23 сент. 2012 г.

Мөләйем дә, алсаҡ та...


”Яҡшы уҡытыусы өсөн уҡыусы – ул шәхес. Уны үҙеңдең балаң кеүек ҡабул итеп, күңелен яулау һәм һәләттәрен асыу – уҡытыусы алдына ҡуйылған  төп бурыстарҙың береһе. Ә бына уҡыусыны алған билдәләренә генә ҡарап баһалау мөмкин булмаған эш,” – ти, үҙ тормош принциптары тураһында бүлешеп, Баймаҡ лицей-интернатында 34 йыл химия фәнен уҡытҡан Гөлсара Искәндәр ҡыҙы Йәнтүрина.

Гөлсара Искәндәр ҡыҙы тәбиғәте менән үтә йомшаҡ, балаларға ҡарата һиҙгер күңелле кеше. Ул уҡытҡан химия дәрестәре әле булһа хәтерҙә, һағындыра. Уның һәр хәрәкәте күҙ алдында тора: тәжрибәләр үткәреп, төрлө мажараларға тарый торғайныҡ.
Хаҡлы ялға сыҡҡас та яратҡан уҡытыусым тынғылыҡ тапмай. Халыҡ йырҙарын оҫта башҡарған, үҙен республикала ла танытып өлгөргән “Ҡомартҡы” ансамбле менән сығыш яһап йөрөй. Әммә остазым бының менән генә үҙен сикләп ҡалмай, дин юлына баҫа. Уға 2008 йылда хаж ҡылып ҡайтырға насип була. Яратҡан уҡытыусымдың шундай сәфәрҙә йөрөп ҡайтыуын ишеткәс тә, күрергә ашыҡтым.
Гөлсара апай ғәҙәттәгесә асыҡ йөҙ менән әйҙүкләп  ҡаршы алды: “Әле булһа ла үҙемде Мәккәлә йөрөгән кеүек хис итәм”, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты һәм зәм-зәм һыуынан ауыҙ иттерергә ашыҡты. Был күрешеүҙән мин хаж бүләген алып, ниндәйҙер оло бер ғорурлыҡ менән ҡайтырға сыҡтым. Ә юлда мине остазымдың иңенә төшкән тормош ауырлыҡтары, шатлыҡ-ҡыуаныстары тураһындағы уйҙар биләп алды.
Гөлсара Искәндәр ҡыҙы 1942 йылдың 24 авгусында Татлыбай ауылында, Йәнтүриндар ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килә. Бөйөк Ватан һуғышының дәһшәтле уты донъяны биләп алған сағы була. Атаһының бер күҙе зәғиф булғанлыҡтан, уны Свердловск ҡалаһындағы хеҙмәт армияһына алалар. Әсәһе Кинйәбикә береһенән-береһе бәләкәй биш бала менән донъя көтөп ҡала.
1950-1957 йылдарҙа тыуған ауылындағы ете йыллыҡ мәктәпте тамамлап, Сибай ҡалаһына юл тота. Бында ул 1-се мәктәптә уҡыуын дауам итә. Артабан Һаҡмар, Татлыбай ауылы мәктәптәрендә бер аҙ эшләп алғандан һуң, Башҡорт дәүләт университетының химия, биология факультетына уҡырға инә. 1968 йылда йүнәлтмә буйынса Түбә урта мәктәбендә хеҙмәт юлын дауам итә. Гөлсара Искәндәр ҡыҙы Баймаҡ интернат-мәктәбенә 1969 йылда килә һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы уҡыусылар менән химия үрҙәрен яулай. Эйе, яулай, сөнки уның белем биргән тиҫтәгә яҡын уҡыусыһы – фән кандидаты, профессор, ә егерменән ашыуы химия-биология дәрестәренән уҡыта. Шулай уҡ табип, агроном, зоотехник һ.б. ҙа бар.
Гөлсара Искәндәр ҡыҙы хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн 1983 йылда Рәсәй Федерацияһының “Уҡытыусы-методист” исеме менән бүләкләнә. 1987 йылда РСФСР-ҙың “Мәғариф отличнигы” наградаһына лайыҡ була. Ә бына Почет грамотаһы, Маҡтау ҡағыҙҙарын һанап та бөтөрлөк түгел.
– Шулай ҙа минең өсөн иң ҙур бүләк – ул тормош иптәшем Рауил һәм балаларым: улым Рәмил менән киленем Гөлнара, ейәндәрем Илнур менән Ильяс, ҡыҙым Гөлфирә менән кейәүем Рәшит, – ти ул.
Эйе, был һүҙҙәр аҫтына оло мәғәнә һалынған. Тормош иптәше  Рауил Бәҙретдин улы Байрамғолов менән Гөлсара Искәндәр ҡыҙы иңгә-иң терәп, 40 йыл дауамында бик күптәргә өлгө булырлыҡ ғүмер кисерә.
Ошо көндәрҙә үҙенең 70 йәшлек юбилейын билдәләүсе уҡытыусым, хажиә Гөлсара Искәндәр ҡыҙын бар уҡыусылары исеменән ихлас күңелдән ҡотлайым һәм уға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, йән тыныслығы теләйем. Беҙ һеҙҙең оло терәк һәм кәңәшсе булыуығыҙ менән бәхетлебеҙ.

Рәхимә Күсеева-Сафиуллина.
Ниғәмәт ауылы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.