16 сент. 2012 г.

Беҙҙекеләр – алдынғы!

    
     Бына күңелле йәйге каникул да үтеп китте. Һәр бала дәртләнеп яңы уҡыу йылын башлап ебәрҙе. Түбәнге Таһир мәктәбе уҡыусылары йыл һайын үткәрелгән “Йыл класы”, “Йыл уҡыусыһы” ярышында ихлас ҡатнаша.
 

     Әйткәндәй, беренсе ярты йыллыҡта “Йыл класы” исемен яулаған өсөнсө класс уҡыусылары беренселекте бирмәне, икенсе ярты йыллыҡта ла алдынғы булдылар. Юғарыраҡтар араһынан еңеү яулаған бишенселәрҙе билдәләп үтергә була.
 
     Еңеүсе кластарға Белорет районы урман хужалығы етәкселегендә эшләгән ауылдашыбыҙ Данил Ғәбдинур улы Мазһаров бағыусы булып, өс мең һум аҡса бүлеп, балаларҙы бик тә шатландырҙы.
 
     Уҡыусыларға ата-әсәләр менән берлектә Ғәҙелша шарлауығын күреп, матур тәьҫораттар менән ҡыуанып ҡайтыу бәхете тейҙе.
 
     Данил Ғәбдинур улы һәм мәктәп тормошон балалар өсөн ҡыҙыҡлы, йәмле итеп ойошторорға ынтылған мәктәп директоры Марат Юлай улы Әүәлбаевҡа ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Уларға ныҡлы һаулыҡ, эштәрендә тик уңыштар теләп ҡалабыҙ.
 
     Беҙҙең балалар яңы уҡыу йылында ла яңы ҡаҙаныштарға үрләр, тырышып уҡып, тик яҡшы билдәләр менән ҡыуандырыр, тип ышанабыҙ.
 
     Ата-әсәләр исеменән – Гүзәл ИБРАҺИМОВА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.