29 сент. 2012 г.

Балалар баҡсаһының нигеҙе әҙер!


Мәғлүм булыуынса, “Малыш” микрорайонында мөһим социаль объект – 220 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы төҙөлөшө ситтән килгән субподрядсыларҙың яуапһыҙлығы арҡаһында туҡтап ҡалғайны. Бына, ниһайәт, август башында район хакимиәтенең БР Хөкүмәтенә мөрәжәғәтенән һуң эштәр яңынан йәнләндерелде.

Әлеге ваҡытта төҙөлөш объектының генераль подрядсыһы – “Баймаҡ ПМК-һы” ЯСЙ-һы эшселәре тарафынан бетон блоктарҙан нигеҙ ҡороу тамамланып килә. Шулай уҡ унда түшәм плитәләре һалына һәм кирбестән беренсе ҡат стеналарын ҡороу башланған. Төҙөлөштөң прорабы И.С. Кәримов белдереүенсә, барлығы 35 кеше оҙонайтылған бер сменала эшләй. 7 берәмек техника – 2 автокран, 2 бетон ташыусы миксер, тейәгес, бульдозер, экскаватор йәлеп ителгән. Әйткәндәй, бер үк ваҡытта Шайморатов урамынан балалар баҡсаһында урынлаштырыласаҡ янғын гидранттарына һыу үткәргес тә ҡорола.
 
Айбулат ИШНАЗАРОВ.
Автор фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.