29 сент. 2012 г.

Пенсияны йәштән хәстәрлә


25 сентябрҙә Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә өлкән класс уҡыусылары, студенттар өсөн Берҙәм пенсия грамоталылығы көнө уҙҙы. Пенсия фонды идаралығы белгестәре, планға ярашлы, мәктәп, училище-лицей, юғары уҡыу йорттарына барып, пенсия системаһы, буласаҡ пенсияны формалаштырыу тураһындағы мәғлүмәттәр менән таныштырҙы.

Баймаҡ районы һәм ҡалаһы буйынса Пенсия фонды идаралығында уҙған был сарала ҡаланың 1-се, 2-се, 4-се мәктәбе, Баймаҡ лицей-интернаты уҡыусылары, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалы, 105-се һөнәрселек лицейы студенттары ҡатнашты. Пенсия фонды идаралығы начальнигы Р.В. Мараканова ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныштырҙы. Пенсия фонды идаралығы – кешенең тыуғандан алып йәшәгән һуңғы көнөнә тиклем мөрәжәғәт итә торған урын: әсәлек (ғаилә) капиталы, ерләү пособиеһы ла тап ошонда тәғәйенләнә. Пенсия Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 39-сы статьяһы менән нығытылған: һәр кемгә ҡартлыҡ, эшкә яраҡһыҙлыҡ, ҡараусыһын юғалтыу, инвалидлыҡ буйынса пенсия гарантиялана.

Артабан ҡатнашыусыларға идаралыҡ буйлап экскурсия ойошторолдо. Улар һәр кабинетҡа инеп, пенсия тәғәйенләү, иҫәпләү, документтар әйләнеше менән танышты. Идаралыҡтың беренсе ҡатында урынлашҡан терминал аша Рәсәй Федерацияһының Пенсия фондына ҡағылышлы закондарын өйрәнеү, шулай уҡ һәр кемгә үҙенең пенсия страховкалау таныҡлығы аша мәғлүмәттәр базаһын күҙәтеп барыу мөмкинлеге булыуы ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
 
Уҡыусылар, студенттар республика буйынса минималь пенсия күләме, нисә пенсионерға күпме эшләгән кеше тура килеүе, пенсия реформалары, буласаҡ пенсияны алдан хәстәрләү мөһимлеге, уның күләмен арттырыу кеүек үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды. Улар шулай уҡ идаралыҡ биләмәһендәге ветерандар аллеяһы менән дә танышты.
 
Лилиә ТАКАЕВА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.