5 сент. 2012 г.

Рәсми бүлек

Граждандарҙы яҡлау айлығы үткәреү тураһында


 Башҡортостан Республикаһының граждандар оборонаһы, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм ликвидациялау, янғын хәүефһеҙлеге һәм кешеләрҙең һыу объекттарында хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса 2012 йылға ҡаралған төп саралар планын бойомға ашырып, Башҡортостан Республикаһының 2012 йылдың 1 авгусындағы 1015(р)-се ҡарарына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәте муниципаль район биләмәһендә граждандарҙы яҡлау системаһының һөҙөмтәлелеген арттырыу маҡсатында ҡарар итә:

1. 2012 йылдың 4 сентябренән 4 октябренә тиклем Баймаҡ районы муниципаль районы биләмәһендә Рәсәй граждандар оборонаһының барлыҡҡа килеүенә 80 йыл тулыуға арналған граждандарҙы яҡлау айлығы уҙғарырға;
 
2. Баймаҡ районы муниципаль районында граждандарҙы яҡлау айлығының килешелгән планын раҫларға;
 
3. Баймаҡ районы муниципаль районы хакимиәтенең граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр эштәре буйынса сектор мөдиренә (Йәғәфәров Й.А.) 2012 йылдың 4 сентябренә тиклем тейешле ойошмаларға, урындағы үҙидара органдарына таянып эшләү һәм үтәү өсөн граждандарҙы яҡлау айлығы планын ебәрергә;
 
4. Ойошмаларға, ҡала һәм ауыл биләмәһе хакимиәттәренә тәҡдим итергә:
- граждандарҙы яҡлау айлығы саралары әҙерләргә һәм үткәрергә;
- 2012 йылдың 3 октябренә тиклем муниципаль район хакимиәтенә граждандарҙы яҡлау айлығы үткәреү тураһында отчет материалдарын тапшырырға;
- граждандарҙы яҡлау айлығы барышын “Һаҡмар”, “Баймакский вестник” район гәзиттәре һәм “Баймаҡ телерадиотапшырыуҙар студияһы” МБУ-һы аша даими яҡтыртып барырға;
 
5. Был ҡарарҙың үтәлешен контролдә тотоуҙы төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары К.П. Замотаевҡа йөкмәтергә.
 
И. Ситдыҡов,
муниципаль район хакимиәте башлығы. 

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.