3 сент. 2012 г.

Актуаль мәсьәлә

Ауыл хужалығының киләсәге бармы?


Бының нигеҙе – производствоны дөрөҫ ойоштора белеүҙә, алдынғы технологияларҙы ҡулланыуҙа, ергә хужаларса ҡараш булдырыуҙа

Бынан бер йыл элек гәзитебеҙҙә (№ 31, 22 март) “Ни өсөн ауыл хужалығы торғонлоҡтан сыға алмай?” тигән актуаль мәҡәлә донъя күргәйне. Унда беҙ тармаҡтағы проблемаларҙы көн үҙәгенә сығарып, агросәнәғәт комплексындағы хәлдең үтә киҫкенлеген һыҙыҡ өҫтөнә алғайныҡ. Ҡасандыр даны бар республикаға таралған төбәк иҡтисадының һаҙлыҡҡа батыуы бик аяныслы һәм уны кире аяҡҡа баҫтырыу, айырыуса ауыл хужалығын, еңел булмаясаҡ. Шулай ҙа ауырлыҡтарға һылтанып, тармаҡтың тамам бөлөүен көтөргә түгел, ә уны күтәреү сараһын күреү кәрәклеге һәр кемгә аңлашылалыр, моғайын.

Тәүҙә һандарға күҙ һалайыҡ. 1986 йылда, мәҫәлән, районда бөтәһе 101 мең гектарҙа иген культуралары, 400 гектарҙа картуф, 67 гектарҙа төрлө йәшелсә үҫтерелгән. Артабанғы йылдарҙа улар күләме тағы ла артҡан. Иген культураларының гектар ҡеүәте 1986 йылда – 28,6 (хәҙер беҙ гектарынан 15 центнер алһаҡ, ҡыуанабыҙ), картуфтыҡы – 70, йәшелсәнеке 100,5 центнер тәшкил иткән. Мал һаны ла тотороҡло үҫә барған. 1988 йылда, әйтәйек, колхоз-совхоздарҙа 54239 баш һыйыр малы, шул иҫәптән 14570 баш һауын һыйыр, 121667 баш һарыҡ аҫралған. 100 баш һыйырға ҡарата шул йылда 86 быҙау алынған.

Ҡырағай баҙар шарттары осоронда ла райондың ауыл хужалығы тармағы үҙенең үҫеш темпын һаҡлап ҡала алды. Бик тә ауыр 90-сы йылдарҙа ла беҙҙең хужалыҡтарҙың береһе лә яҙмыш ҡарамағына ташланманы, төп потенциалын, коллективын һаҡланы. Күрше райондарҙа колхоз-совхоздар бөлгөнлөккә төшкән йәиһә тамам тарҡалған осорҙа, беҙҙә хатта яңы производстволар асылды. Атап әйткәндә, Баймаҡта ҡеүәтле ит эшкәртеү заводы, Стәрлетамаҡ күн-аяҡ кейемдәре комбинатының филиалы үҙ эшен башланы, ҡалала һөт эшкәртеү производствоһы төҙөлдө. Әммә һуңғы тиҫтә йылда райондың агросәнәғәт комплексы ҙур юғалтыуҙарға дусар булды, потенциалы ҡырҡа кәмене, тармаҡ яҙмыш ҡарамағына ташланды.
 
Белеүебеҙсә, райондың агросәнәғәт комплексының нигеҙен малсылыҡ һәм үҫемлекселек тармаҡтары билдәләй. Һүҙҙе малсылыҡтан башлайыҡ. Сер түгел, мал һанының йылдан-йыл кәмей барыуы хужалыҡтарҙың киләсәгенә кәртә ҡуя. Әйтәйек, 2000 йылда ауыл хужалығы предприятиеларында бөтәһе 29857 баш һыйыр малы, 4165 йылҡы, 3716 һарыҡ, 292 ҡорт күсе булһа, 2006 йылда  һыйыр малы – 21460, йылҡы – 2765, ҡорт 95-кәсә кәмегән. Һарыҡсылыҡ тармағы иһә бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан. Ғөмүмән, малсылыҡ тармағын яҙмыш ҡарамағына ташлау тап 2000 йылдар башына тура килә һәм тиҫтә йыл дауам итә.
 
Мал һанының ҡырҡа кәмеүенә ҡайһы бер хужалыҡтарҙың тарҡалыуы һәм банкротлыҡ хәленә етеүе лә сәбәпсе булды. Шул осорҙа элек райондың ауыл хужалығы тармағында ҙур роль уйнаған “Һәүәнәк” совхозы ул саҡтағы район етәкселегенең тәҡдиме менән “Интеграл” фирмаһына бирелде һәм инвестор уны һанаулы ғына осорҙа юҡҡа сығарҙы. Инвесторҙы йәлеп итеү (кемгәлер файҙалы булғандыр инде) артабан дауам итте. 2009 йылда иҡтисади күрһәткестәре насарҙан булмаған “Ирәндек” агрофирмаһын Өфөнөң “Агросәнәғәт компанияһы” тип аталған фирмаһы “үҙ ҡанаты” аҫтына алды. Быныһы ла тиҙ арала хужалыҡты төп башына ултыртты. 
 
Бар илгә билдәле булған данлыҡлы“Йылайыр” совхозының бөгөнгө яҙмышы уны үҫтереүгә өлөш индергән ҡаһарман игенсе-малсыларҙың, етәксе-белгестәрҙең күңелен борсомай ҡалмайҙыр,моғайын. Эре предприятиеның ҡырағай баҙар шарттарына ҡулайлаша алмауы, шул осорҙағы  йылғыр етәкселәр тарафынан вәхшиҙәрсә таланыуы һәм банкротлыҡ хәленә еткереүҙәре арҡаһында ул саҡ-саҡ юҡҡа сыҡмай ҡалды. Ярай әле район етәкселегенең тырышлығы һәм ярҙамы ҙур булды – бөгөн ул “Йылайыр” ЯСЙ-һы аҫтында үҙ эшмәкәрлеген дауам итә.
 
Бөгөнгө һандарға күҙ һалайыҡ. Әле район хужалыҡтарында 9038 баш һыйыр малы, шул иҫәптән 4823 һыйыр, 1712 йылҡы аҫрала. Йыл да ҡабатланып килгән аяуһыҙ ҡоролоҡ (ғәҙәттә, Ауыл хужалығы министрлығы белгестәре 2010 һәм 2012 йылдарҙы ҡоролоҡ тип иҫәпләй, ә беҙҙә ул бына һуңғы биш йыл буйы дауам итә. – автор) арҡаһында һуңғы осорҙа мал һаны кәмене, быға “Юлыҡ”, “Йомаш”, “Төйәләҫ”, “Ялан” хужалыҡтарының тарҡалыуы ла булышлыҡ итте. Былтырғы йылдан мал һанын кәметеүҙе туҡтатыу буйынса маҡсатлы эш алып барылып, быйыл был йүнәлештә ниндәйҙер һөҙөмтәләр ҙә күренде. Дөйөм алғанда, малды күпләп тотоноуҙы туҡтатыуға өлгәшелде. Бер үк ваҡытта һауын көтөүен яңыртыу йүнәлешендә планлы эш алып барылды. Быйыл район буйынса 1000 баш тана ҡасырылып, улар көҙ-ҡыш айҙарында быҙаулай башлаясаҡ.
 
Һуңғы бер йыл эсендә Ленин исемендәге, “Союз”, “Богачевка” хужалыҡтары малды һаҡлап ҡалыу ғына түгел, уның һанын арттырыуға ла өлгәште. Һауын һәм ит тоҡомло һыйырҙар һаны иһә Ленин исемендәге, “Богачевка”, «Рассвет», “Баймаҡ” ҒПБ-һы хужалыҡтарында, «Мырҙаҡаев», «А.Шәрәфетдинов»  КФХ-ларында тотороҡло ҡала. Башҡа хужалыҡтарҙа инде мал һанының бер аҙ кәмеүе күҙәтелә.
 
Шуныһын айырым иғтибарға алырға кәрәк: район хакимиәтенең  маҡсатлы эшенә ҡарамаҫтан, ауыл хужалығы предприятиелары тармаҡты үҫтереү йүнәлешендә яңы алымдарҙы ҡулланыу, заман шарттарына яраҡлашыу юлдарын эҙләргә, табырға ынтылмай. Был – факт. Һанаулы бер-ике хужалыҡты иҫәпкә алмағанда (Ленин исемендәге һәм “Рассвет” АХК-лары, мәҫәлән), башҡалары элекке ҡалыптарҙан айырыла алмай. Был үҫемлекселеккә лә, малсылыҡҡа ла ҡағыла. Быҙау алыу, продукция етештереү, артым алыу буйынса беҙ республика кимәленән күпкә артта ҡалабыҙ. Мал һанының үлеме лә, һуңғы осорҙа кәмеһә лә, аҙ тип әйтеп булмай.
 
Ҡасандыр үҫемлекселек тармағы менән дан тотҡан райондың бөгөнгө күрһәткестәре яҡшынан түгел. Хәҙер күп хужалыҡтар тейешле технология, агротехник сроктар тигән мөһим төшөнсәләрҙе юғалтты. Минераль, органик ашламалар, сорт яңыртыу тураһында һүҙ ҙә булыуы мөмкин түгел. Ярай әле быйыл район хакимиәте был йүнәлештә ҙур эш атҡарып сыҡты һәм яҙғы сәсеүгә республика бюджетынан 51 млн һум аҡса бүленде. Был сумма һуңғы тиҫтә йыл эсендә тәүге тапҡыр  баҫыу эштәрен яҡшы орлоҡ һәм тейешле технологиялар нигеҙендә атҡарып сығыу мөмкинлеге бирҙе. Тик йыл да ҡабатланып килгән ҡоролоҡ аграрийҙарға йәнә аяҡ салды. Ғөмүмән, 2010 – 2012 йылдарҙағы ҡоролоҡтан райондың ауыл хужалығы тармағы 1,5 млрд (!) һум зыян күргән.
 
Дәүләт тарафынан даими ярҙам күрһәтелеүен дә оноторға ярамай. Быйыл яҙғы баҫыу эштәрен үткәреүгә алынған минераль ашламалар, ағыулау препараттары һ.б. өсөн хужалыҡтарға 31 млн һум субсидия бирелде.
 
Ауыл хужалығы предприятиелары үҫемлекселектә һаман да булһа 70-80-се йылдарҙағы эш алымдарынан ары китә алмай, яңыса фекерләү юҡ кимәлендә. Бөгөн донъяла киң танылыу ала барған нуль технологияһына етәкселәрҙең күбеһе икеләнеп ҡарай. Ошо алым тураһында былтыр агроконференцияла сығыш яһаған Әбйәлил районының “Красная Башкирия” АХК-һы рәйесе Р.С. Фәхрисламов шундай фекер әйткәйне: ”Иртәме-һуңмы беҙ барыбер нуль технологияһына киләсәкбеҙ. Үҫемлекселекте тик ошо юл менән генә үҫтереп буласаҡ. Ҡоролоҡтан интеккән Урал аръяғы зонаһында ошонан да ҡулайлыраҡ ысул юҡ”.
 
Нуль технологияһын ҡулланып, бөгөн Рәсәй кимәлендә танылыу яулаған тәжрибәле белгестең был фекеренә ҡолаҡ һалмау мөмкин түгел.Тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында беҙҙең аграрийҙар бер нисә тапҡыр күршеләргә лә барып ҡайтты, әммә был йүнәлештә ҡыбырлаған хужалыҡтар юҡ кимәлендә. Әле был тәңгәлдә “Рассвет” АХК-һы, КФХ-ларҙан Урғаҙанан “Новиков” хужалығы ғына тейешле эш алып бара.
 
Ауыл хужалығы предприятиеларының эшмәкәрлегенә эш хаҡын түләүҙә тотҡарлыҡтар, социаль мәсьәләләрҙе ваҡытында хәл итмәү ҙә кире йоғонто яһай. Бөгөн Ленин исемендәге, “Союз”, “Алғаҙы” хужалыҡтарының ғына эш хаҡы буйынса бурыстары юҡ. Һуңғы осорҙа “Урал”, Салауат исемендәге, “Октябрь”, “Рассвет”, «Таналыҡ» хужалыҡтары ла был тәңгәлдәге бурыстарҙы кәметеүгә өлгәшкән. Әммә “Уңыш”, “Йылайыр”, “Аҡморон” предприятиеларында эш хаҡы түләү буйынса етди проблема бар, ул бер нисә миллионға барып етә.
 
Баҫыуҙарҙың, бесәнлектәрҙең малдан тапатылыуы ҡоролоҡтан да яманыраҡ проблема – ауыл хужалығы белгестәренең фекере шундай. Айырыуса Ҡолсора, Аҡморон, Ишмырҙа, Ишбирҙе, Моҡас ауыл биләмәләрендә мал көтөүҙә тәртип юҡ, берәҙәк мал ауыл хужалығына миллионлап зыян килтерә. Тимәк, ауыл биләмәләре башлыҡтары был тәңгәлдә эшләп еткермәй.
 
Әлбиттә, һуңғы осорҙа тармаҡта алға китеш күҙәтелә, республика, район етәкселеге тарафынан даими ярҙам күрһәтелә. Хатта күптән түгел районға эш сәфәре ваҡытында БР Президенты Р.З. Хәмитов шулай тип белдергәйне: “Баймаҡ иң сифатлы иген етештереү, йылҡы, һыйыр малы үрсетеү буйынса йәнә лидерҙар рәтенә баҫырға тейеш – был юҫыҡта республика етәкселегенән ярҙам буласаҡ”. Беҙгә бына шул ярҙамды тойоп, агросәнәғәт комплексын үҫтереү өсөн үҙебеҙҙең дә аң-белемде эшкә егергә ваҡыттыр, күрәһең. Әҙергә-бәҙер булған совет заманы артта ҡалды, хәҙер тик үҙеңдең көсөңә таяныу мәле етте. Тик шул саҡта ғына ниндәйҙер һөҙөмтәгә өлгәшербеҙ.
 
Азамат Мөхәмәтшин.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.