23 сент. 2012 г.

Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә юғалып ҡалмағыҙ


Баймаҡ районы хакимиәте башлығының 2012 йылдың 4 сентябренән 4 октябренә тиклем район биләмәһендә Рәсәй оборонаһының 80 йыллығына арналған граждандар оборонаһы айлығын үткәреү тураһындағы ҡарарына ярашлы, халыҡты һаҡлау эффектлылығын күтәреү һәм район биләмәһен тәбиғәт һәм техноген характерҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау йәһәтенән комплекслы саралар үтәсәк:


  • иҡтисад объекттарының тотороҡло эшләүен, производство персоналын, сеймал һәм әҙер продукцияны ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау буйынса сараларҙы арттырыу;
  • идара итеү органдарын, көстәрен һәм сараларын ғәҙәттән тыш хәлдәр эҙемтәләрен бөтөрөүгә, зыян күргән, һыу баҫҡан, янғын сыҡҡан, авария булған урындарҙа авария-ҡотҡарыу һәм башҡа кисектергеһеҙ эштәрҙе башҡарыуға әҙерләү;
  • ғәҙәттән тыш хәлдәр эҙемтәләрен иҫкәртеү буйынса саралар планын алдан әҙерләү;
  • ғәҙәттән тыш хәлдәр эҙемтәләрен көстәр һәм саралар менән идара итеү системаһын камиллаштырыу, хәбәр итеү һәм элемтә сараларының ышаныслы эшләүен тәьмин итеү;
  • хәрби хәрәкәттәр башлана ҡалһа, уның эҙемтәһендә йәки тәбиғәт һәм техноген характерҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәр арҡаһында килеп тыуған хәүефтән һаҡланыу маҡсатында халыҡҡа аңлатыу эштәре алып барыу;
  • граждандар оборонаһы өлкәһендәге белемде пропагандалау,  ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡланыу һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында бөтә халыҡты әҙерләүгә киң мәғлүмәт сараларының мөмкинлектәрен тулыһынса файҙаланыу.
Бөгөн райондағы ойошма-учреждениеларҙа граждандар оборонаһы айлығы барыу уңайы менән планға ярашлы төрлө саралар уҙғарыла, ғәҙәттән тыш хәлдәр ваҡытында халыҡты өйрәтеү өсөн теоретик һәм практик уҡыуҙар ойошторола. Киң мәғлүмәт саралары аша халыҡҡа тәбиғәт йәки техноген характерҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуған осраҡта үҙеңде тотоуҙың төп ҡағиҙәләрен аңлатырға кәрәк.
Районда ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда берҙәм хәбәр итеү сигналы тәртипкә һалынған. Хәүеф килеп сыҡҡан осраҡта был хаҡта граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр эштәре буйынса идаралыҡ органдары район элемтә үҙәге, эске эштәр бүлеге һәм хәрби комиссариат линиялары буйынса “Парус” үҙәкләштерелгән система ярҙамы менән телефон, телеграф һәм радио бәйләнештәре, шулай уҡ муниципаль район хакимиәтенең берҙәм-дежур хеҙмәте аша белдереү яһала. “Парус” системаһы буйынса райондың етәкселәренә хәбәр итеү һәм уларҙы йыйыу буйынса саралар планы төҙөлгән. Ҡалала тауыш көсәйткесе булған радиостанция эшләй. Ул ҡала биләмәһенең 60 процентын уратып ала, ҡала халҡының 70 процентына хәбәр итергә мөмкинлек бирә. Ҡала буйынса “Барыһының да иғтибарына!” сигналы электр сиренаһы аша тапшырыла. Урындағы радио һәм “Баймаҡ телевидениеһы”, тауыш көсәйткестәр аша хәбәр ителә. Белдереү барып етмәгән урындарға сигнал һәм тауыш көсәйткестәр урынлаштырылған ҡоролмалар менән полиция төркөмдәре сығарыла. Ауыл биләмәләрендә белдереү урындағы радио, телевидение һәм муниципаль берәмек башлыҡтары һәм ойошма етәкселәре аша яһала.
“Барыһының да иғтибарына!” сигналы (сирена һәм өҙөк-өҙөк гудок) ишетеү менән:
  • ашығыс хәбәрҙе тыңлар өсөн шунда уҡ радио йәки телевизор тоҡандырырға;
  • күршеләрегеҙҙе, туғандарығыҙҙы килеп тыуған хәл тураһында иҫкәртергә, балаларҙы өйгә ҡайтарырға һәм яһалған белдереү буйынса эш итергә;
  • эвакуацияланған осраҡта ҙур булмаған сумкаларға иң кәрәкле нәмәләр: документ, аҡса, затлы әйберҙәр, һыу, консерваланған һәм ҡоро аҙыҡ-түлек һалырға, фатирҙы консервацияға әҙерләргә (тәҙрәләрен, балконды, газ, һыуҙы ябырға, электр энергияһын, мейестә янған утты һүндерергә);
  • күршелә йәшәгән сирлеләргә, оло йәштәгеләргә йыйынырға ярҙам итергә кәрәк.
Сигнал элемтә саралары аша бер ниндәй сиратһыҙ бирелә. Һәр төбәк өсөн теге йәки был төрҙәге стихиялы бәлә хас, һөҙөмтәлә, уның ғәҙәттән тыш хәлде тыуҙырыуы ихтимал. Айырма шунда ғына: береһе көслөрәк, икенсеһе көсһөҙөрәк булыуы мөмкин.
Беҙҙең районда сәғәтенә 100 километрға етерлек көслө дауыл, урман янғыны, һыу баҫыуы, көслө йәшен, кинәт һауа температураһының түбәнәйеүе һәм шуның менән бәйле ҡар, борсаҡ яуыуы, буран булыуы ихтимал. Ниндәй генә хәлдә ҡалһағыҙ ҙа, айыҡ уй һәм аҡыл менән эш итергә тырышығыҙ. Беренсе сиратта:
  • стихиялы бәләнең көсөн, масштабын билдәләгеҙ;
  • уның географик йүнәлешен һәм ваҡытын асыҡлағыҙ;
  • хәүефһеҙерәк урынды билдәләгеҙ;
  • яҡын аралағы сәғәткә, тәүлеккә авария һәм стихиялы бәләнең торошон күҙаллағыҙ;
  • бәләнең ҡайтанан ҡабатланыу ихтималлылығын иҫегеҙҙә тотоғоҙ.
  • Стихиялы бәлә килеп тыуған урында йәшәйеште тәьмин итеү өсөн түбәндәге факторҙар ярҙам итә:
  • тәбиғәт күренешенең үҙенсәлектәрен белеү;
  • стихиялы бәләнең яҡынлашыуын танып-белеү һәм уның өсөн әҙерлек эштәре алып барыу. (Ғәҙәттә, бер ниндәй ҙә бәлә ҡапыл килеп сыҡмай, һәр береһе үҙенең яҡынлашыуын нисек булһа ла алдан хәбәр итә);
  • стихиялы бәләләрҙән һаҡланыу алымдарын белеү;
  • үтә лә ҡатмарлы шарттарҙа хәрәкәт итер өсөн психологик яҡтан әҙер булыу.
Райондың берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте телефондарын хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: “01”, 3-12-30, 2-20-10, кеҫә телефоны аша “112”. Эҙләү-ҡотҡарыу төбәк отрядының телефоны: 8-34775-3-09-65. Ниндәй ҙә булһа ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуған осраҡта үрҙә әйтеп кителгән телефондар аша хәбәр итеүегеҙ һорала.
Й. Йәғәфәров, муниципаль район хакимиәтенең граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр секторы мөдире.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.