7 сент. 2012 г.

“Уңыш” АХК-һында эштәр аҙағына яҡынлаша


   
Р.Латыпов, Б.Халиҡов, А.Тулыбаев, Ә.Сыңғыҙов, М.Лотфуллин, М.Хәйбуллин
  
      Райондың агросәнәғәт комплексы тармағында ҙур роль уйнаған “Уңыш” АХК-һы бөгөн еңел булмаған осор кисерә. Ҡырағай баҙар иҡтисады тыуҙырған ҡатмарлы шарттар, илдәге ауыл хужалығына ҡарата аңлашылмаған сәйәсәт аграрийҙарға әленән-әле ҡаты һынауҙар, яңынан-яңы кәртәләр ҡуя. Бына шундай шарттарҙа ла данлы тарихҡа эйә булған предприятие бөгөнгәсә төп потенциалын һаҡлап, ауыл хужалығы кампанияларын ойошҡанлы атҡарып сығырға тырыша, үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармаҡтарын ойоштороуҙа яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә.Ошо көндәрҙә кооперативта ураҡ эштәре менән танышҡанда ла быға шаһит булдыҡ.
     
      ...Хужалыҡтың баш агрономы, тәжрибәле белгес Ф.К. Иҫәнбаев оҙатыуында төп эш фронты барған участкаға – Куйбышев бүлексәһе баҫыуҙарына йүнәләбеҙ. Аяуһыҙ ҡоролоҡҡа ҡарамаҫтан, предприятиела иген һәм мал аҙығы культураларының уңышы насарҙан түгел. Шуныһы үҙенсәлекле, быйыл да хужалыҡ ҡышҡа яҡшы аҙыҡ базаһы менән инәсәк. Ямғырҙарҙан һуң судан үләненең кинәт күтәрелеүе һәм мул ғына төшөм “вәғәҙә итеүе” шуға ишара. Әле хеҙмәтсәндәргә 1 мең гектарҙан ашыу майҙанда ошо культураны йыйып алыу бурысы тора.

В.Дюдяев
      Фәнил Кәбир улы әйтеүенсә, 6100 гектарҙа сәселгән иген культураларының 4800 гектарынан уңыш йыйып алыу мөмкинлеге бар, ҡалғаны ҡоролоҡҡа дусар булған. Үҙәк һәм Калинин бүлексәләрендә ураҡ эштәре тамамланған, уның тәүгеһендә 1605 гектарҙа, икенсеһендә 345 гектарҙа иген йыйып алынған. Әле комбайн паркы Куйбышев баҫыуҙарында эшләй. Урып-йыйыуға хужалыҡтың дүрт “Дон-1500” комбайны, ике “МакДон” сапҡысы йәлеп ителгән, бынан тыш “Урал аръяғы” МТС-ының Баймаҡ филиалынан ярҙамға өс “Дон-1500” комбайны һәм “МакДон”дар саҡырылған.

      Куйбышев бүлексәһендә иген культуралары 1245 гектарҙы, шул иҫәптән бойҙай – 531, арпа – 324, һоло 390 гектарҙы тәшкил итә. Гектар ҡеүәте уртаса 6,3 центнер, был йылына күрә насарҙан түгел. Ә бойҙайҙыҡы тағы ла яҡшыраҡ – гектарынан 8 центнер. Беҙ барып туҡтағанда, комбайндар 320 гектарҙағы төп аҙыҡ-түлек культураһын урып-һуғыу эштәре менән мәшғүл ине. Кооператив игенселәре Баязит Халиҡов, Кинйәбай Нурдәүләтов, Айсыуаҡ Тулыбаев, Мансур Лотфуллин, МТС-тан Мирзиян Хәйбуллин, Әхмәт Сыңғыҙов һәм Рөстәм Латыповтар ысын мәғәнәһендә хеҙмәт ҡаһарманлығы күрһәтә. Баҫыуҙарҙан ырҙын табағына ашлыҡ ташыуҙа Ирек Ишмөхәмәтов, Рәмил һәм Рауил Хөсәйеновтар яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. Ә иген культураларын яҫмаға һалыуҙа “МакДон” сапҡысында Василий Дюдяевтың хеҙмәте маҡтауға лайыҡ.
 
      – Техниканың туҙыуы һәм етешмәүе ҡамасау тыуҙырһа ла, беҙ аҙна эсендә ураҡ эштәрен тамамлауҙы маҡсат итеп ҡуябыҙ, – ти баш агроном. – Әле 1 мең гектарҙан ашыу майҙанда бойҙайҙы йыйып алаһы бар. Төшөм йылына күрә насарҙан түгел. Ырымбурҙан алған бойҙайҙың “учитель” сорты өмөттө аҡламаны, ә бына “симбирка” беҙҙең шарттарҙа яҡшы уңыш биреүе менән айырылып тора. Һуңғыһы, мәҫәлән, гектарынан 7-8 центнер төшөм бирҙе, ҡоролоҡ йылында был да яҡшы күрһәткес.
 
      Ошо бер аҙна эсендә иген культураларын йыйып алыуҙы тамамлап, төп көстө мал аҙығы туплауға йүнәлтәсәкбеҙ. Бының өсөн беҙҙең мөмкинлек етерлек, тәүге һәм икенсе тапҡыр сабыуға байтаҡ ҡына күләмдә судан үләне һәм башҡа баҫыуҙар бар.
 
      Хужалыҡ иҡтисадын быуған бихисап проблемаларға ҡарамаҫтан, предприятие аграрийҙары игенсе һөнәренә һәм туған хужалығына тоғро ҡалып, кампанияларҙы ваҡытында тамамлау өсөн бар көсөн һала, киләсәккә өмөт менән ҡарай. Тап шуныһы – иң мөһиме.
 
      Азамат МӨХӘМӘТШИН.
 
      Автор фотолары.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.