17 сент. 2012 г.

Күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтарығыҙҙы беләһегеҙме?


“Рәсәй юристары ассоциацияһы” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы башланғысы менән 2012 йылдың 21 сентябрендә сәғәт 9-ҙан киске алтыға тиклем Бөтә Рәсәй халыҡҡа бушлай хоҡуҡи ярҙам көнө уҙғарыла. Уның сиктәрендә күсемһеҙ милеккә һәм уның менән алыш-биреш итеүгә хоҡуҡтарҙы теркәү мәсьәләләре буйынса граждандарға Башҡортостан Республикаһы буйынса дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография федераль хеҙмәте идаралығы (Росреестр) хеҙмәткәрҙәре консультация бирәсәк.

Граждандарға уңайлы булһын өсөн консультациялар Башҡортостан Республикаһы буйынса федераль һалым хеҙмәтенең райондарҙағы бүлексәләрендә үтәсәк. Әйткәндәй, ошо уҡ мәлдә һалым органдарында һалым түләүселәр өсөн Асыҡ ишектәр көнө лә уҙасаҡ.
Баймаҡ районында һәм ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы буйынса дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография федераль хеҙмәте идаралығы (Росреестр) хеҙмәткәрҙәре халыҡты Баймаҡ ҡалаһы, С.Юлаев проспекты, 9 адресы буйынса  215-се бүлмәлә ҡабул итәсәк.
Республиканың башҡа район-ҡалаларындағы консультация пункттары тураһындағы мәғлүмәт менән БР буйынса Росреестр идаралығы йәки “Рәсәй юристары ассоциацияһы” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе сайттарында танышырға була.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.