе һанала. 2012 йылдың 1 сентябренә ҡарата районда 793 эшҡыуар һәм 55 предприятие теркәлгән. Хәҙерге көндә 429 берәмләп һатыу предприятиеһы, шул иҫәптән 275 магазин, 60 киоск, 91 павильон, 3 күмәртәләп һатыу базаһы, 13 йәмәғәт туҡланыуы предприятиеһы бар. Ағымдағы йылдың алты айында берәмләп һатыуҙа тауар әйләнеше 845 миллион һум тәшкил итһә, йәмәғәт туҡланыуы предприятиеларында был күрһәткес 66 миллион һумға тиң.

Мөрәжәғәт ваҡытында ҡаралһын

“Рәсәй Федерацияһы граждандарының мөрәжәғәтен ҡарау тәртибе тураһында”ғы законға ярашлы, граждандар мөрәжәғәттәрен электрон документ итеп тә ебәрә алыуы тураһында иҫкәртәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта улар үҙҙәренең электрон адресынан тыш, почта адресын да күрһәтә ала. Был яуап яҙма рәүештә килергә тейешле осраҡта эшләнә. Шулай уҡ граждандар мөрәжәғәтен Интернет аша, ә документтарының күсермәһен почта аша ебәреү хоҡуғына ла эйә. Бынан тыш кешеләр яуапты электрон вариантта алыуҙы ла талап итә ала.
 
Етәкселәр, яуаплы вазифа биләүселәр граждандарҙың мөрәжәғәтен ваҡытында йәки бөтөнләй ҡарамаған өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырыла (биш мең һумдан ун мең һумға тиклемге штраф).

Хыялдарға хыянат итмәгеҙ

Баймаҡта дельтапланеристар
командаһы талап ителә


Баймаҡ күген дельтапланда гиҙгәндәрен күргәнегеҙ бармы? Әлбиттә, барҙыр. Бәлки, минең һымаҡ көнләшеүселәр ҙә осрар. Ни тиһәң дә күк йөҙөн иңләү, ҡош бейеклегенән донъяны байҡау һәр кемгә лә тәтемәй. Шуның өсөн дә бала саҡтағы хыялына тоғро ҡалып, был шөғөлөн бөгөн дә ташламаған Урал Салихов менән осрашып, бихисап һорауҙарымды бирмәй булдыра алманым.

Редакция почтаһына күҙәтеү

Бергә ҡалайыҡ!

Хөрмәтле дуҫтар! Һуңғы өс ай эсендә генә беҙ һеҙҙән ике йөҙҙән ашыу хат алдыҡ. Улар араһында күңелгә үтеп ингән, уйға һалғандары ла, кәйефтәрҙе күтәреп ебәргәндәре лә, тарихи ваҡиғаларға таянып яҙылғандары ла бар ине. Хаттарҙың барыһы ла тиерлек гәзитебеҙҙә үҙ урынын алды. Ә бына аноним йәки аңлайышһыҙ итеп яҙылғандары архивҡа тапшырылды. Шулай уҡ бер нисә хатта төрлө проблема күтәрелеп, ойошма-предприятие етәкселәренә тикшерергә ебәрелде.
 
“Һаҡмар”ҙың йөкмәткеһен дә, киләсәген дә беҙҙең районда йәшәгән кешеләр билдәләй. Шуға күрә гәзит уҡыусыларыбыҙ һәр саҡ беҙҙең менән бергә ҡалыр, яҡындарын, туғандарын да гәзитебеҙҙең дуҫтарына әүерелдерер, тип ышанабыҙ.
 
Хөрмәтле дуҫтар! “Һаҡмар”ҙа һеҙ ниндәй мәҡәләләр күрергә теләйһегеҙ, гәзиттең йүнәлеше ниндәй булырға тейеш, ә ниҙәр бөтөнләй оҡшамай? Ошо һәм башҡа тәҡдимдәрегеҙҙе хат аша йәки 3-11-43 телефоны аша еткерә алаһығыҙ. Шулай уҡ “Һаҡмар”ға яҙыл һәм бүләк от!” акцияһында әүҙем ҡатнашып, бүләктәр оторһоғоҙ тигән ышаныста ҡалабыҙ. Уңыштар һеҙгә!
 
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА,
хаттар һәм социаль тормош бүлеге мөдире. 

 

Алтын ғүмер юлы

Әбделкәрим ауылында йәшәүсе Файза Зиннәт ҡыҙы менән Ғилмитдин Нуретдин улы Булатовтар ошо көндәрҙә үҙҙәренең алтын туйҙарын билдәләне. Улар тыуған ауылдарында төйәкләнеп, ғәзиз ерҙәренән дәрт-дарман алып, тыуған яғынан йәм табып, бәрәкәтен арттырыуға көс һалып, ҡот өҫтәп йәшәүсе ғаиләләрҙең береһе.
 
Һәр бер ғаиләнең үҙенә генә хас тарихы була. Мәҫәлән, Файза апайға ата йылыһын, һөйөүен, уның көслө ҡулдарының күккә сөйөүен тойоп үҫергә тура килмәй. Атаһын Бөйөк Ватан һуғышының утлы ғәрәсәте алып китә. 1941 йылдың 1 ноябрендә донъяға килгән ҡыҙын да күкрәгенә ҡыҫып өлгөрә алмай ҡала.
 
Ни тиклем ғилемгә ынтылышы көслө булмаһын, Файза Зиннәт ҡыҙына уҡыуын артабан дауам итеү мөмкинлеге бирелмәй. Өҫтөнә кейергә кейем, туйғансы ашарға аҙыҡ етмәгәнлектән, Юлдыбай мәктәбенең 9-сы класын тамамлау менән тырыш ҡыҙ ауылдағы фермаға һауынсы булып эшкә төшә. Был хеҙмәткә ул 22 йыл тоғро ҡала.
 
Файза Зиннәт ҡыҙы һис шикһеҙ талант эйәһе. Уның һәләттәрен һанап бөтөрлөк түгел. Ул шулай уҡ сәсәниә лә. Ижад иткән фәһемле лә, уҡымлы ла шиғырҙары гәзит биттәрендә йыш баҫылып сыға. Ә мандолина уйнап ебәрһә, берәү ҙә битараф ҡалмайҙыр ул. Ҡул эштәре лә төрлөлөгө менән хайран итә. Ул бәйләгән мамыҡ шәлдәр күпме ҡатын-ҡыҙҙың яурынын биҙәй! Ауыл, район кимәлендәге сараларҙа күп яҡлы оҫта булыуы менән күптәрҙең иғтибарын йәлеп итә.
 
Ғилмитдин Нуретдин улы Булатовҡа ла ауыр бала саҡ йылдарын кисерергә тура килә. 4-се класты тамамлау менән колхозға эшкә төшә. Ямғыр-дауыл тип тормай, эҫе-һыуыҡҡа бирешмәй, ал-ял белмәй 46 йыл ферма малдарын көтә. Уның тырыш хеҙмәте маҡтау ҡағыҙҙары, дипломдар, ҡиммәтле бүләктәр менән билдәләнде.
 
Артыҡ байлыҡ артынан сапмаһалар ҙа, матур, етеш тормошта йәшәйҙәр Булатовтар ғаиләһе. Ауыл мөхите, башҡорт халҡына хас ябайлыҡ, киң күңеллелек –  тап ошондай сифаттар биҙәй ҙә инде был ғаиләне. Күҙ нурындай күреп үҫтергән өс балаһы – ғорурлыҡтары. Ғәҙәттә, кешеләр “замана балалары” тип зарланырға ярата. Әйтерһең Булатовтарға заман елдәре ҡағылмаған! Эшһөйәр, матурлыҡҡа ғашиҡ балалары ата-әсәләре өсөн өҙөлөп тора. Хатта үҙҙәренең балаларын да улар өлгөһөндә тәрбиәләйҙәр. Был үҙе үк бәхет түгелме ни?! Тап ошондай минуттар тормошта осраған ауырлыҡтарҙы оноттора ла инде. Ғирфан, Рәзидә, Зилиә – хәҙер инде үҙҙәре үк атай, әсәй. 

Алтын ғүмер юлы кисергән ауылдаштарыбыҙға ныҡлы һаулыҡ, ейән-ейәнсәрҙәренең, бүлә-бүләсәрҙәренең шатлығын күреп, тағы ла оҙон-оҙаҡ йәшәүҙәрен теләйбеҙ.
 
Зөлфиә Мөхәмәтйәнова,
Әбделкәрим ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе.

 

Таулыҡайым – алтын бишегем

Алтынсы-етенсе быуаттарҙа Урта Азияла, Мөргәбә Үҙәне буйында, Бохара оазисында, “Башкурт” тауҙары итәгендә күсмә тормошта төрки ҡәбилә йәшәгән. Уларҙы бөрйәндәр (буржандар) тип йөрөткәндәр. Бөрйән ырыуы Монаш, Ямаш, Янһары, Байһары ҡәбиләләренән торған. Улар алтынсы быуатта Урал тауҙарында төбәкләнергә ҡарар итә. Ағиҙел буйҙары көтөүлектәр өсөн бик үк уңайлы булмағанлыҡтан, бөрйәндәр Һаҡмар йылғаһы буйына килеп сыға.
 
Тәбиғәт ошо төбәктә бигерәк бай, ифрат матур була. Тирә-яҡтағы тауҙар, болондар ҡара урман менән ҡаплана. Ҡарғалы йылғаһына тиклем ҡуйы ағаслыҡ, Һаҡмар буйы тал-тирәк, муйыл, ҡарағат, туғайҙарында томбойоҡло күлдәр ялтырай. Яңы ерҙәрҙе ныҡлап үҙләштереп тә өлгөрмәйҙәр, көҙгө һыуыҡтар килеп етә. Күсмә халыҡ малын ҡыуып, кире Бөрйән яҡтарына юллана. Йәйләүе еңел булһа ла, күсенеүе ауырға тура килә.
 
Йәшәү өсөн бөтә уңайлыҡтар булған ошо төбәккә беренсе булып Ҡазыр тигән кеше урынлаша. Уның биләмәләре Ҡана урмандарынан алып Ҡыҙыл далаларына тиклем йәйелә. Тиҙҙән Ҡазырҙың Ҡаратуҡай исемле улы тыуа. Аҡыллы егет ер-һыуҙы яратып үҫә, үҙ ырыуын, яҡташтарын бергә туплай, төрлө яҡтан килгән илбаҫарҙарҙан үҙ төбәген ҡурсалай.
 
Йылдар үткәс, Ҡаратуҡай олоғая. Ләкин уның ошо биләмәне, мал-тыуарын ҡалдырыу өсөн улы булмай.
 
Ауыл аҡһаҡалдары Әширәф Исхаҡов, Шиһап Ғәлин, Усман һәм Зәйнәғәбдин Баййегетовтарҙың һөйләп ҡалдырыуҙарына ҡарағанда, Ҡаратуҡай яуҙа йөрөгән саҡта тауҙар араһында етем сабыйҙы табып ала һәм өйөнә алып ҡайта. Бер-ике йәшлек был малайға Таулыҡай тип исем ҡуша.
Таулыҡай үҫә, өйләнә. Атаһы уға Һаҡмар йылғаһы буйындағы ҡалҡыулыҡта өй һалып бирә. Балалары тыуып, ғаиләһе ишәйгәс, шул тирәлә утар, аҙаҡ ауыл барлыҡҡа килә. Башта ул Ҡолторсаҡ, Ҡотлоюл тигән исемдәр менән йөрөтөлә, ә һуңынан Таулыҡай тип атала башлай.
 
Әле Таулыҡай ауылында 470-кә яҡын йорт бар, һәм унда 2800-ҙән ашыу кеше йәшәй. Ике ҡатлы бинала урынлашҡан ун бер йыллыҡ мәктәп, мәҙәниәт йорто, “Ҡарлуғас” балалар баҡсаһы, заманса йыһазландырылған фельдшерлыҡ пункты, мәсет һ.б. ауылыбыҙҙың йәме булып тора. “Иң төҙөк ауыл” республика конкурсында яуланған икенсе урын – бының төп дәлиле.
Шулай уҡ ауылыбыҙҙы данлаусы билдәле шәхестәребеҙ ҙә бар. Улар – ҡурайсы Юлай Ғәйнетдинов, йырсы Алһыу Бәхтиева, бейеүсе Нияз Баййегетов һәм башҡалар.
 
Вилә Сәйетова, БДУСИ-ның 4-се курс студенты.

 

Мәңгелеккә ҡалды хәтерҙә...


Башҡортостандың төҫ ташламаҫ гәүһәрҙәре араһында тыуған ер ҡуйынынан урғылған Ағиҙел кеүек алсаҡ һәм моңло, Урал кеүек олпат һәм уйсан, далаларыбыҙ кеүек киң һулышлы һәм бәрәкәтле, тормоштоң үҙе кеүек тәрән тамырлы Мостай Кәрим ижады бар.
Рауил Бикбаев.

Ошо көндәрҙә Баймаҡ ауыл хужалығы техникумында Башҡортостандың халыҡ шағиры, драматург, прозаик, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты  Мостай Кәримдең тыуған көнөнә арналған хәтер кисәһе үтте. Сараның исеме “Мәңгелеккә ҡалды хәтерҙә” тип аталды. Кисә барышында шағирыбыҙҙың әҫәрҙәрен сәхнәләштереп, барлыҡ студенттарға, уҡытыусыларға күңелле ял минуттары бүләк иттек. “Йәйәүле Мәхмүт” моңһоу комедияһын сәхнәләштергәндә төп ролдәрҙә Йәмилә Аҡбулатова, Нур Юламанов, Ғәзиз Баймөхәмәтов тамашасы һөйөүен яулаһа, балалар өсөн яҙылған  “Теге яҡҡамы, был яҡҡамы?” хикәйәһен ҡуйғанда, Илмира Сафиуллина  Әлфиә ролен бик оҫта башҡарҙы.
 
Артабан “Мәңгелеккә ҡалды хәтерҙә” кисәһе сәхнәләштереү формаһында алып барылды. Әлфиәнең буй еткергән сағын һүрәтләп, уның иптәш ҡыҙҙары менән “Аулаҡ өй”гә йыйылғандарын күрһәттек. Ошо ваҡытта Мостай Кәрим һүҙҙәренә яҙылған “Сигеү сигә ҡыҙҙар” йырын йырланыҡ. Егеттәрҙең “Аулаҡ өйгә” йырлап килеп инеүҙәре, аҙаҡтан күңелле уйын ҡороуҙары һәр кемдең күңеленә хуш килде. Кисәне Арыҫлан Килдейәров “Йылғалар төнөн һөйләшә” йыры менән тамамланы.
 
Сәхнәгә Мостай Кәримдең фотоһүрәтен ҡуйып, китапханасылар уның  биографияһы буйынса бик матур стенд булдырҙы. Шулай уҡ кисә барышында күренекле яҙыусыбыҙҙың наградалары, китаптары, ижад юлы тураһында мәғлүмәттәр сағылдырылды. Хәтер кисәһен музыкаль яҡтан биҙәүсе Данил Миңләхәт улына һәм Зилә Нуриман ҡыҙына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
 
“Мәңгелеккә ҡалды хәтерҙә” хәтер кисәһенән һуң, уҡытыусылар менән анализ яһаныҡ. Ғөмүмән алғанда, был сара һәр кемгә лә оҡшаны. Уҡытыусылар тарафынан төрлө кәңәштәр булды. Мәҫәлән, Баймаҡ ауыл хужалығы техникумында драма түңәрәге асыу. Был   студенттарҙа башҡорт халҡының тарихына, сәнғәтенә хөрмәт, һөйөү тойғоһо тәрбиәләйәсәк.
 
Й. Аҡбулатова, Баймаҡ ауыл хужалығы техникумының башҡорт теле уҡытыусыһы.      

 

Гәзит уҡыусы...

...теләй

Беҙ йыл да гәзит-журналдарға әүҙем яҙылабыҙ. “Һаҡмар”ға быйыл алданыраҡ яҙылып, квитанциябыҙҙы ла ебәрҙек. Гәзит беҙгә бик ныҡ оҡшай. Бар яңылыҡтар менән танышып, башҡа мәҡәләләрҙе лә ҡыҙыҡһынып уҡып барабыҙ. Һеҙгә ысын күңелдән уҡыусыларығыҙҙың күп булып, “Һаҡмар”ҙың тиражы артҡандан-арта барыуын теләйбеҙ.
 
Мырҙагилдиндар ғаиләһе.
Ниғәмәт ауылы.
 

...хәбәр итә

Мин “Һаҡмар” гәзитен бик яратам. Уны бала саҡтан уҡ, “Ҡыҙыл Баймаҡ” сағынан, уҡыйым. Атайым мәрхүм почтальон булды. Шул гәзиттәр аша, мәктәпкә бармаҫ элек үк, уҡырға өйрәндем. “Һаҡмар” – матур йөкмәткеле, аңлайышлы баҫма, тик тәнҡит мәҡәләләре бик һирәк күренә. Элек етешһеҙлектәр тураһында яҙылһа, шунда уҡ тикшерелә һәм һөҙөмтәләре киләһе һанда бирелә ине. Мин биш-алты баҫмаға яҙылам. Шулай ҙа иң тәүҙә “Һаҡмар”ҙы ҡулға алам.
 
Ғәйшә Аллабирҙина, мәғариф ветераны.
 

...рәхмәт әйтә

Бар мосолман донъяһы Ҡорбан ғәйетен билдәләгәндә, Аҡморонда ла байрам юғары кимәлдә үтте. Бының өсөн “Аҡморон” АХК-һы көр тана бүләк итте. Ауылыбыҙ ашханаһында был көндө етмешкә яҡын кеше йыйылды. Шулай уҡ биләмәгә ҡараған Мәмбәт, Аҡтау, Ҡаратал, Сәйғәфәр ауылдарында, халыҡ иҫәбенә ҡарап, ҡорбан ите таратылды. Ошондай изге байрамдар киләсәктә лә һәр ауылда матур һәм юғары кимәлдә үтһен ине.

Гөлназ АЗАМАТОВА,
ауыл биләмәһе башлығы.        
 
* * *
 
...Беҙ, Ишбирҙе ауылынан бер төркөм пенсионерҙар, йәмле Ирәндек тауы буйында ултырған өлкәндәр һәм инвалидтар дауаханаһында дауаланып ҡайттыҡ. Унда йәш һөйкөмлө табип Салауат Йыһангир улы Азаматов эшләй. Ул йәш булһа ла, шул тиклем ауырыуҙарҙы ентекләп ҡарай, кәңәштәрен бирә, дарыуҙарҙың кәрәклеһен генә яҙа. Артабан шәфҡәт туташтары шифалы ҡулдары менән кешеләрҙе дауалай. Был дауаханала дарыу-уколдар менән генә түгел, шифалы һүҙҙәр, матур мөғәмәлә менән дауалайҙар. Табиптар ҙа, шәфҡәт туташтары ла, бар хеҙмәткәрҙәр ҙә иғтибарлы, кешелекле-кеселекле булыуы менән айырылып тора. Шундай миһырбанлы кешеләрҙең барыһына ла ысын күңелдән оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
 
Гөлсирә ВӘЛИЕВА. 

...әрней

Урамда көн дә осраған ташландыҡ бесәй балаларын күреп күңел әрней. Кешеләрҙең миһырбанһыҙлығы йөрәкте өтә. Моғайын, бик тырышҡанда, шул мәхлүктәргә хужа табып булыр ине. Юҡ, киреһенсә, күҙе лә асылмаған йән эйәләрен юлға сығарып ырғыталар. Һеҙ шул рәүешле балаларҙы ҡаты бәғерлеккә, шәфҡәтһеҙлеккә өйрәтеүегеҙҙе аңламайһығыҙмы? Кескәй генә балалар бесәйҙәрҙе йәлләһә, һыйпарға ынтылһа, ҙурыраҡтары уларҙы типкесләп китә бит. Хайуандарҙы өлкәндәр урамға сығарып ташлағас, бәләкәйҙәр уларҙы шулай интектерергә ярай, тип уйлап үҫә. Артабан бындай ҡанһыҙ балалар кешегә лә, хатта ата-әсәһенә лә ҡул күтәрәүе ихтимал бит.
 
Зәлиә ӘМИРОВА.

 Яңылыҡтар

Юл яҡшырған

 Аҡморон ауыл биләмәһе башлығы Г.М. Азаматова әйтеүенсә, Баймаҡ ДРСУ-һының көсө менән Ҡаратал –Аҡморон юлы ремонтланған. Ике ауыл халҡы ла ошондай яҡшы эште башҡарған ДРСУ хеҙмәткәрҙәренә бик тә рәхмәтле. “Ремонтланған юлдан йөрөүе лә еңел, күңелдәр ҙә тыныс”, – ти кешеләр.
 

Ишмырҙала...

 Ишмырҙала Ҡорбан ғәйете ауылдың имам-хатибы Әмирхан Абыҙгилдиндың намаҙға саҡырыуынан, артабан вәғәздәр һөйләүенән башланды. Унан халыҡ Ҡорбан ашына йыйылды. Байрамды үткәреүҙә “Байҡара” агрофирмаһы, ауыл биләмәһе, урындағы эшҡыуарҙар—аҡсалата, табын әҙерләүҙә Таңһылыу Һағынбаева, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ҙур әүҙемлек күрһәтте. Табынға килә алмаған ҡарттар, ғәрип балаларға аш-һыу йорттарына таратылды.
 

...Хәсәндә – байрам 

 Хәсән ауылында Ҡорбан ғәйетен үткәреүгә БДУСИ директоры З.Ғ. Йәрмөхәмәтов ҙур ярҙам күрһәтте. Ул тыуған ауылында иман йорто төҙөү өсөн дә күп көс һала. Мәсетте төҙөкләндереү, газ үткәреү һ.б. уйҙар менән янған, мосолман байрамдарына ҙур иғтибар биргән З.Ғ. Йәрмөхәмәтовҡа хәсәндәр бик тә рәхмәтле. 
 

Сәләмәт булғың килһә

 Ҡала бассейны һәм “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексында кешеләргә һау-сәләмәт тормош алып барыу өсөн бар уңайлыҡтар булдырылған. Көнитмешен спортһыҙ күҙ алдына килтерә алмағандар өсөн махсус абонемент тәҡдим ителә. Уның буйынса бассейнға, тренажер залдарына йөрөү арзаныраҡҡа төшә. 
 

Күңелле саралар көтөлә

 Ноябрҙә ҡаланың предприятие-ойошмалары араһында КВН уйындары үтәсәк. Ул Баймаҡтың – 75 һәм ҡойоу-механика заводының 100 йыллығы айҡанлы үткәрелә. Күңелле сарала ҡатнашырға теләүселәр 1 ноябргә тиклем район хакимиәтенең йәштәр бүлегенә заявка бирергә тейеш. Белешмә өсөн телефон – 3-16-37. 
 Г. ИҪӘНГИЛДИНА.

Мәсет төҙөлә

 Мерәҫ мәсетенә нигеҙ һалырға һәм төҙөргә ярҙам иткән “Баймаҡ ПМК-һы” ЯСЙ-һы директоры Р.Р. Сырлыбаевҡа, МТС-тың Баймаҡ филиалы директоры А.Р. Хөсәйеновҡа, Баймаҡ урман хужалығы директоры Д.Д. Абдуллинға ауыл халҡы исеменән оло рәхмәтемде белдерәм. Уртаҡ көс, изге теләк-ниәт менән беҙҙең ауылда ла аҙан тауышы яңғырар.
 Хәмзә ХАФИЗОВ.

Ҡотлайбыҙ!

 Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге оҙайлы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн һәм 60 йәше тулыу айҡанлы Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының баш врачы урынбаҫары Әбдрәхимов Шәүкәт Тәүфиҡ улы муниципаль район хакимиәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнде.

Республика Хөкүмәте аппаратында – яңы состав


 


Башҡортостан Республикаһы Президенты Р.З. Хәмитов “Башҡортостан Республикаһында башҡарма власть органдарын камиллаштырыу буйынса саралар тураһында”ғы Указға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Президенты Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Башкортостан Республикаһы Хөкүмәте ағзалары эшмәкәрлеге менән дә етәкселек итә.

Иман нурҙарын өләшкән тантана

 Баймөхәмәт хәҙрәт Ғиззәтуллин вәғәз һөйләй.
Мосолмандарҙың изге, төп байрамдарының береһе – Ҡорбан ғәйете район-ҡалала йыл һайын киң билдәләнә. Был матур көндө кешеләр ҡорбан сала, бер-береһен ҡунаҡҡа саҡыра, ярлы-фәҡирҙәргә ярҙам күрһәтә.

ХЕҘМӘТ ЯРЫШЫНДА ЕҢЕҮСЕЛӘР

“Баймаҡ” ҒПБ-һының бер төркөм хеҙмәт алдынғылары
 (уртала – предприятие директоры М.Б. Салихов).
 
 2012 йылдың урып-йыйыу эштәре һәм мал аҙығы әҙерләү буйынса район хеҙмәт ярышына йомғаҡ яһалды һәм унда түбәндәге хужалыҡтар еңеүселәр тип табылды:
  •  Ленин исемендәге АХК (рәйесе Ғ.Б. Сәлимов),
  •  “Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһе (директоры М.Б. Салихов),
  •  “Рассвет” АХК-һы (рәйесе А.Б. Шәрипов),
  •  Октябрь ауылынан “Шәрәфетдинов” КФХ-һы (етәксеһе Шәрәфетдинов Айрат Алик улы),
  •  Сосновканан “Дилә” ЯСЙ-һы (етәксеһе Ғөбәйҙуллин Илдар Хәләф улы),
  •  Төркмәндән “Кәримов” КФХ-һы (етәксеһе Кәримов Мөҙәрис Йәноҙаҡ улы).
 Коллективтарға Диплом һәм аҡсалата премиялар тапшырылды.

 Ю.П. Моряков исемендәге приз “Рассвет” АХК-һының баш агрономы Рәсүлев Радик Ғәйнислам улына тапшырылды. Уға күсмә кубок һәм аҡсалата премия бирелде.

 Социалистик Хеҙмәт Геройы Риза Яхин исемендәге призға “Уңыш” АХК-һы механизаторы Нурдәүләтов Кинйәбай Хафиз улы лайыҡ булды.

 Көҙгө ер эшкәртеү айлығы йомғаҡтары буйынса
түбәндәге хужалыҡ етәкселәре Рәхмәт хаты һәм аҡсалата премиялар менән бүләкләнде:
  •  Сәлимов Ғәлим Булат улы – Ленин исемендәге АХК рәйесе,
  •  Салихов Марат Булат улы – “Баймаҡ” ҒПБ-һы директоры,
  •  Шәрипов Азат Булат улы – “Рассвет” АХК-һы рәйесе,
  •  Пономарев Александр Петрович – “Толпар” ЯСЙ-һы директоры,
  •  Трушин Николай Александрович – “Богачевка” ЯСЙ-һы директоры.

АВТОТРАНСПОРТ ХЕҘМӘТКӘРҘӘРЕ КӨНӨНӘ

Йырҙы-моңдо юлдаш иткән ғаилә


 Баймаҡ автотранспорт предприятиеһында Морапталовтар ғаиләһе айырым урын биләй. Уларҙы бер-береһенән айырып ҡына яҙыу мөмкин дә түгел. Һәр ғаилә ағзаһының яҙмышы был предприятие менән тығыҙ бәйле. Хужабикә Венера Ғиниәт ҡыҙы АТП-ла шәфҡәт туташы булып эшләй. Йорт хужаһы Шәфҡәт Ирғәле улы ла ошонда тиҫтә йылдар водитель булып эшләгәндән һуң, предприятиеның һынылыш осоронда ситкә эшкә сығып китергә мәжбүр була. Бөгөн ул «Башмедьстрой» ЯСЙ-һында водитель.
 
 Венера Ғиниәт ҡыҙы бала саҡта һайлаған һөнәренә тоғро ҡалған. Үҙ эшенең оҫтаһы ул. Рейсҡа сыҡҡан һәр водитель һәм кондукторға медицина күҙәтеүе үткәрә. Улар пассажирҙарҙың ғүмере өсөн яуаплы икәнен яҡшы аңлай. 
 Матур, татыу ғаиләлә дүрт бала тәрбиәләнә. Өлкән ҡыҙҙары Гөлназ “Башавтотранспорт” ДУП-ының Өфө автотранспорт предприятиеһында кассир булып эшләй. Гүзәлиә менән Айгөл, улдары Ирназар ҡаланың 1-се мәктәбенең алдынғы уҡыусылары. Төрлө олимпиадаларҙа, конкурстарҙа ҡатнашып еңеү яулап, ата-әсәһен ҡыуандырып ҡына торалар.
 
 Йыр-моңдо юлдаш иткән матур ғаилә – сәхнә йондоҙҙары ла. Шәфҡәт ағайҙың баянда, синтезаторҙа уйнағанын, Венера апайҙың моңло тауышы менән йырлағанын күптәр һоҡланып, яратып тыңлай. Морапталовтарҙың ғаилә сығышын Баймаҡ, күрше район һәм республика сәхнәләрендә йыш күрергә мөмкин. Районда даими уҙып килгән төрлө конкурстарҙа ла улар алдынғылыҡты бирмәй. Төрлө конкурс лауреаттары, дипломанттары. Яулаған уңыштарының кире ҡаҡҡыһыҙ дәлилдәре булған бихисап Почет грамоталары, Дипломдары өй түрен биҙәй. Шуларҙың береһе улар өсөн бигерәк тә ҡәҙерле: 2011 – Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылына арналған район конкурсында ҡатнашып, еңеү яулағандары өсөн муниципаль район хакимиәте тарафынан тапшырылған Почет грамотаһы.
 
 Морапталовтар бөгөн дә сәхнәлә. Улар 24 октябрҙә Учалы ҡалаһында Автотранспорт хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған төбәк-ара конкурста Баймаҡ АТП-һы намыҫын яҡлап сығыш яһаны. Төрлө һынауҙарҙы уңышлы үтеп, ғаилә 1-се урынды яуланы. Кисә Морапталовтар республика буйынса конкурста ҡатнашты.
 
 Венера Ғиниәт ҡыҙы уңған хужабикә лә. Ҡыҙҙары ла әсәһенә оҡшап уңған, егәрле. Ҡул эштәренә оҫта, бәйләргә яраталар. Ихатала ниндәй генә сәскәләр үҫмәй! Йорт-ҡуралары ла һәр саҡ бөхтә, йәмле. Был йортта шатлыҡ-ҡыуаныс мәңгелек ҡунаҡ.
 
 Йырҙы-моңдо юлдаш иткән Морапталовтар ғаиләһенә һүнмәҫ ижади ҡомар, ғаилә именлеге, бәхет теләйбеҙ.

 Л. РАЗГИЛЕВА.
 Автор фотоһы.
 

Хеҙмәттәренән халыҡ ҡәнәғәт


  Районда Урал Хунафиндың исеме яҡшы таныш. Ул пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү өлкәһендә 2008 йылдан алып яҡшы ғына уңыштарға өлгәшкән һәм тәжрибә туплаған эшҡыуар. 

ИҒТИБАР: ФЕДЕРАЛЬ КОНКУРС!

Конкурста ҡатнашығыҙ

 
 Моноҡалаларға ярҙам күрһәтеү сиктәрендә Рәсәй Федерацияһы Төбәкте үҫтереү министрлығы, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2011 йылдың 10 авгусында донъя күргән күрһәтмәһе буйынса “Төбәк – тотороҡло үҫеш” федераль проект-инвестиция конкурсын уҙғарыу тураһында иғлан итә. Конкурс “Рәсәй Һаҡлыҡ банкы” ААЙ-һы, Рәсәй сәнәғәтселәре һәм эшҡыуарҙары союзы һәм башҡа ойошмалар тарафынан ойошторола. Конкурста торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, һыу-канализация хужалыҡтары, инфраструктура объекттары төҙөлөшө, ауыл хужалығы, сәнәғәт, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү өлкәһендәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса эшләгән компаниялар ҡатнаша ала.

Пай еренә аҙ түләйҙәр...

Быйылғы шарттарҙа был насар түгел

 
 “Һеҙгә Урғаҙа ауылынан пенсионерҙар ғаиләһе – Буранбаевтар мөрәжәғәт итә. Һеҙгә үкенесле лә, үтенесле лә хат яҙырға булдыҡ. Беҙ икебеҙ ҙә 2 йыл инде пай еребеҙҙе фермерҙар Илдус Ҡадыров менән Сынтимер Ибраһимовҡа ышаныс менән биргәйнек. Был егеттәр бигерәк әрһеҙләшеп киттеләр – һәр пай өсөн 3-әр центнер иген бирергә булдылар. Беҙ быға бер ҙә риза түгелбеҙ. Мал, ҡош-ҡорт көтәбеҙ, ә ашлыҡты һатып алырға тейешбеҙ. 
 Һуңғы осорҙа халыҡтың эскелеккә һабышыуы хафаға һала. Күптәр төшөнкөлөккә бирелеп, донъяһын да йүнләп көтмәй, малдарын да татарҙарға һатып бөттө. Был хәлгә кем сик ҡуйыр?

 
 Был хатҡа рәсми яуап алыу өсөн беҙ муниципаль район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлегенә һәм Йылайыр ауыл биләмәһе хакимиәтенә мөрәжәғәт иттек. Улар бына нимә тип яуап бирҙе: 
 – Пайға килгәндә, уның хужаһы ерен кемгә биреү-бирмәүҙе үҙе хәл итә. Әгәр ҙә Буранбаевтар атап үтелгән фермерҙар ҡуйған хаҡ менән риза түгел икән, алдағы йыл улар пайын икенсе кешегә эшкәртеүгә бирә ала. Ә барыһы ла алдан төҙөлгән килешеү нигеҙендә башҡарылырға тейеш. Быйылғы йылдың ҡоролоғон иҫәпкә алғанда, һәр пай өсөн 3 центнер иген бер ҙә насар түгел, киреһенсә, бик һәйбәт.

 “Икенсе мәсьәләгә килгәндә, һәр кем үҙ донъяһын үҙе төҙөй, электән эсеү менән мауыҡҡан бер үк кешеләр һаман да шуның менән булыша, – шулай тип яуап бирҙеләр урындағы ауыл биләмәһендә. – Беҙҙә, мәҫәлән, эшһеҙлек көслө тип әйтмәҫ инек. Урындағы хужалыҡта ла, МТС бүлексәһендә лә, фермерҙарҙа ла эшләргә була. Тырыштар электән аҡсаһын да тапты, донъяһын да көттө. Ғөмүмән, һәр нәмә кешенең үҙенән тора. Шуға ынтылайыҡ, киләсәгебеҙҙе үҙебеҙ төҙөйөк”.

ҒҮМЕР БУЙЫ УНЫ ЮҠҺЫНЫП, ТЕРЕЛӘРГӘ АРЫ БАРАҺЫ...

Район китапханаһында билдәле табип
Ф.Ш. Хисмәтуллинға арналған Ҡәҙер һәм Хәтер кисәһе үтте

     
Һәр ғүмерҙең үҙ яҙмышы була,  
Һәр кемдең дә була тәҡдире,
Ахры тәҡдир үҙе ҡушҡанғалыр, 
Халҡың күңелендә һин тере. 
   
 Алпамышалай кәүҙәле ирҙең, нескә генә тәүге яҙ сәскәләрен тотоп, ҡот уйнап торған ишек алдында “Умырзая” йырын башҡарыуы ситтән күҙәткән кешегә сәйер ҙә, ҡыҙыҡ та булып тойолор ине. Эйе, яттарға, ә Хисмәтуллиндар ғаиләһен белгәндәр был илаһи күренештән яҙ килеүен, Баймаҡ районының данлыҡлы хирург-табибы Фирғәт Шаһиғәле улының өҙөлөп яратҡан, нисәмә йылдар бергә йәшәгән Раҡия Саҙретдин ҡыҙына шул рәүешле мөхәббәтен белдереүен аңлап, һоҡланып баш сайҡап ҡуя. Рыцарҙар заманы әллә нисәмә быуаттар төпкөлөндә ҡалһа ла, Фирғәт ағай үҙенең тормош юлдашын ҡәҙерләй ҙә, һаҡлай ҙа белде. Эйе, белде, сөнки йөҙәрләгән кешеләрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалған, уларҙы әжәл ҡулынан тартып алып, яңы һулыш бүләк иткән Фирғәт Шаһиғәле улы ике йыл элек бар кешеләрҙе оло, уңалмаҫ ҡайғыларға һалып, ҡапыл вафат булды. 

Ғаиләм – ҡәлғәм

Розалина Ҡотлоғолова.
   Ошо көндәрҙә ҡаланың 105-се һөнәрселек лицейының тамашалар залында Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына арналған “Йәш ғаилә – 2012” конкурсы үтте. Унда ҡаланың иң өлгөр, һәр яҡтан алдынғы булып һаналған йәш ғаиләләре йыйылған ине.

Милли кейемдә – быуаттар сағылышы

Ҡурсаҡтарҙың кейеме һоҡландырҙы.
  Һәр халыҡтың йөҙөн уның тарихы ғына түгел, ә милли кейеме лә сағылдыра. Ата-бабаларыбыҙ, мәҫәлән, кешенең өҫ-башына ҡарап уның ниндәй ҡатламдан булыуын, баймы-ярлымы икәнлеген шунда уҡ билдәләгән.

29 окт. 2012 г.

Яңылыҡтар

Баймаҡ аттары – иң етеҙҙәре!

Күптән түгел Силәбе өлкәһендә “Регион” заправкалау станцияһының 10 йыллыҡ юбилейына арналған ат спорты ярыштарында Баймаҡ районы арғымаҡтары уңышлы сығыш яһаны. “Баймаҡ” ҒПБ-һының Камгия һәм Норильск ҡушаматлы юртаҡтары үҙ төркөмдәрендә иң етеҙҙәре булып сыҡты. Урғаҙанан Илгиз Юнысбаевтың Фора ҡушаматлы бейәһе лә юғары һөҙөмтәгә өлгәште. Ә Иҫке Сибайҙан “Шөгөров” КФХ-һы ат спорты буйынса көслө хужалыҡ икәнлеген тағы бер ҡат иҫбатланы –Кромка ҡушаматлы сабыш аты 2400 метр дистанцияла берәүҙе лә алдына сығарманы. Афарин!

Йәмәғәт советы ултырышы

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Баймаҡ районы буйынса бүлегендәге Йәмәғәт советының яңыртылған составының ойоштороу ултырышы үткәрелде. Уның барышында киләсәккә эш пландары билдәләнде. Киләһе ултырыш 13 ноябрҙә үтәсәк.

Китаптың исем туйы

Иртәгә Юлыҡ ауылында билдәле крайҙы өйрәнеүсе, мәғариф ветераны, тарихсы Азамат Тажетдиновтың “Оло юлда Юлыҡ” исемле китабының исем туйы уҙғарыласаҡ. Сарала шулай уҡ “Каруанһарай” фольклор-эстрада төркөмөнөң ҡатнашыуы ла көтөлә.Сәғәт 2-лә башлана.

Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәр!

Башҡортостан иленең рухлы, иманлы ул һәм ҡыҙҙарын яҡынлашып килгән Ҡорбан байрамы менән тәбрикләйбеҙ! Ил именлеге, ғаилә бәхете, күңел тыныслығы, рух ныҡлығы, сәләмәтлек, бәрәкәтле, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ. Ошо изге байрам көнөндә, 2012 йылдың 27 октябрендә, сәғәт 12-лә һәммәгеҙҙе Миәкә районының Илсеғол ауылы янында Мөхәммәт бәйғәмбәребеҙҙең сәхәбәләре Зәйет улы Зөбәйер, Зөбәйер улы Абдрахман ерләнгән изге Нарыҫтауға сәхәбәләр мәсетен төҙөп бөтөү уңайы менән саҡырабыҙ. Тирә-яҡҡа нур балҡытып ултырған биш манаралы аҡ мәсетте күреп шатлыҡ уртаҡлашып, Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн намаҙҙар уҡып, зыяраттар ҡылып иманыбыҙҙы яңыртырға, илебеҙгә, халҡыбыҙға бәрәкәт булһын тип ниәтләп килегеҙ! Ҡорбан байрамына Нарыҫтауға рәхим итегеҙ!
Ойоштороусылар.

ТАНТАНАЛАР

Ауыл эшсәндәренә дан йырланды

Ленин исемендәге АХК-ның хеҙмәт алдынғылары:
хужалыҡ рәйесе М.Х. Ишкинин (уртала), баш бухгалтер Ә.С. Дәрминева,
профком рәйесе М.Х. Ишкинин, баш агроном У.Ә. Әхмәтйәнов
һәм алдынғы игенсе Закир Балхин.
Кисә Баймаҡта Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылыш булды. Унда урып-йыйыу һәм мал аҙығы әҙерләү эштәренә йомғаҡ яһалды, агросәнәғәт комплексының бөгөнгө эшмәкәрлегенә баһа бирелде, киләсәккә уй-ниәттәр билдәләнде. Ауыл хеҙмәтсәндәрен һөнәри байрамдары менән район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов, Башҡортостан ғилми-тикшеренеү ауыл хужалығы институты директоры В.М. Шириев, башлыҡтың ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Р.Р. Әбүбәкиров ҡотланы һәм төрлө кимәлдәге наградалар тапшырҙы. Аграрийҙарҙы ҡунаҡтар ҙа тәбрикләне.
Баҫыу эштәре йомғаҡтары буйынса Ленин исемендәге АХК, “Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһе һәм “Рассвет” АХК-һы еңеүселәр тип табылды һәм уларға дипломдар, аҡсалата премиялар тапшырылды.

Азамат МӨХӘМӘТШИН.
 
А. ИШНАЗАРОВ фотоһы

ИҒТИБАР! КОНКУРС!

“Һаҡмар”ға яҙыл һәм себеш от!


Гәзиттә хәбәр итеүебеҙсә, “Һаҡмар” редакцияһы коллективы үҙенең уҡыусыларына быйыл да үҙенсәлекле сюрприз әҙерләне – “Һаҡмар”ға яҙыл һәм бүләк от!” исемле акция-конкурс ойошторҙо.
Шуныһы һөйөнөслө, был акцияны арҙаҡлы етәкселәребеҙ, уңған эшҡыуарҙар, ысын башҡорт рухлы зыялыларыбыҙ дәррәү күтәреп алды. Акцияға иң беренсе булып арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙ етәкселәр: Беренсе Этҡол ауыл биләмәһе башлығы Г.Й. Азаматова менән Түбә ауыл биләмәһе башлығы М.Ф. Хәсәнова ҡушылып, приздар фондына иҫ китмәле матур сәй сервиздары тапшырҙы.
Ленин исемендәге АХК (етәксеһе – Ғ.Б. Сәлимов), “Баймаҡ” ҒПБ-һы (М.Б. Салихов), “Рассвет” АХК-һы (А.Б. Шәрипов), “Алғаҙы” ЯСЙ-һы (С.Ғ. Урманов), Баймаҡ ДРСУ-һы (Д.Ғ. Арсланов), “Г.З. Байрамғолова” һәм “В.В. Әминев” КФХ-лары был акцияға ихлас ҡушылып, гәзит уҡыусыларға елле приздар әҙерләне. Әйткәндәй, приздар фонды көндән-көн тулылана бара, тимәк, шәп бүләк отоу мөмкинлеге лә арта.
“Һаҡмар”ға яҙыл һәм бүләк от!” акцияһы 5 этапта ойошторола. Беренсе отош, йәғни квитанцияларҙы уйнатыу, 2 ноябрҙә үткәрелә.Тәүге отошҡа түбәндәге приздар ҡуйыла:
  • 10 ҡаҙ бәпкәһе (уны беҙгә даими спонсорыбыҙ, ҡошсолоҡ тармағы буйынса районда танылыу яулаған эшҡыуар Гөлнара Зәйнулла ҡыҙы Байрамғолова әҙерләне);
  • сәй сервизы (спонсоры – Беренсе Этҡол ауыл биләмәһе, башлығы – Гөлнур Йыһанур ҡыҙы Азаматова);
  • бер батман бал (Ҡолсоранан танылған умартасы һәм КФХ етәксеһе Васил Вәкил улы Әминев әҙерләне);
  • ”Һаҡмар” гәзитенә киләһе йылда бер тапҡыр бушлай ҡотлау йәки иғлан биреү хоҡуғы.
Редакцияға ебәрелгән квитанциялар бер нисә мәртәбә уйнатыласаҡ, тимәк, алдараҡ ебәрелгәндәренең отоу мөмкинлеге лә күберәк буласаҡ.
“Бар коллектив менән – “Һаҡмар”ға!”, “Һаҡмар” гәзитендә иң күп яҙҙырған почтальон һәм почта бүлексәһе” конкурстарының еңеүселәре лә билдәләнәсәк һәм шәп бүләктәргә эйә буласаҡ. Әйткәндәй, тәүге конкурсҡа райондың алдынғы хужалығы – Ленин исемендәге АХК дәррәү ҡушылды һәм үҙ коллективынан 80 кешегә “Һаҡмар”ҙы яҙҙыртты. Улар был һанды 100-гә еткерергә ниәтләй. Афарин!
Ҡәҙерле дуҫ! Киләһе йылға “Һаҡмар”ға яҙыл һәм квитанцияңды редакцияға ебәр. Мотлаҡ оторһоң! Ә приздар фондында тағы ла еллерәк бүләктәр ята. Уныһы әлегә сер булып торһон.

“Һаҡмар” гәзите редакцияһы коллективы.

Буласаҡ фермерҙар иғтибарына!

 “2011-2013 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында крәҫтиән-фермер хужалыҡтары базаһында ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү” программаһында ҡатнашырға теләүселәрҙе туплау дауам итә. 
Программа крәҫтиән-фермер хужалыҡтарына тәғәйенләнгән. Унда 25-тән 200-гә тиклем баш һарыҡ, 50-нән 100 башҡаса кәзә малы ингән ғаилә малсылыҡ фермаларын булдырыу проекттарына ярҙам итеү ҡаралған. Программала ҡатнашыу хоҡуғын алыусы КФХ-ларға субсидия бирелә.
Ҡатнашыусыларға түбәндәге шарттарҙы үтәргә кәрәк:
  • һөтсөлөк фермаһын төҙөү һәм комплектлауҙы үҙ иҫәбенә йәки кредитҡа башҡарыу (20 процентынан да кәм түгел);
  • бизнес-план булыуы;
  • бюджет һәм бюджеттан тыш фондтарҙа ваҡыты үткән йөкләмәләрҙең булмауы;
  • кредит ойошмаларында бурыс юҡлығы.
Субсидия тоҡом тәкәләрен, тоҡомло (тауарлы) инә һарыҡтар, йөн ҡырҡыу агрегаттары, бер биҙрәле мобиль һөт һауыу аппараттары, һөт үткәргес, һыуытҡыс танк һатып алыуға тәғәйенләнә.
Крәҫтиән-фермер хужалыҡтары базаһында ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү программаһында ҡатнашырға теләк белдереүселәрҙе һайлап алыу БР Ауыл хужалығы министрлығының конкурс комиссияһы тарафынан башҡарыла. Бар һорауҙар менән “Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәгенә мөрәжәғәт итергә. Телефоны: 2-17-15.

А. СӘЙФУЛЛИНА, әйҙәүсе зоотехник.

ҺЕҘ ҺОРАҒАЙНЫҒЫҘ

Үҙ эшегеҙҙе асһағыҙ...

Бөгөн республикала бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Уларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү буйынса махсус программалар эшләй. Бөгөн ниндәй йүнәлеш буйынса үҙ эшеңде асыу отошлораҡ һәм уны үҫтереүгә ниндәй дәүләт программалары бар? Муниципаль район хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары З.Т. Ушанов менән булған әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.

ПРОБЛЕМА КҮТӘРӘБЕҘ

Ҡала йөҙө вокзалдан башлана

Тимер юл, автобус вокзалы булһынмы – ул һәр кемде ҡаршы ала, оҙатып ҡала. Унан аша кемдәр генә килмәй ҙә, кемдәр китмәй. Бик күптәрҙең яҙмышлы осрашыуҙары, үкенесле айырылышыуҙары ошо урын менән бәйләнгән. 
Хәҙер республикабыҙҙың ҡайһы ғына ҡалаһына йәки район үҙәгенә барма заманса төҙөлгән вокзалдар ҡаршы ала. Мин ҡырға китмәйенсә үҙебеҙҙең ҡала вокзалы тураһында һүҙ алып бармаҡсымын.

ХЕҘМӘТЕНӘ КҮРӘ ХӨРМӘТЕ

ХАЛЫҠ РӘХМӘТЕ – хеҙмәтенә иң юғары баһа

Аҡыллы ҡарашлы, сабыр, мөләйем, ҡайһы саҡта үтә лә етди Шәүкәт Тәүфиҡ улы Әбдрәхимов район халҡына яҡшы таныш. Хәл итә алмаған мәсьәләләр, ниндәйҙер кисектергеһеҙ проблема килеп тыуһа: “Ә һеҙ Шәүкәт Тәүфиҡ улына мөрәжәғәт иткәнегеҙ булдымы? Ул һүҙен буш ҡалдырмай – ярҙам итә”, – тигән кәңәштең йыш яңғырауы, етәксе, үҙ һөнәрен оҫта итеп башҡарған кешенең йәшәйешенә лә, булмышына ла иң юғары баһа бит.

ИСЕМ ТУЙЫ

Илһөйәр һәм ғәййәр олатайҙарыбыҙ хаҡында

Автор китабын бүләк итә.
Һәр яңы китап – үҙе бер мөғжизә, әҙәбиәтебеҙҙе тулыландырыусы ынйыҡайҙыр ул. Һуңғы йылдарҙа әсә телендә китаптарҙың күпләп донъя күреүе айырыуса шатлыҡлы. Әмир Зәкир улы Сәйғәфәровтың “Илһөйәр һәм ғәййәр олатайҙарыбыҙ 1812 йылғы Ватан һуғышында” исемле китабы, Рәсәйҙә Ватан һуғышының 200 йыллығын билдәләгәндә, башҡорт халҡының һәм яҡташтарыбыҙҙың ошо һуғышта рус һалдаттары менән берҙәй булып, батырҙарса көрәшеүҙәре хаҡында бай мәғлүмәт тупланған тәүге китаптыр ул.
Китап “Һаҡмар” редакция-нәшриәт комплексында 150 дана булып донъя күрҙе. Ундағы мәҡәләләр башҡорт һәм рус телдәрендә яҙылған, эстәлеге фотоһүрәттәр, карталар, схемалар менән байытылған. Башҡортостандың Почетлы крайҙы өйрәнеүсеһе, бик күп китаптар, мәҡәләләр авторы Әмир Зәкир улы Сәйғәфәровтың был китабы киң ҡатлам китап уҡыусыларына, уҡытыусыларға, тыуған яҡты өйрәнеүселәргә тәғәйенләнгән һәм заманыбыҙ өсөн бик актуаль баҫма.

Район китапханаһында китаптың исем туйы итеп үткәрелгән сараға “Атайсал”, ағинәйҙәр клубы, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйестәре, әүҙем китап уҡыусылар йыйылды. Кисәнең ҡурай моңона һәм боронғо башҡорт көйҙәренә һуғарылыуы һәр ҡатнашыусыны алыҫ, дәһшәтле яу йылдарына алып китте. Шәмсиә Рыҫҡужинаның “Һары ла сәс”, “Любизар”, “Байыҡ”ты йырлауы, Фәттәх Аралбаевтың өҙҙөрөп гармунда уйнауы һәм “Ирмәк” йырын башҡарыуы, Рәмил Хәсәновтың сихри ҡурайы һәр кемдә милли ғорурлыҡ тойғоларын уятты. Ысынлап та, милләтебеҙҙең данын бар Ер шарына таратҡан олатайҙарыбыҙҙың рухы алдында беҙ мәңге бурыслы бит. Сарала яңы китап тураһында күп йылы һүҙҙәр яңғыраны. Темәс ауылының “Атайсал” клубы рәйесе С.Ғ. Вәлиев: “Китаптың күләме – бәләкәй, ә йөкмәткеһе бик бай булыуы һоҡландырҙы. Күп кенә ваҡиғаларҙың хронологик тәртиптә бирелеүе тарихи ваҡиғаларҙы байҡарға, еңел генә өйрәнергә ярҙам итә. Әлбиттә, был уҡытыусылар өсөн бик яҡшы ҡулланма. Һәр кемдең архивта ултырырға, кәрәкле мәғлүмәтте эҙләргә ваҡыты юҡ бит”, – тине.
 
Әмир Зәкир улы Сәйғәфәров бар изге теләктәрен белдергән һәм баҫманы сығарырға ярҙам итеүселәргә оло рәхмәтен белдерҙе. Шулай уҡ автор сарала ҡатнашыусыларға яңы китабын бүләк итте.
 
Эйе, районыбыҙҙың аҡһаҡалдары, ағинәйҙәре халҡыбыҙҙың тарихын һаҡлау, киләсәккә аманат итеп тапшырыу өсөн ойошмаларға берләшә, осрашыуҙар үткәрә, китаптар яҙа. Уларҙың милләтебеҙ һаҡлаусылары һәм яҡлаусылары булыуы оло ихтирамға лайыҡ. Ошондай изге эштәрҙе күтәреп алып дауам итерлек йәштәребеҙ ҙә күп булһын ине. Баймаҡ районының “тере энциклопедияһы” исемен алған Әмир Зәкир улы Сәйғәфәровтың артабан да ижади ҡомары һүнмәүен, беҙҙең өсөн тағы ла яңы, данлыҡлы исемдәр асыуын теләгебеҙ килә.

Г. САЛАУАТОВА.

Суд залынан

ҠАРА ҠАЙҒЫҒА ҺАЛҒАН КӨН...


Кешеләрҙең яҙмышы бер-береһенә булған мөнәсәбәтенә, йәмғиәттә үҙен тота белеүенә, рух ныҡлығы, хатта күршеләреңдең кем, ниндәй холоҡло булыуына ла бәйле. Баймаҡ эске эштәр бүлегенән аҙна һайын алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, ете көн эсендә районда үлтереү, үлтерергә маташыу, һыу эскеһеҙ итеп туҡмау кеүек ауыр енәйәттәр теркәлә. Юҡ, беҙҙе бер кем дә ситтән килеп туҡмамай, үлтермәй, ә ғүмер буйы бер урамдан йөрөп, бер ҡаҙандан ашап йөрөгән кешеләр бер-береһенең ғүмерен ҡыя.
Ҡара көҙҙөң ҡараңғылығында ҡылынған енәйәт тә туғанлашып, ҡоҙалашып бөткән ауылды икегә бүлде. Һәр кем үҙ яғының хаҡлығын белдереп, дошманға әүерелде...

Байрам мөбәрәк булһын, хөрмәтле ауыл эшсәндәре!

Байрам мөбәрәк булһын,
хөрмәтле ауыл эшсәндәре!

Район иҡтисадының нигеҙен тәшкил иткән ауыл хужалығы, белеүебеҙсә, һуңғы тиҫтә йылдарҙа ҙур һынауҙарға дусар булды. Район хакимиәтенең маҡсатлы эше һөҙөмтәһендә бөгөн был тармаҡты һаҙлыҡтан сығарыу буйынса аныҡ саралар күрелә, ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә. Быйыл республика бюджетынан 51 млн һум аҡса бүленде һәм ул яҙғы баҫыу эштәрен атҡарыуҙа ҙур ярҙам булды. Шул уҡ ваҡытта 3 мең тонна арзан хаҡҡа яғыулыҡ бирелде. Был беҙгә 102 мең гектарҙа ауыл хужалығы культураларын оптималь ваҡытта сәсеү мөмкинлеге бирҙе. Дөйөм алғанда, район аграрийҙарына дәүләт ярҙамы быйыл йыл башынан 98 млн һум тәшкил итте.

Данлыҡлы игенсе


“Уңыш” АХК-һының алдынғы механизаторы Кинйәбай Нурдәүләтов – хеҙмәте менән дан ҡаҙанған игенселәрҙең береһе. Бар ғүмерен данлыҡлы “Йылайыр” совхозын үҫтереүгә арнаған Кинйәбай Хафиз улы үҙенең намыҫлы хеҙмәте менән ысын ер улы булып танылды, район кимәлендәге хеҙмәт бәйгеләрендә күп тапҡырҙар еңеп сыҡты.
Һуңғы йылдарҙа К. Нурдәүләтов үҙенең хеҙмәт юлын “Уңыш” АХК-һында дауам итә. Быйылғы урып-йыйыу эштәре осоронда ла алдынғы комбайнсы һынатманы – ”Дон-1500” комбайнында 7400 центнер иген һуғып алып, иң юғары һөҙөмтәгә өлгәште.

Афарин!

Бронза миҙал – баймаҡтарҙа!

11-14 октябрҙә Мәскәүҙә “Алтын көҙ” Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһе үткәрелде. Йылдағыса, унда Башҡортостан делегацияһы ла әүҙем ҡатнашты һәм бихисап наградалар тейәп ҡайтты. Был юлы республикабыҙ күргәҙмәнең иң юғары баһаһына – Гран-приға лайыҡ булды. 

“Алтын көҙ” Бөтә Рәсәй күргәҙмәһе баймаҡтарға ла ҡыуаныслы яңылыҡ алып килде. Уның һөҙөмтәләре буйынса райондың Октябрь ауылынан танылған фермер Айрат Алик улы Шәрәфетдинов ауыл хужалығы культуралары үҫтереүҙә юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн РФ Ауыл хужалығы министрлығының Дипломына (уға РФ ауыл хужалығы министры Н.В. Федоров һәм Мәскәү ҡалаһы мэры С.С. Собянин ҡул ҡуйған) һәм бронза миҙалға лайыҡ булды. Юлыҡ ауылынан КФХ етәксеһе Миңлебаев Барис Фәйзулла улының хеҙмәте лә ошолай юғары баһаланды. Афарин!

Ҡабул итеүҙәр

Һорауҙар яуапһыҙ ҡалманы


19 октябрҙә Башҡортостан Республикаһы сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры вазифаһын башҡарыусы Хәлил Хәләф улы Рәхимов муниципаль район хакимиәте бинаһында граждандарҙы күсмә ҡабул итеү ойошторҙо. Уға Баймаҡтан алты кеше мөрәжәғәт итте.

Хроника

Мерәҫ ауыл Советы ауыл биләмәһе Советы ҡарарына ярашлы, Хафизова Таңсулпан Миңләхмәт ҡыҙы Мерәҫ ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы итеп һайланды.

Темәс ауыл Советы ауыл биләмәһе Советы ҡарарына ярашлы, Йәнсурин Рауил Хөрмәт улы Темәс ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы итеп һайланды.

Һандар һәм факттар

  • Быйыл бөтәһе 68835 гектарҙа иген культуралары, 4553 гектарҙа техник культуралар һәм 32836 гектарҙа мал аҙығы культуралары сәселгән. Дөйөм сәсеү майҙаны – 106381 га.
  • Яҙғы сәсеүгә 1200 тонна минераль ашлама, 800 тонна элиталы орлоҡ ҡулланылған.
  • Ҡоролоҡ арҡаһында 19601 гектарҙағы иген (28 процент), 1610 гектарҙағы техник (35 процент), 19768 гектарҙағы мал аҙығы культуралары (60 процент) майҙандарынан уңыш йыйып алыу мөмкинлеге булманы, йәғни улар һәләк булған (бөтәһе 40979 га).
  • Бөтәһе 49234 гектарҙа иген культуралары урып алынды, гектар ҡеүәте 6,2 центнер тәшкил итте. Тулайым йыйым – 30525 тонна.
  • 12780 тонна иген культуралары орлоғо әҙерләп һалынған (кәрәкле күләмдең 81 проценты), 30 тонна күп йыллыҡ үләндәр орлоғо тупланған.
  • 12000 тонна бесән (кәрәкле күләмдең 50 проценты), 20000 тонна сенаж (61 процент), 17000 тонна силос (28 процент), 6100 тонна иген фуражы (67 процент) әҙерләнгән. Шартлы һәр баш малға ҡарата 16,4 центнер аҙыҡ берәмеге тупланған.
  • 3100 гектарҙа ужым культуралары сәселгән, 25000 гектарҙа ер туңға һөрөлгән.
  • Әле бөтә төр хужалыҡтарҙа 49604 баш һыйыр малы, шул иҫәптән 24405 баш һауын һыйыр аҫрала. Һыйыр малы үткән осор менән сағыштырғанда 1,7 процентҡа, һауын һыйырҙар 1,3 процентҡа артҡан. 11198 йылҡы, 1651 сусҡа, 37533 һарыҡ-кәзә, 187,4 мең ҡош-ҡорт бар.
  • Ауыл хужалығы предприятиеларында һәм КФХ-ларҙа 14660 һыйыр малы, шул иҫәптән 6607 һыйыр иҫәпләнә. Йыл башына ҡарағанда һыйыр малы 137 башҡа артҡан.
  • Һөт етештереү бөтә төр хужалыҡтарҙа 42,4 мең тоннаға артҡан.
  • 9 айҙа 24590 быҙау алынған, ауыл хужалығы предприятиеларында һәм КФХ-ларҙа – 4392 баш.
  • Районда 13 яһалма ҡасырыу пункты эшләй. 1910 баш һыйыр һәм тана яһалма ҡасырылған.
  • Ауыл хужалығы предприятиеларында һауын көтөүе быйыл 1000 баш тана менән тулыланасаҡ.
  • Районда 508 трактор, 153 йөк автомашинаһы, 43 иген комбайны, 25 мал аҙығы әҙерләү комбайны, шул иҫәптән 18 үҙйөрөшлө техника, 356 сәскес, 76 һабан, 58 сапҡыс, 40 урғыс һәм 23 пресс-йыйғыс бар.
  • Быйыл 12 берәмек МТЗ-82.1 тракторы, бер МТЗ-920 тракторы, 4 комбайн, өс дискатор, ике һөт һыуытҡыс, өс урғыс, ике пресс-йыйғыс, ике ағыу һиптергес, фронталь тейәгес һәм бер “Омичка” сәскесе һатып алынған.
  • Районда 230 КФХ бар, шуның 47-һе быйыл теркәлгән.
  • Урал ауылынан Г.Мелешкин 7000 баш ҡаҙ үрсетә. “Башҡорт ҡаҙы” программаһы буйынса Ф.Сәмиғуллин 1000 баш ҡаҙ һатып алған.
  • А.Шәрәфетдинов КФХ-һы 416 һыйыр малы, 160 һарыҡ һәм 120 йылҡы аҫрай. А.Мырҙаҡаев КФХ-һы 291 һыйыр малы, 63 йылҡы үрсетә. М.Хисмәтуллин КФХ-һында иһә 304 һыйыр малы,227 йылҡы аҫрала. Б.Миңлебаевта 106 һыйыр малы, 63 йылҡы көтөлә.
  • Малсылыҡ менән фермерҙарҙың 82 проценты шөғөлләнә.
  • Ғаилә һөтсөлөк фермаларын үҫтереү программаһы буйынса Р.Арғынбаев һәм Н.Уразбаев КФХ-лары унда ҡатнашыуға статус алды. Әле Рәсәй ауыл хужалығы банкында кредит алыу буйынса документтар юллана.
  • Ю.Тимербулатов ошондай статус алыу өсөн документтарын тапшырған. Бер үк ваҡытта ул 50 баш һыйырға иҫәпләнгән аҙбар төҙөй.
  • Һарыҡсылыҡты үрсетеүгә өс кеше статус алырға йыйына. Ғ.Рәхмәтуллин, Х.Моратов һәм И.Биктимеров КФХ-лары төрлө тоҡомло һарыҡ алыуҙы планлаштыра.
  • ”2012-2014 йылдарҙа БР-ҙа эш башлаусы фермерҙар” программаһында ҡатнашыуға 10 документ тапшырылған, шуларҙың 6-һы конкурсты үткән. Шуның буйынса Р.Әлибаев, Ш.Хисаметдинов, И.Күсәрбаев, Ю.Азаматов, С.Ғәзизов, А.Йәрмөхәмәтов техника, орлоҡ, мал һатып алырға, мал аҙбары төҙөргә ниәтләй.
  • Ғаилә һөтсөлөк фермаларын үҫтереү программаһы буйынса конкурсты үткән А.Мырҙаҡаев КФХ-һы 50 баш һыйыр малы, пресс-йыйғыс һәм МТЗ-82 тракторы һатып алыуҙы маҡсат итеп ҡуя.
  • Темәстә һөт йыйыу һәм эшкәртеү менән шөғөлләнгән “Буранбай” ауыл хужалығы эшкәртеү һәм ҡулланыусылар кооперативы теркәлде. Шулай уҡ Төркмәндә “Маяҡ” кооперативы булдырылды, ул һөт йыйыу һәм эшкәртеү, ремонт һәм транспорт хеҙмәте күрһәтеү менән шөғөлләнәсәк.
  • Ленин исемендәге АХК “500 ферма” республика программаһында ҡатнаша. Ферманы модернизациялауҙың смета хаҡы – 15 млн һум (ҡоролмаларҙы ла иҫәпкә алып). “Рассвет” АХК-һы ла был программаға инергә ниәтләй.
  • Йәш белгестәргә даими рәүештә дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Дәүләт программаһы буйынса әле район хужалыҡтарында эшләүсе 16 белгес ошондай ярҙам ала. Шулай уҡ 4 кандидаттың документтары тапшырылған.

Һеҙҙе тәбрик итер көндө тыуҙырҙы был таң, дан һиңә, ер кешеһе, дан, мәңгелек дан!

Ауыл хужалығы тармағының флагманы

Күптән түгел Республика көнө уңайы менән үткәрелгән тантаналы йыйылыштағы сығышында район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов, агросәнәғәт комплексы тормошондағы хәлдәргә ҡыҫҡаса байҡау яһап, ауыл хужалығы производствоһын ойоштороуҙа Ленин исемендәге хужалыҡты, уның рәйесе Ғ.Б. Сәлимовты башҡаларға өлгө итеп ҡуйғайны.

Алдынғы һауынсы Гөлшат Исмәғилева
Райондың агросәнәғәт комплексы лидеры булып танылған предприятиеның бындай юғары баһаға лайыҡ булыуы юҡҡа түгел. Хужалыҡ ысын мәғәнәһендә үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармаҡтарын үҫтереү, уларҙан юғары продукция етештереү буйынса үҙенсәлекле тәжрибә үҙәге булып тора. Ҡатмарлы шарттарҙа ла кооператив төп потенциалды тотороҡло һаҡлап ҡалыуға өлгәшә, коллективтың социаль мәсьәләләрен уңышлы хәл итә, ауылдар инфраструктураһын үҫтереүгә тос өлөш индерә. Бындай ҡаҙанышҡа бер хужалыҡтың да өлгәшә алғаны юҡ әле.
Аяуһыҙ ҡоролоҡҡа ҡарамаҫтан, Ленин исемендәге АХК коллективы баҫыу эштәрен тейешле агротехник сроктарҙа һәм алдынғы технологиялар нигеҙендә атҡарып сығып, йылына күрә яҡшы уңыш үҫтереп алды. Бөтәһе 1650 гектарҙағы иген культураларының 1363 гектарынан ашлыҡ йыйып алынды, ҡалғаны ҡоролоҡҡа дусар булды. Тулайым йыйым 16765 центнер, гектар ҡеүәте 12,2 центнер тәшкил итте. Был – районда иң юғары күрһәткес.
Хужалыҡ ҡеүәтле комбайн һәм техника паркына эйә. Быйыл кооператив йәнә бер “Полесье” мал аҙығы әҙерләү комбайны һәм “Омичка” сәскесе һатып алды. Быларҙың барыһы ла баҫыу кампанияларын ойошҡанлы атҡарып сығыу мөмкинлеге бирҙе. Урып-йыйыу эштәрендә игенселәр Мостафа Салихов, Закир Балхин, Альберт Шахморатов, Ҡәнзәфәр Гөлбәйетов һәм Рауил Сәғәҙәтов иң юғары һөҙөмтәгә өлгәште. Ашлыҡ ташыуҙа алдынғы водитель Йәмил Моталлапов һынатманы. Йәмил Үҙәнбаев етәкләгән ырҙын табағы коллективы, Миңзәлә Ишалинаның ашнаҡсылар бригадаһы үҙ эштәрен бик яуаплы атҡарып сыҡты. Баш агроном У.Ә. Әхмәтйәнов, бригадирҙар А.С. Исхаҡов һәм У.М. Гөлбәйетов, профком рәйесе М.Х. Ишкинин үҙ участкаларындағы эште оҫта ойошторҙо.
А.Шаһморатов, Й.Моталлапов, Р.Сәғәҙәтов һәм З.Балхин

Йылдағыса, ураҡ барышында удар өс көнлөктәр ойошторолдо, унда еңеүселәр аҡсалата премиялар менән бүләкләнде. Комбайнсылар араһында иң юғары һөҙөмтәгә З.Балхин өлгәште – ул 4900 центнер иген һуғып алды.
Малсылыҡ өлкәһен үҫтереүҙә лә хужалыҡҡа тиңләшеүселәр юҡ. Йылдағыса, быйыл да хужалыҡ ҡышҡа ныҡлы аҙыҡ базаһы менән инә – бөтәһе 9100 тонна бесән, 4500 тонна сенаж, 700 тонна һалам, 936 тонна иген фуражы һалынған. Был иһә 1360 баш һыйыр малын имен ҡышлатыу мөмкинлеге бирәсәк. Әйткәндәй, хужалыҡта мал һанын арттырыу буйынса маҡсатлы эш дауам итә, тоҡомсолоҡ, зоотехния-селекция эшенә ҙур иғтибар бүленә. Кооперативта малсылыҡ базаларын һәм йәйләүҙәрҙе реконструкциялау даими контролдә тотола. Бына быйыл да хужалыҡ иң беренселәрҙән булып фермаларҙы ҡышҡа хәстәрләне. Һөт етештереү күләме буйынса Ленин исемендәге АХК күптән инде эре хужалыҡтарҙы үтеп китте һәм ошоғаса лидерлыҡты берәүгә лә биргәне юҡ. Әйткәндәй, тулайым һөт етештереү күләме буйынса хужалыҡ быйыл да яҡшы үҫешкә өлгәште. Бында баш зоотехник Ҡ.Р. Уразбаев, ферма мөдирҙәре Шамил Үҙәнбаев, Иршат Айытбаев, Фәнис Усмановтарҙың, бөтөн малсылар коллективының хеҙмәте ҙур.
Шуныһы һөйөнөслө, Ленин исемендәге АХК төбәктә тәүгеләрҙән булып “500 ферма” республика программаһында ҡатнашыуға статус алды. Был тәңгәлдәге эштәр башланды ла инде, ә төп реконструкция киләһе йылда атҡарыласаҡ. Был иһә коллективҡа яңы мөмкинлектәр аса, малсылыҡты яңы кимәлгә күтәрәсәк.
Киләһе уңыш тураһында хәстәрлек күреп, етерлек орлоҡ әҙерләп һалынған, 890 гектарҙа ер туңға һөрөлгән.
Дөйөм алғанда, хужалыҡтың бар өлкәләре лә тиерлек рентабелле эшләгән. 9 айҙа тулайым ауыл хужалығы продукцияһы етештереүҙән бөтәһе 26 млн 680 мең һумлыҡ төшөм алынған, ә саф табыш иһә 1 млн 770 мең һум тәшкил иткән. Шул уҡ ваҡытта социаль мәсьәләләр уңышлы хәл ителә, эш хаҡы ваҡытында бирелә, төрлө түләүҙәр буйынса бер ниндәй ҙә бурыс юҡ. Был, әлбиттә, бик мөһим фактор. Ғөмүмән, БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, производствоны оҫта ойоштороусы Ғ.Б. Сәлимов етәкселегендәге коллектив һөнәри байрамын был юлы ла юғары ҡаҙаныштар, киләсәккә матур уй-хыялдар менән ҡаршылай.

Яңы хужалыҡтың эше лә ырамлы

М. Мырҙабулатов
“Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһе – Баймаҡ тәжрибә хужалығы базаһында ойошторолған яңы предприятие. БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре М.Б. Салихов етәкләгән был коллектив ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төп тармаҡтарҙы үҫтереүҙә яҡшы күрһәткестәргә өлгәште, элекке данлыҡлы хужалыҡтың төп потенциалын һаҡлап ҡала алды.
Тәбиғәт ҡуйған ҡаты һынауҙарға ҡарамаҫтан, хужалыҡ 1141 гектарҙа сәселгән иген культураларынан 670 тонна ашлыҡ йыйып алды, уңыш 5,9 центнер тәшкил итте. Етерлек орлоҡ әҙерләп һалынған, 240 гектарҙа ужым арышы сәселгән. 150 гектарҙа ер туңға һөрөлгән, 140 гектарҙа эшкәртелгән.
Баҫыу эштәрендә механизаторҙар Геннадий Яковлев, Мозафар Маликов, Рәфис Ғайсин, Әхтәм Вахитов, Марсель Баймөхәмәтов, Әсхәт һәм Әхмәт Буранбаевтар, Илфат Ғәйнетдинов һәм Алексей Данилов, Харис Күлибаев, Марат Мырҙабулатов, алдынғы водитель Альберт Һатыбалов һ.б. һынатманы.
Хужалыҡтың баш агрономы В.И. Шәмсетдинов әйтеүенсә, хужалыҡ ҡышҡа етерлек мал аҙығы әҙерләгән. Бөтәһе 600 тонна бесән, 450 тонна һалам, 1800 тонна сенаж, 220 тонна фураж тупланған.
Билдәле булыуынса, предприятие ҡеүәтле малсылыҡ комплексына эйә. Бөгөн хужалыҡта 598 баш һыйыр малы, шул иҫәптән 339 баш һауын һыйыры аҫрала. Йылҡысылыҡ тармағын 243 йылҡы тәшкил итә, шуларҙың 79-ы – һауын бейәләр, ҡалғаны – эш, спорт аттары һәм айғырҙар.
Баш зоотехник Б.М. Ғәббәсов фекеренсә, һауынсылар Вазифа Ғәлиева, Мәфрүзә Күлибаева, Гөлсәсәк Маликова, Миңзифа Яҡупова, моторист Фәрит Ҡырғыҙбаев, быҙау ҡараусылар Шәфҡәт Үҙәнбаев һәм Венера Мостафина, техник-осеменатор һәм һауын гурты бригадиры Ғәфүр Кәримов, малсылар Виктор Линкин, Павел Борисов һәм Рәфит Әхмәтовтар һөнәренең алдынғылары булып танылған. Баш ветврач А.М. Мусин да үҙ бурыстарына бик яуаплы ҡарай.
“Баймаҡ” ҒПБ-һын бөгөн төбәктә генә түгел, республикала ла йылҡысылыҡ спорты киң үҫешкән предприятие булараҡ яҡшы беләләр. Бында ат спорты мастерҙары Снежана менән Рәмзил Таймасовтар, Мәхейән Сәйетов, Илназ Алтыншин һәм малсы Рафаэль Сафиндарҙың да хеҙмәте ҙур. Ә башҡорт тоҡомло йылҡы үрсетеүгә һәм тәрбиәләүгә аталы-уллы Искәндәр һәм Илсур Сыңғыҙовтар күп көс һала. Ҡымыҙ етештереүҙә Алһыу Моратова һәм Гөлсәсәк Сәғәҙиеваларҙың хеҙмәте маҡтауға лайыҡ.

Малсылыҡ – табышлы тармаҡ

Йыл да ҡабатлана килгән аяуһыҙ ҡоролоҡ райондың ҡеүәтле ауыл хужалығы предприятиеларының береһе – “Байҡара” агрофирмаһына ла йоғонто яһамай ҡалманы. Ошо арҡала хужалыҡтың сәселгән 1406 гектарҙағы иген культураларының 80 процент самаһы һәләк булған. Был, әлбиттә, хужалыҡ иҡтисадына ҙур зыян килтерҙе.

Р. Горшенин

Проблемаларға ҡарамаҫтан, агрофирма коллективы, булған мөмкинлектәрҙе файҙаланып, ҡышҡа булған тиклем мал аҙығы әҙерләне, фураж һалды, жом һатып алды. Барлыҡ резервтарҙы эшкә егеп, малды имен ҡыш сығарыу – байҡараларҙың яңы миҙгелгә маҡсаты бына шундай.
“Байҡара” агрофирмаһы районда ҡеүәтле малсылыҡ комплексы менән билдәле. Бөгөн хужалыҡта 662 баш һыйыр малы, шул иҫәптән 309 һауын һыйыр аҫрала, ҡалғанын йәш мал тәшкил итә. Предприятиела тоҡомсолоҡ эшенә, зоотехния-селекция йүнәлешенә иғтибар көслө. “Байҡара” тулайым һәм көндәлек уртаса һөт етештереү буйынса районда иң юғары күрһәткестәргә өлгәшкән коллективтарҙың береһе.
Агрофирма башҡорт тоҡомло йылҡы үрсетеү буйынса тоҡомсолоҡ репродукторы булып та танылды. Әле бында 200 башҡа яҡын йылҡы, шул иҫәптән 69 баш тоҡомло бейә аҫрала. Маҡсатлы эш һөҙөмтәһендә быйыл тоҡомло йылҡы һатыуҙан 1 млн 150 мең һумлыҡ табыш алынған. Киләһе йылда бейәләр һанын 75-кә еткереүҙе маҡсат итеп ҡуялар. Әйткәндәй, ҡымыҙсылыҡ та хужалыҡҡа яҡшы табыш та, дан да килтерә. Һуңғы йылдарҙа байҡаралар республика кимәлендә үткән ҡымыҙ буйынса конкурстарҙа бер нисә тапҡыр ҡатнашып, иң юғары баһаға лайыҡ булып ҡайтты. Малсылыҡ – табыш алыуҙың төп сығанағы. Һөт етештереүҙән хужалыҡ көн дә 28-30 мең һум килем алып тора. Малсылыҡ базалары ла ҡышҡа яҡшы әҙерләнгән.
Хужалыҡ Риза Горшенин, Йомабай Шәйәхмәтов, Айрат Тотманов, Самат Йәнбәков, Миңниса Шәйәхмәтова, Нәзирә Кейекҡужина, Сөнғәт Йәнбәков кеүек уңған хеҙмәтсәндәре менән билдәле. Бөгөн дә улар хеҙмәт фронтында тырышып эшләй.

Үҙәккә ихтыяж ҙур

“Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәге 2009 йылдан эшләп килә. Унда Салауат Рафаэль улы Байрамғолов етәкселегендә 8 белгес киң йүнәлештәге һорауҙарға: бар милекселектәге ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәргә яҙғы баҫыу эштәренән көҙгө ураҡҡа тиклем үҫемлекселек тармағы, малсылыҡ, бухгалтер иҫәбен алыу һәм һалымдар йыйыу буйынса консультация хеҙмәте күрһәтә. Шулай уҡ юридик һорауҙар буйынса, үҙ эшен яңы асыусыларға бизнес-план төҙөүҙә, банк кредиты алыуҙа, механизация һорауҙарында, лизингҡа йәки кредитҡа техника алыуҙа, уны марка һәм заводтар буйынса һайлауҙа ла ярҙам була.
Үҙәк ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәргә бар йүнәлештәрҙәге (үҫемлекселек, малсылыҡ һ.б.) киткән сығымдарҙы ҡаплау өсөн субсидиялар алыуға документтар әҙерләүҙе лә башҡара, бының турала һәр береһенә шәхси белдереү яһай.
Әлеге көнгә мәғлүмәт-консультация үҙәге белгестәре тарафынан 4290 консультация хеҙмәте башҡарылған. Уларҙың 1239-ы үҫемлекселеккә, 937-һе малсылыҡ тармағы буйынса, 462 – механизацияға, 686-һы иҡтисад һорауҙарына һәм бухгалтер иҫәбен алыуға, 804-е юридик өлкәгә ҡағылышлы булған.
2012 йылда “Баймаҡ” МКҮ-һе муниципаль район сиктәрендә бизнестың тәүбашлап барлыҡҡа килеү стадияһындағы бәләкәй формалы эшҡыуарлыҡ субъекттарына финанс ярҙам программаһында ҡатнашты һәм 10 кешенең документтары әҙерләнде. Бынан тыш “Эш башлаусы фермер” республика конкурсында ҡатнашырға теләгән 8 кешенең документтарын әҙерләүҙә һәм тапшырыуҙа ярҙам ителде. Уларҙың алтауһы конкурстың бар этаптарын үтеүгә өлгәште. 1 крәҫтиән-фермер хужалығына “2012-2014 йылға КФХ базаларында ғаилә һөт фермаларын үҫтереү” программаһы сиктәрендә консультация ярҙамы күрһәтелде. Ул да шулай уҡ конкурстың бар этаптарын уңышлы үтә алды.
Үткән осорҙа 3 КФХ “Ғаилә һөт малсылыҡ фермалары” республика программаһында ҡатнашыусы статусын алды, “Маяҡ” һәм “Буранбай” ауыл хужалығы етештереүсе кооперативтары төҙөлдө.


Яңы алымдарға таянып

“Рассвет” АХК-һы райондың ауыл хужалығы производствоһында лайыҡлы урынды биләй. А.Б. Шәрипов етәкләгән коллектив төп тармаҡтарҙы үҫтереү, уларҙан юғары продукция алыу өлкәһендә күптәргә үрнәк булып тора. Бының нигеҙендә хужалыҡтың йылдар буйы алып барған ныҡышмалы хеҙмәте ята.
Алдынғы механизатор Әғзәм Әбилев һәм водитель Михаил Рассадников
Ҡасандыр иҡтисады артҡа тәгәрәгән предприятие һуңғы йылдарҙа тотороҡло эшләүселәр рәтенә баҫты, яңы алымдарҙы ҡулланыуға йөҙ борҙо. Бөгөн бында иҡтисади яҡтан файҙалы культуралар (мәҫәлән, майлы етен) сәсеү, малсылыҡты үҫтереү йүнәлешендә һиҙелерлек һөҙөмтәләр бар һәм ул хужалыҡтың яҡты киләсәгенә өмөт уята. Һуңғы йылдарҙағы ҡаты ҡоролоҡ, ауыл хужалығындағы башҡа проблемаларға ҡарамаҫтан, кооператив үҫемлекселектән яҡшы уңыш алыуға ирешә, малсылыҡта ла етди аҙымдар яһай.
Быйыл хужалыҡ 2120 гектарҙа сәселгән иген культураларынан 10717 центнер тулайым ашлыҡ йыйып алды, гектар ҡеүәте уртаса 5,4 центнер тәшкил итте. Быйылғы шарттарҙа был насар күрһәткес түгел. Был күләм киләһе сәсеү миҙгеленә етерлек орлоҡ һалыу, фураж әҙерләү һәм хужалыҡ хеҙмәтсәндәренә иген таратыу мөмкинлеге биргән.
Хужалыҡта иҡтисади яҡтан файҙалы культуралар сәсеүгә курс алынған. Мәҫәлән, быйыл 93 гектарҙа майлы етен сәселгән, унан яҡшы уңыш үҫтереп алынған. Киләһе йылда уның майҙаны тағы ла артасаҡ. Әйткәндәй, был культураға һорау бик ҙур һәм уға хаҡ та юғары. Бер үк ваҡытта күп йыллыҡ үлән баҫыуҙарын яңыртыу, страховка культураһы – ужым арышы сәсеүгә лә иғтибар ҙур. Киләһе уңыш тураһында хәстәрлек күреп, 420 гектарҙа ер туңға һөрөлгән.
“Рассвет” АХК-һы ҡеүәтле малсылыҡ комплексы менән билдәле, ул хужалыҡ иҡтисадында ҙур роль уйнай. Быйыл да мал ҡышлатыу миҙгеленә коллектив яҡшы әҙерләнде. Иң тәүге сиратта ныҡлы мал аҙығы базаһы тупланды – 235 тонна бесән, 2177 тонна сенаж, 320 тонна силос, 330 тонна һалам, 207 тонна иген фуражы һалынды. Фураждағы шартлы һәр баш малға ҡарата 14,1 центнер аҙыҡ берәмеге тупланған, был – районда иң яҡшы күрһәткестәрҙең береһе.
Бөгөн кооперативта 620 баш һыйыр малы иҫәпләнеп, шуның 275 башын һауын көтөүе тәшкил итә. Шуныһы үҙенсәлекле, мал һаны йылдан-йыл арта бара. Тармаҡты үҫтереү йүнәлешендә маҡсатлы эш алып барып, быйылдан рассветтар һыйырҙарҙы көҙгө-ҡышҡы осорҙа быҙаулатыуға күскән. Был алымдың малсылыҡ тармағы өсөн табышлы һәм отошло булыуы һәр кемгә мәғлүм. Сентябрь айынан уҡ һыйырҙарҙың күпләп быҙаулау осоро башланған һәм бөгөнгә бөтәһе 90 баш самаһы үрсем алынған да инде. Ғөмүмән, быйылғы осорҙа хужалыҡта 230 баш быҙау алыу күҙ уңында тотола. Әйткәндәй, һыйырҙар тулыһынса яһалма ҡасырыла, был тәңгәлдә ҡара-сыбар һәм симменталь тоҡомло үгеҙҙәрҙең орлоғо файҙаланыла. Был яуаплы эш Вәкил Юнысбаевҡа ышанып тапшырылған.
Малсылыҡ базаларын реконструкциялау һәм ремонтлауға йыл да ҙур иғтибар бүленә. Зәбир Ғибатов бригадаһы егеттәре быйыл да ҙур күләмдәге эштәрҙе атҡарып сыҡҡан. Атап әйткәндә, 350 метр оҙонлоғонда ҡойма яңыртылған, бер һыйыр аҙбары реконструкцияланған, тиреҫ сығарыу транспортерҙары алмаштырылған, башҡа эштәр башҡарылған.
Предприятиела үгеҙ һимертеү майҙансығы булдырыу буйынса эш башланған. Киләһе йылда кәмендә 70-80 баш малды һимертеү һәм иткә оҙатыу планлаштырыла.
Кооператив техник потенциалды яңыртыуға йылдың-йылы ҙур иғтибар бүлә. Быйыл, мәҫәлән, хужалыҡ ике берәмек өр-яңы МТЗ-82.1 тракторы һатып алды.
Күреүебеҙсә, “Рассвет” АХК-һы коллективы заман менән бергә атларға, тармаҡтарҙы перспектив йүнәлештә үҫтерергә тырыша. Был уларҙың көндәлек эштәрендә сағылыш таба.


Кеше һөнәре менән матур

Баймаҡ ауыл хужалығы техникумы бына нисә йылдар буйы үҙе әҙерләп сығарған кадрҙар менән дан тота. Илдең һәм республиканың агросәнәғәт комплексын сифатлы белгестәр менән тәьмин итеүҙәге уңыштар, әлбиттә, педагогик коллективтың оло хеҙмәт һөҙөмтәһе ул.
И. Исхаҡов

Әйтергә кәрәк, студенттар бында бай матди-техник база нигеҙендә белем ала. Уҡыу кабинеттары яҡшы йыһазландырылған, техника паркы ла бай.
Тейешле белем шарттарын булдырыуға ҙур көс һалған производство белеме биреү мастеры Ишморат Фәтих улы Исхаҡовты билдәләп үтергә кәрәк. Кабинет мөдире вазифаһын үтәп, ул биҙәлеш һәм йыһазландырыуға күп иғтибар бүлә: плакаттар, макеттар, схемалар әҙерләй, үҙенә беркетелгән техниканы яҡшы торошта тота. Шуға күрә лә Ишморат Фәтих улының дәрестәрендә студенттар алдынғы эш алымдарын, заманса техника һәм производство техникаһын тулы кимәлдә өйрәнә. Һөҙөмтәлә, улар квалификациялы эштәрҙе үтәүҙә һәм имтихандарҙы тапшырыуҙа ҙур уңыштарға өлгәшә.
Производство белеме биреү мастеры үҙенең педагогик эшмәкәрлегендә төп ҡағиҙә итеп дөйөм белем биреү, һөнәри, мәҙәни үҫтереүҙе, техник ижад итеүгә өйрәтеүҙе маҡсат итеп ҡуйған. Быларҙың барыһы ла белем алыусылар араһында әхлаҡи тәрбиәгә, йәмғиәткә, ғаиләгә кәрәкле ысын кеше булып үҫешергә булышлыҡ итә.
Ишморат Фәтих улы Исхаҡовтың техникумдың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыуын, художестволы үҙешмәкәрлектә уңышлы сығыш яһауын Маҡтау ҡағыҙҙары дәлилләй. Үҙ эшен яҡшы белгән, уға тоғро ҡалған эшһөйәр уҡытыусының хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ.

Махсус сығарылышты Азамат Мөхәмәтшин, Айбулат Ишназаров әҙерләне.

Яңылыҡтар

     Иғтибар: конкурс!

     Баймаҡ учреждение, ойошма һәм предприятиелары араһында, уларҙың милекселек төрҙәренә ҡарамай, “Биләмәлә социаль программаларҙы хәл итеүҙә һәм корпоратив мәрхәмәтлелекте үҫтереү” номинацияһына “Иң яҡшы эш биреүсе” конкурсы иғлан ителде. Конкурс 2013 йылдың 15 майына тиклем дауам итәсәк.
     Тулыраҡ мәғлүмәт менән муниципаль район хакимиәтенең сайтында танышырға мөмкин. Конкурста ҡатнашыу өсөн заявкаларҙы Баймаҡ ҡалаһы, Тыныслыҡ урамы, 1 (212-се һәм 201-се бүлмәләр) адресы буйынса тапшырырға. 

     Эстафета дауам итә

     1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүгә 200 йыл тулыу айҡанлы һәм Рәсәй тарихы йылына ҡарата ойошторолған “Атайсал тип янған йөрәктәр” һәм “Ағинәйҙәр” клубтары ағзалары ҡатнашлығында “Хәтерләйбеҙ, баш эйәбеҙ” эстафетаһы дауам итә. 22 октябрҙә Ҡолсора ауылы зыялылары эстафетаны Күсей ауылы халҡына тапшырасаҡ. 
     29 октябрҙә иһә күсейҙәрҙән эстафетаны сәйғәфәрҙәр ҡабул итәсәк.

     Спорт

     20 октябрҙә “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексында ауыл биләмәләре командалары араһында район спартакиадаһы иҫәбенә өҫтәл теннисы буйынса ярыш үтәсәк. 21 октябрҙә иһә ҡала предприятиелары, учреждение-ойошмалары командалары көс һынашасаҡ.

     Йәшелләндереү

     Баймаҡ ҡалаһын йәшелләндереү буйынса саралар дауам итә. Бында Баймаҡ ремонт-төҙөлөш идаралығы ҙур өлөш индерә. Бөгөн был коллектив көсө менән Стаханов, Әлибаев урамдарына ағас ултыртыла.
     Л. ТАКАЕВА.

     Яраттарҙа акция бара

     Ярат биләмәһенә ҡараған ауылдарҙа “Атайсал”, “Ағинәйҙәр” клубтары, ветерандар, ҡатын-ҡыҙҙар советтары “Башҡортостан ҡыҙы” журналына 2013 йылға яҙылыу буйынса “Һәр ғаиләгә – “Башҡортостан ҡыҙы” тигән акция иғлан итте. Ул 1 октябрь – Ололар көнөнә арналған байрам кисәһендә “Үҙең яҙыл да – башҡаларға бүләк ит!” тигән исем аҫтында башланды. Акцияға ауыл биләмәһендәге барлыҡ ойошма-учреждениелар ҙа дәррәү ҡушылды.
     Р. ИСМӘҒИЛЕВА, китапханасы.

ҺАЙЛАУ–2012

     Территориаль һайлау комиссияһы мәғлүмәте


     Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль районы егерме алтынсы саҡырылыш Билал ауыл Советы ауыл биләмәһе Советына өҫтәмә депутат һайлауҙары һөҙөмтәһе

     4-се округ
     Һайлауҙа ҡатнашҡан – 108 (98,18 процент)
     Күсәрбаев Йәҙгәр Булат улы – 70 (64,81 процент)
     Кинйәбулатова Зимфира Марс ҡыҙы – 38 (35,19 процент)
    
     Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль районы егерме алтынсы саҡырылыш Мерәҫ ауыл Советы ауыл биләмәһе Советына өҫтәмә депутат һайлауҙары һөҙөмтәһе

     6-сы округ
     Һайлауҙа ҡатнашҡан – 71 (82,56 процент)
     Хафизова Таңсулпан Миңләхмәт ҡыҙы – 59 (83,10 процент)
     Сөләймәнов Илгиз Иршат улы – 12 (16,90 процент)
    
     Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль районы егерме алтынсы саҡырылыш Темәс ауыл Советы ауыл биләмәһе Советына өҫтәмә депутат һайлауҙары һөҙөмтәһе

     2-се округ

     Һайлауҙа ҡатнашҡан – 212 (91,38 процент)
     Йәнсурин Рауил Хөрмәт улы – 152 (71,70 процент)
     Яҡупов Сулпан Сәлмән улы – 54 (25,47 процент)

Еңеүселәр бүләкләнде

     Мәғлүм булыуынса, өсөнсө саҡырылыш муниципаль район Советына депутаттар һайлау менән бәйле, “Һаҡмар” гәзите редакцияһы территориаль һайлау комиссияһы менән берлектә гәзит уҡыусылар араһында викторина иғлан иткәйне. Өс турҙа үткән викторинала барлыҡ һорауҙарға ла дөрөҫ яуап биреп, өс кеше – Әлфирә Тажетдинова (Үрге Иҙрис), Гөлдәр Кәримова (Баймаҡ), Нурия Мортазина (Байыш) еңеүсе тип табылды. Ошо көндәрҙә беҙ еңеүселәрҙе редакцияға тәбрикләү тантанаһына саҡырҙыҡ.

Граждандар хәүефһеҙлеге

Граждандар оборонаһына – яҡшы баһа

Смотр ваҡытында.

     Хәбәр итеүебеҙсә, 16-18 октябрҙә районда граждандар оборонаһы идаралығы органдарының эшмәкәрлеген күҙәтеү буйынса комплекслы тикшереү үткәйне. Бындай күләмдәге тикшереүҙең районда һуңғы тапҡыр 2003 йылда уҙыуын иҫәпкә алып, был мөһим сараға етди иғтибар бирелде. Программа үҙ эсенә практик күнекмәләрҙе лә алды.

ХӘТЕР

Мостай Кәрим – милләтебеҙҙең рухи йондоҙо

  

     20  октябрь – милләтебеҙҙең рухи йондоҙо, бөйөк аҡыл эйәһе, халҡыбыҙҙың  яратҡан улы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең  тыуған көнө. Әгәр үҙе иҫән булһа, уға 93 йәш  тулған булыр ине. Ләкин бына 7 йыл  инде был көндө беҙ Мостайһыҙ ҡаршылайбыҙ. 20 октябрҙә бөйөк шағирыбыҙҙы хөрмәтләп  иҫкә алабыҙ, шиғри гәүһәрҙәрен, үлмәҫ геройҙарын хәтергә төшөрәбеҙ, фәһемле һүҙҙәрен, фекерҙәрен ҡабат тергеҙәбеҙ. Уның үлмәҫ рухы алдында баш эйәбеҙ.
21 ОКТЯБРЬ – ЮЛ ХУЖАЛЫҒЫ ХЕҘМӘТКӘРҘӘРЕ КӨНӨ

    Юлдарыбыҙ тигеҙ булһын!

И. Сапаров
     Һуңғы йылдарҙа районда юлдарҙы төҙөкләндереүгә айырым иғтибар бирелә. Был аңлашыла ла. Сөнки социаль бурыстарҙы хәл итеүҙә, халыҡты оло донъя менән бәйләүҙә, кешеләрҙең йәшәү кимәлен күтәреүҙә автомобиль юлдары ҙур урын алып тора. Октябрҙең һәр өсөнсө йәкшәмбеһе юлсылар үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй.