7 сент. 2012 г.

Мин уға һәйкәл ҡуйыр инем



      Мерәҫ ауылында ғорурланырлыҡ ир уҙамандары бихисап. Шуларҙың береһе – Хөрмәт Нурый улы Рысмөхәмәтов. Хөрмәт Нурый улы 1931 йылдың 1 ғинуарында өсөнсө бала булып донъяға килә. Ул ваҡытта ауыл тормошо бигерәк тә ауыр була. Шуға күрә ғаиләһенә ярҙам итеү теләге менән Хөрмәт 12 йәшендә генә быҙау көтөргә сыға. Тырыш малайҙы 1945 йылда йылҡы малын ҡарарға ҡуялар.

      Мәле еткәс, Хөрмәт Рысмөхәмәтов ҙур теләк менән әрме сафына китә. Ул өс йыл Ленинградта хеҙмәт итә. Ҡыйыу, сыҙам егет командованиеның маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ була.

      Ватан алдындағы бурысын үтәгәс, Хөрмәт Нурый улы тыуған ауылына ҡайтып һыйыр малын көтә башлай. Йәш егет Фәниә исемле ҡыҙға ғашиҡ була. Тиҙҙән йәштәр бик матур ғаилә ҡора. Хөрмәт Нурый улы һәм Фәниә Зәкир ҡыҙы 11 балаға ғүмер бирә, уларҙың һәр береһенә яҡшы тәрбиә биреп, үҙаллы тормошҡа сығара. Кем генә юҡ Рысмөхәмәтовтар араһында! Киномеханик та, малсы ла, һатыусы ла, хатта Сибай драма театры артисы ла.
 
      1977 йылда Фәниә апайға лайыҡлы рәүештә Герой-әсә исеме бирелә. Хәҙерге ваҡытта Рысмөхәмәтовтарҙың 9 бүләһе, 2 бүләсәре бар. Был татыу ғаилә бергә йәшәүҙәренең 55 йыллығын да туйланы. Ә Хөрмәт Нурый улының хеҙмәт стажы 60 йыл! Фиҙаҡәр хеҙмәте Хеҙмәт даны ордены, “Социалистик ярыш еңеүсеһе”, “Коммунистик хеҙмәт ударнигы”, Бөйөк Еңеүҙең юбилей миҙалдары менән билдәләнә. Ә маҡтау ҡағыҙҙары, Почет грамоталарын һанап бөткөһөҙ.
 
      Әгәр ҙә ауыл ерендә барыһы ла Хөрмәт ағай кеүек эшһөйәр һәм тырыш булһа, беҙҙең тормошобоҙ тиҙерәк алға барыр, донъябыҙ ҙа йәмләнеп, матурайып китер ине. Әгәр минән: “Ауылығыҙҙа кемгә һәйкәл ҡуйырға була?” – тип һораһалар, һис икеләнмәйенсә: “Малсы Хөрмәт ағай Рысмөхәмәтовҡа!” – тип яуап бирер инем.
 

      Дилбәр ЯХИНА, ауыл китапханасыһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.