26 сент. 2012 г.

Автомобилһеҙ бер көн


Сәләмәт тормош алып барыу, йәш быуынды алама ғәҙәттәрҙән йолоп ҡалыу өсөн илебеҙҙә төрлө саралар күрелә, махсус программалар ҡабул ителә. 22 сентябрҙә Рәсәйҙә “Автомобилһеҙ бер көн” акцияһы иғлан ителде.

Был үҙенсәлекле сараға баймаҡтар ҙа ҙур теләк менән ҡушылды. Район хакимиәтенең йәштәр бүлеге, спорт комитеты һәм ДОСААФ хеҙмәткәрҙәре велоспортты үҙ иткән кешеләр өсөн күңелле ял сәғәттәре бүләк итте. Велосипедсылар Баймаҡ ҡалаһының урамдары буйлап йөрөп сыҡты. Уларҙы ЮХХДИ, “Ашығыс ярҙам” хеҙмәткәрҙәре оҙатып барҙы.
Сараға күберәк мәктәп уҡыусылары йыйылған ине. Иң кескәйҙәр булып 4-се мәктәп-лицейҙың өсөнсө класс уҡыусылары Илсен Салихов һәм Арсен Мәхмүтов билдәләнде. Хаҡлы ялдағы Валерий Викторов, Фәүзиә Эльбихова, йәш ғаилә Зөбәржәт һәм Алик Алтыншиндарҙың ҡатнашыуы ла ҡыуандырҙы. Ә бына “УралСиб” банкының етәксеһе Азат Мәмбәтовты күптәргә үрнәк итеп ҡуйып була. Ул велоуҙышта хеҙмәткәрҙәре менән бергә ҡатнашты. “Ҡалабыҙҙа шундай сара үткәрелеүе беҙҙе бик ҡыуандырҙы. Улар киләсәктә лә булһын ине”, – тигән теләк белдерҙе улар.


Һау-сәләмәт тормош алып барырға саҡырған сара һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Байраҡтар тотоп, велосипедта барған балаларға һәм ололарға һәр кем ихлас ҡул болғаны. Шуға күрә киләсәктә бындай сарала ҡатнашыусылар тағы ла күберәк булыр тип ышанғы килә. Юғиһә, автомобилдәргә атланып, бер туҡтауһыҙ ашығып, беҙ спорт тураһында ғына түгел, ә тирә-яҡтың матурлығы, рухи үҫеш тураһында ла онотоп барабыҙ.
 
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
Автор фотоһында: велосипедтарҙа елдереп.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.