29 сент. 2012 г.

Яңылыҡтар

Уникаль операция

Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһында Өфө табибы – врач-травматолог Йәүҙәт Мисбах улы Багашев янбаш-бот быуынын яһалмаға алмаштырыу буйынса уникаль операция яһаған. Медицина хеҙмәткәрҙәре, түшәктә ятҡан 79 йәшлек инәйҙең махсус дауаланыу курсын үткәс, аяҡҡа баҫасағына шикләнмәй. Бындай операция беҙҙең дауаханала тәүге тапҡыр эшләнгән.

Эш эҙләп

Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә “Йәштәргә – эш” республика акцияһы сиктәрендә вакансиялар йәрминкәһе үтте. Унда район һәм ҡала предприятие-ойошмалары ла ҡатнашты. Сараға  йөҙгә яҡын кеше йыйылды. Уларҙың 37-һенә эш тәҡдим ителде.

Гөрләп йәшәйҙәр

Беренсе Этҡол мәктәбе һәм БРКЛ уҡыусылары Шәфҡәтлелек айлығына ҙур теләк менән ҡушылған. Улар ололарға төрлө яҡтан ярҙам күрһәтә. Хеҙмәт ветераны Нәҡиә инәй Азаматова көҙгө уңышын йыйып биргән БРКЛ-дың 9-сы класс уҡыусыларына (М.Ю. Шәрипова етәкселегендә) бик тә рәхмәтле. Шулай уҡ Беренсе Этҡол биләмәһенә ҡараған ауылдарҙа экологик өмәләр дауам итә.

Әҙәбиәткә арнап

Мерәҫ китапханаһында башҡорт китаптары аҙналығы буйынса бик күп саралар үткәрелгән. Яҡташ яҙыусыларыбыҙҙың ижады буйынса әңгәмә, шағирә Зилә Ғәйетҡолова менән осрашыу, беренсе класс уҡыусылары өсөн “Һаумы, китапхана!”, кескәйҙәр өсөн “Башҡорт әкиәттәре” иртәлеге һәр кемдең күңеленә хуш килгән.
Г. Иҫәнгилдина.    

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.