17 сент. 2012 г.

Викторинала ҡатнашығыҙ!


“Һаҡмар” гәзите редакцияһы муниципаль район хакимиәте менән берлектә 14 октябрҙә үтәсәк муниципаль кимәлдәге һайлауҙарға арнап гәзит уҡыусылар араһында викторина иғлан итә.

Дөрөҫ яуап биреүсе тәүге өс кеше еңеүсе тип һаналасаҡ. Яуаптарығыҙҙы гәзитебеҙҙең электрон адресына (sakmar07@rambler.ru) ебәрә йәки 3-13-24 телефонына шылтыратып әйтә алаһығыҙ.
Викторина һорауҙары:
1. Баймаҡ районы муниципаль район Советына нисә депутат һайланасаҡ?
а) 21;
б) 19;
в) 25.
2. Һайлау көнөндә һайлау участкаһына килгән гражданин ниндәй хоҡуҡ менән файҙалана?
а) гражданлыҡ;
б) пассив һайлау хоҡуғы;
в) актив һайлау хоҡуғы.
3. Баймаҡ районы муниципаль район Советы депутаты итеп нисә йәше тулған гражданин һайлана ала?
а) 18 йәше;
б) 21 йәше;
в) 25 йәше.
4. 14 октябрҙә үтәсәк һайлауҙа муниципаль район биләмәһендә бөтәһе нисә һайлау участкаһы эшләйәсәк?
а) 19;
б) 80;
в) 72.
5. Һайлау бюллетенендә күрһәтелгән кандидаттың береһенә тауыш биргәндә уның фамилияһы тәңгәлендәге шаҡмаҡҡа ниндәй билдә ҡуйырға кәрәк?
а) плюс билдәһе;
б) һыҙыҡ;
в) теләһә ниндәй билдә.
6. Участка һайлау комиссияһы һайлау участкаһында тауыш биреү һөҙөмтәләре тураһында ҡарар ҡабул иткәндә ниндәй документ тултыра?
а) бойороҡ;
б) ҡарар;
в) протокол.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.