13 сент. 2012 г.

Алтын ҡуллы кеше ине


     Кеше ғүмере бөркөттөң бер ҡанат ҡағыуы, йондоҙ атылып ҡунған ғына ара, тиҙәр. Ошо ҡыҫҡа ғына ғүмер юлын һәр кем үҙенсә үтә, йәшәй...    
     Һәр ауылдың данлыҡлы улдары һәм ҡыҙҙары бар. Мерәҫ ауылында үҙенән һуң йылы хәтирәләр ҡалдырған, эш тип янған ир уҙаманы Зәкир Вәлиулла улы Рәхмәтуллин тураһында булыр һүҙем.
 

     Ул илдә беренсе донъя һуғышы барғанда крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә. 1931 йылда башланғыс мәктәпте тамамлағас, колхозда ата-әсәһенә ярҙам итә. Дәһшәтле 1941 йылда уҡ Зәкир Вәлиулла улы фронтҡа китә. Сталинград һуғышында ҡатнаша. Тыуған яҡтарынан ҡош телендәй генә хәбәргә зар-интизар минуттарҙа, рядовой Рәхмәтуллин яуҙан ҡайтҡас, үҙенә почтальон булып эшләргә һүҙ бирә. Ләкин дүрт йылдан ул ҡайтыуға ир ҡулы кәрәк булған эштәр көтөп тора: тәүҙә ул уңған комбайнсы, артабан бригадир һ.б. эштәрҙе башҡара. “Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн”, “Хеҙмәт ветераны” миҙалдарын ала. Ә һуғыштағы батырлыҡтары өсөн Зәкир Вәлиулла улы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены, “Сталинградты һаҡлаған өсөн”, бар юбилей миҙалдарына лайыҡ була.
 
     1950 йылда ул Әсҡәпъямал исемле һылыуға өйләнә. Бәхетле ғаиләлә бер-бер артлы һигеҙ бала донъяға килә. Зәкир Вәлиулла улының хыялы тормошҡа аша — 1967 йылдан 1972 йылға тиклем почтальон булып эшләй. Ул эшен намыҫ менән башҡара. Ун йыл буйы Мерәҫ һәм Бәхтигәрәй ауылы халҡына почта ташый, ул саҡта һәр өйҙә 8-10 дана гәзит-журнал алдыралар. Хаҡлы ялға сыҡҡас, почтаны уның тормош юлдашы Әсҡәпъямал апай ташый. Икеһе лә “Атҡаҙанған почтальон” исеменә лайыҡ булғандар.
 
     Хөрмәтле ветерандың 21 ейән-ейәнсәре, 12 бүләһе бар. Ҡайҙа ғына эшләмәй уның балалары!
 
     Зәкир Вәлиулла улы һәр бер аҙымынан яҡты эҙ ҡалдырып, тормошоноң бар көндәрен, сәғәт-минуттарын тик хеҙмәт менән үткәргән, һәр эште урын-еренә еткерә белгән ир арыҫланы, алтын ҡуллы кеше ине. Беҙ – уның ауылдаштары яугир һалдаттың яҡты иҫтәлектәре алдында баш эйәбеҙ!

     Дилбәр ЯХИНА, ауыл китапханасыһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.