23 сент. 2012 г.

Яңы китап тураһында


Башҡортостандың Почетлы крайҙы өйрәнеүсеһе Әмир Зәкир улы Сәйғәфәровтың “Илһөйәр, ғәййәр олатайҙарыбыҙ” исемле китабы донья күрҙе. Был үҙенсәлекле китап киң ҡатлам китап уҡыусыларына, уҡытыусыларға, тыуған яҡты өйрәнеүселәргә тәғәйенләнгән.

Ҡаһарман халҡыбыҙ үҙ тарихында сит ил баҫҡынсыларына ҡаршы көрәштә онотолмаҫлыҡ батырлыҡ өлгөләре ҡалдырған. Бөйөк рус шағиры А.С. Пушкин: “Һәр кешелә үҙ ата- олатайҙарының даны  менән ғорурланыу тойғоһо йәшәргә тейеш”, –  тигән.
Бына ошо ғорурлыҡ тойғоһо менән һуғарылған китап халҡыбыҙҙың 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыуы тураһында ҙур бер сығанаҡ ул. Бөтә Рәсәйҙә Ватан һуғышының 200 йыллығын  билдәләгәндә башҡорт халҡының һәм яҡташтарыбыҙҙың ошо һуғышта рус һалдаттары менән берҙәй булып, батырҙарса көрәшеүҙәре хаҡында бай мәғлүмәт тупланған тәүге китап булып тора. Китаптың исеменән үк илһөйәр олатайҙарҙың ҡылыс сыңы, ярһыу аттарҙың тояҡ тауыштары ишетелгәндәй була. 200 йыл элек Ватаныбыҙ яҙмышы хәл ителгән ваҡытта халҡыбыҙҙың, олатайҙарыбыҙҙың баҙап ҡалмауы, ғәййәрлеге беҙҙе һоҡландыра. Үткәндәрҙе белеү үҙебеҙҙең данлы тарихҡа хаҡлы булыуыбыҙҙы раҫлай. Китаптың эстәлеге буйынса полководецтар яҙмышын ғына түгел, ырыуҙаштарыбыҙҙың үткән юлын белергә була.

Күптәр ошо яуҙа ҡатнашҡан ҡаһарман олатайҙарының шәжәрәһен төҙөр, ырыу-тамырҙарын барлар, моғайын. Китаптың эстәлеге менән танышыу күптәр өсөн олатайҙарыбыҙың рух юғарылығына, ғәскәри оҫталығына, хужаһын Парижға тиклем күтәреп алып барған башҡорт атының сыҙамлығына хайран ҡалыу тойғоһо ла уята. Бөгөн Рәсәй армияһына 27 йәштән үткәндәрҙе алмайҙар. Ә башҡорт полкына 18 йәштән 54 йәшкәсә ир-аттар алынған. Был ул ваҡыттағы милләттең һаулығын билдәләүсе дәлил. Күптәре яуҙан ҡайтҡас ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, ил терәге булып йәшәгәндәр. Башҡорт яугирҙарының күбеһенең ҡулында ҡурайы һәм  намаҙлығы булған. Илһөйәр, телһөйәр аҡһаҡалыбыҙ Әмир Зәкир улы оло хеҙмәте менән яҡташтарыбыҙға ата-олатайҙарыбыҙҙың хәрби данын ҡәҙерләгән, асылыбыҙға ҡайтыуға юл асҡан китап әҙерләгән. Күп һанлы милләттәштәребеҙ, яҡташтарыбыҙ өсөн бер рухи йәдкәр булыр ул.
 
Л. Дәүләтшина,
Баймаҡ биләмә-ара китапхана директоры.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.