7 сент. 2012 г.

Намыҫлы йәшәү – уларҙың тормош мәғәнәһе ине


      Йылдар, йылдар уҙып бара –
      Йыл артынан һағыш ҡала.
      Уйламайса йәшәп ҡара:
      Ерҙә беҙҙән нимә ҡала?
      – Ерҙә матур иҫтәлектәр ҡала.
     
      Бынан 45 йылдар элек үк үҙ заманы өсөн иң төҙөк, иң бай ауыл булып дан тотҡан Ниғәмәткә уҡытырға эшкә барҙыҡ. Ауыл Һаҡмар һәм тағы ике-өс шишмә үҙәнендә, гүзәл тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан.
 

      Баймаҡ районының ул саҡтағы роно мөдире Рамаҙан Исмәғил улы Үтәғолов беҙҙе эшкә ошондай һүҙҙәр менән ҡоҙаланы: “Ниғәмәт ауылы районда иң алдынғылар иҫәбендә. Унда халыҡ тырыш, эшсән, әҙәпле, бер-береһенә лә ихтирамлылар, итәғәтлеләр. Көнләшһәләр ҙә аҡ көнләшеү генә уларҙа. Был нисек була, аңлайһығыҙмы? (ә беҙ аҡ көнләшеү ҙә була икән тип аптырайбыҙ – авт.) Ул ауылда халыҡ бер-береһенә ҡарап, өлгө алып, ярышып донъя көтә. Бына шундай ауылға ебәрәм мин һеҙҙе”.
 
      Беҙ Ниғәмәт ауылына шулай барып юлыҡтыҡ. Ысынлап та, бындағы халыҡ эскерһеҙ ҙә, уңған да, тырыш та ине. Мәктәпкә, уҡытыусыларға бик тә ихтирамлы ҡарашта, балаларын белемле итеү теләге менән янып йәшәгән кешеләр булып сыҡты. Беҙ, сит яҡтарҙан күсеп килгән йәш ғаилә, күршеләрҙең, ауылдағы башҡа изге күңелле кешеләрҙең ярҙамы менән еңел генә ерегеп йәшәп киттек. Йәш саҡта күркәм ғаиләләргә ҡарап, уларҙан фәһем алып йәшәргә тырышаһың. Ниғәмәттә ундай парҙарҙың күплеге хайран ҡалдырҙы.
 
      Шундай ғаиләләрҙең береһе, арҙаҡлы уҡытыусылар Әминә Нәжметдин ҡыҙы Сөләймәнова һәм Ишбулды Нурғәле улы Сирғәлиндар менән ошо Ниғәмәт мәктәбендә танышып, аҙаҡ бер туғандар кеүек аралашып йәшәнек.
 
      Был ғаилә менән ҡатышыу – үҙе бер ғүмер, онотолмаҫлыҡ дәүер булып, беҙҙең ғаилә тормошонда мөһим урын алған. Шуға ла 2010 йылдың майында Ниғәмәт мәктәбендә Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығы уңайынан Ватан һуғышы ветераны Ишбулды Нурғәле улының яҡты иҫтәлегенә арналған оло йыйынға беҙ ҙә үҙ тәьҫораттарыбыҙ менән бүлешергә тип ашҡынып барҙыҡ. Сирғәлиндарҙың балалары, бигерәк тә Рәмил Ишбулды улы, атаһының һуғыш ваҡытындағы яу юлын шул тиклем энәһенән ебенә тиклем өйрәнеп, барыһын да документаль рәүештә лә, атаһынан ишеткәндәренән дә тасуирлап һөйләүе уҡыусыларға ғына түгел, уҡытыусыларға ла онотолмаҫлыҡ тәрбиә дәресе булды. Килгән ҡунаҡтар Ишбулды ағайҙы –яугир, балалар баҡсаһы мөдире булып эшләгән осоронда – оҫта ойоштороусы, биология уҡытыусыһы булараҡ мәктәп янын йәшеллеккә күмгән оҫта баҡсасы итеп иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.
 
      Ә килгән халыҡ бик күп ине. Барыһының да һөйләр һүҙе бар, күпме ваҡыт бирһәң, шул тиклем һөйләрлек хәтирәләрҙе һаҡлауҙары күңелде йомшартты. Ваҡыт тар булыу сәбәпле, әйтер һүҙен әйтә алмай ҡалыусылар ҙа бихисап. Килә алмаған коллегалары хат менән сәләм ебәргән. Бигерәк тә Тәнзилә Хажиеваның уларға арналған шиғыр юлдары был ғаиләнең ысын-ысындан оло шәхестәр булыуына дәлил булып яңғыраны. Кисәлә кем генә һүҙ тотһа ла, уҡытыусыларҙы оло ихтирам менән иҫкә алды. Был осрашыу ҡаһарманлыҡ дәресе генә түгел, халҡыңа, үҙең һайлаған һөнәргә тоғролоҡ һаҡлаған тормош дәресе булды.
 
      Әйткәндәй, Әминә Нәжметдин ҡыҙы тырыш уҡытыусы ғына түгел, ә бик моңло тауышлы йырсы ла ине. Ҡыҙҙары Рәзилә ҡасандыр магнитофон таҫмаһына әсәһенең йырҙарын яҙҙырып алған. Кисәлә Әминә апайҙың тауышын ишетеү хәтирәләрҙе яңыртты, уларҙың тормошо бик матур үткәнен тағы ла дәлилләне.
 
      Беҙ танышҡан саҡта бәхетле пар биш балаға ғүмер биреп, уларҙы тәрбиәле итеп үҫтергән, ауылда ла, мәктәптә лә абруй ҡаҙанған уҡытыусылар ине. Әминә апай – Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы. Улар беҙҙе был ауылдағы йолалар, талаптар менән ентекле таныштырҙы. Сөнки һәр ауылдың үҙ йөҙө, күҙе, ғөрөф-ғәҙәттәре була. Ауыл йолаһын һанға һуҡмаһаң, оятҡа ҡалыуың да ихтимал бит!
 
      Әминә апай менән Ишбулды ағай төрлө ығы-зығыларға иғтибар бирмәй, зарланмай, үҙҙәренең бәҫен төшөрмәй, дәрәжәһен белеп йәшәргә лә, эшләргә лә белде. Уларҙың һөйләшеүҙәре лә тик мәктәп тормошо, уҡыусылар, коллегаларының уңышы, ауылдағы матур күренештәр, үҙ балаларын хеҙмәткә өйрәтеүҙәге һыналған алымдары тураһында ғына булыр ине.
 
      Күпме йылдар аралашып та, асырғанып кеше яманлап, ғәйбәткә ваҡыт ебәреп ултырған саҡтарын осратманыҡ. Тормош мәғәнәһен намыҫлы йәшәүҙә күрҙеләр. Икеһе лә донъя көтөүгә бөтмөр, булдыҡлы ине. Уларҙың донъяһы – ысын яһау, тыштан уҡ был йортта бәхетле, эшлекле, татыу, мөхәббәтле, татыу ғаилә йәшәгәне һиҙелеп торҙо. Ҡапҡа төбөндә ике ҙур тирәк ағасы шаулап үҫә. Ниндәйҙер ваҡиға хөрмәтенә арнап ултыртылғандар. Шундай ҙур донъя, унда иҫ китмәле баҡса ла, умарталар ҙа урын алған. Был тиклем эштәрҙе атҡарыу өсөн ни тиклем көс талап ителә, белем дә, тырышлыҡ та кәрәк. Балаларҙың да эшһөйәр булып үҫеүе хайран ҡалдыра ине. Биш бала үтә тыңлаусан ғына булғандан түгел, ә эште белеүҙән, еренә еткереп эшләргә өйрәнгәнлектән барыһын да оло яуаплылыҡ менән башҡарҙы.
 
      Шул бала саҡтан алған тәрбиә һөҙөмтәһе арҡаһында уларҙың һәр ҡайһыһы донъя көтөп, балалар үҫтереп, ейәндәр һөйөп, йәмғиәттә үҙ урынын табып намыҫлы йәшәйҙәр. Өлкән ҡыҙҙары Рәшиҙә һәм Рәсимә медицина юлын һайланы, өлкән улдары Рәмил оҙаҡ йылдар райондың финанс бүлеген етәкләй, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы” исемен йөрөтә, Рәжәп Баймаҡ йылылыҡ селтәрендә контроль-үлсәү приборҙары һәм автомеханика слесары, кесе ҡыҙҙары Рәзилә халыҡты социаль яҡлау идаралығында начальник урынбаҫары булып эшләй.
 
      Ваҡыт үтеү менән күп ваҡиғалар тоноҡлана, онотола, күпме кешеләр иҫтән сыға. Ә бына Әминә апай менән Ишбулды ағайҙы хәтерләһәң, тирә-яҡ яҡтырып, һөйләр һүҙҙәр күбәйеп китә. Был күренеш бер беҙҙә генә түгел. Ҡайһы саҡ уйламағанда олоғайып барған яңы таныш менән боронғоно иҫләһәң, Сирғәлиндар беҙҙең уртаҡ таныштар булыуы асыҡлана. Һәм ул кеше лә уларҙы оло ихтирам менән иҫләп, хәтирәләргә бирелә. Ә бит әгәр кемделер иҫләйҙәр икән, ул әле лә йәшәй тигән һүҙ.
 
      Улар үҙҙәре лә кешеләрҙе яратты. Шуғалыр ҙа йәш ғаиләләр хаҡында хәстәрлек күреүҙе үҙҙәренең мөҡәддәс бурысы һанап, был ғаиләләрҙәге һәр уңышҡа һөйөнөп, хуплап, үҙ кәңәштәре менән донъя йөгөн дөрөҫ тартырға өйрәтеп йәшәне.
 
      Дөрөҫөн әйткәндә, улар ауылдағы күп кенә йәш ғаиләләрҙең психологы, кәрәк булһа, хатта адвокаты ролен дә үтәне. Ниндәй ҙә булһа берәй парҙың ығы-зығыһы тураһында һүҙ ҡуйыра башлаһа, Әминә апайҙың мотлаҡ рәүештә уларға барып, һөйләшеп, мөнәсәбәттәрен көйләп ебәреү ғәҙәте лә бар ине. Уға был бурысты берәү ҙә йөкмәтмәгән – Әминә апай  йөрәк ҡушыуы буйынса ысын педагог һәм депутат булараҡ был изге эште атҡарып йөрөнө. “Минең элекке уҡыусым ул. Килен кеше әҙерәк аңлап еткермәй уны. Ул бит ир-егет. Уға икенсе мөнәсәбәт кәрәк”, – тип күпме борсолоуҙар кисерҙе! Бер ни тиклем ваҡыт үтеүгә, тегеләр һәүетемсә йәшәп алып китә, ә Әминә апай һөйөнөп бөтә алмай. Шулай бик күп ғаиләләр улар баҫымында аяҡҡа баҫып, дөрөҫ юлдан атлап китте.
 
      Әминә апай талантлы уҡытыусы булараҡ та бик күптәрҙең хәтерендә һаҡланалыр, моғайын. Беренсе класс уҡыусылары “р”, “с” өнөн әйтә алмай йонсотһа, уҡытыусылары (йәшерәктәр) Әминә апайға алып бара. Ә ул егерме минут эсендә өйрәтеү серен белә ине. Хатта тотлоғоп һөйләшкән баланың да телмәрен көйләп ебәреү һәләтенә эйә булды. Хәҙерге заманда ундай балалар менән айырым логопедтар шөғөлләнә, ә Әминә апай юл ыңғайы ғына өйрәтә лә ҡуя.
 
      Был ғаилә өй тултырып ҡунаҡ йыйырға ла маһир булды. Мәжлестәрҙә йыр-моң, гармун, ҡурай моңо тынмай. Әминә апай халҡыбыҙҙың боронғо йырҙарын йырлап, үҙе лә кинәнес кисерер, ҡунаҡтар ҙа рухи аҙыҡ алып, онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар менән таралышыр ине.
 
      Әминә апай менән Ишбулды ағайҙың тағы ла бер сауаплы һөнәре иҫтә ҡалған. Улар йәше етеп тә, үҙ парын таба алмаған йәки баҙнат итмәй йөрөгән парһыҙҙарҙы ғаиләле итеүгә әүәҫтәр ине. Үҙҙәре яусылап өйләндергән кешеләрҙең уңып йәшәүҙәренә һөйөнөп бөтә алмай торғайнылар.
 
      Әминә апай тура һүҙле, ғәҙел булды. Уның туралығынан күптәр һиҫкәнеп, итәк-еңен йыйып йөрөнө.
 
      Эйе, Әминә Нәжметдин ҡыҙы менән Ишбулды Нурғәле улы  тик яҡшы сифаттары менән генә һоҡландырҙы. Шуға күрә улар тураһында ауылдаштары ла, уҡыусылары ла, меңәрләгән таныш-тоноштары ла тик яҡшы иҫтәлектәр һаҡлай һәм күптәрҙең күңелендә: “Йәшәй бирмәнеләр... Иртәрәк китеп барҙылар был донъяларҙан”, – тигән үкенес тойғоһо йәшәй.
      Был һүҙҙәрҙе бәндәселек менән әйтәһең инде. Яҡшы кешеләр, күрәһең, күктәргә лә кәрәк...
 
      Әминә һәм Рәүеф БИКТАШЕВТАР.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.