23 сент. 2012 г.

Һалым түләр мәл етте


Башҡортостан Республикаһы буйынса 37-се федераль һалым хеҙмәтенең район-ара инспекцияһы физик берәмектәргә 2011 йылға 2012 йылдың 1 ноябренән дә ҡалмай милеккә, ер һәм транспортҡа һалым түләү ваҡыты етеүе һәм милек һалымы түләүгә һалым уведомлениеһы ебәреү башланыуы тураһында хәбәр итә. Атап үткән һалымды ваҡытында түләмәүселәргә түләү талабы ҡағыҙы (түләргә тейешле суммаға пеня ҡушыла) ебәрелә.



Әгәр һалым уведомлениеһын алмаһағыҙ, бюджет алдындағы бурыстарығыҙҙы, сумманы, арттырып түләү фактын, милек объекттарығыҙ һ.б. хаҡындағы мәғлүмәтте “Физик берәмек өсөн һалым түләүсенең шәхси кабинеты” Интернет-сервисы ярҙамында табырға була. Бөтә булған бурыстар буйынса түләү документтарын шунда уҡ тултырырға һәм баҫып сығарырға мөмкин.

“Физик берәмек өсөн һалым түләүсенең шәхси кабинеты” Интернет-сервисында теркәлеү өсөн үҙегеҙ теләгән һалым инспекцияһына ғариза яҙып (шәхесегеҙҙе аныҡлаусы документ, ИНН кәрәк), Интернет-сервисҡа тоташыу өсөн теркәү картаһы алырға кәрәк. Унда беренсел пароль күрһәтелә. Шулай уҡ ғаризаны электрон вариантта Интернет сайт битендә (https://service.nalog.ru/lk/) тултырырға һәм ебәрергә була.

Интернет селтәренә инеү мөмкинлеге булмағандар йәшәү урыны буйынса һалым органына мөрәжәғәт итә ала.

А. Дубровский, инспекцияның начальник урынбаҫары ва-зифаһын башҡарыусы, РФ дәүләт граж-дан хеҙмәтенең 3-сө класлы советнигы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.