26 сент. 2012 г.

Изгелекле ярҙамсыларыбыҙ


Баймаҡ лицей-интернатында быйыл өс йөҙҙән ашыу бала уҡый башланы. Ата-әсәләре уларҙы яңы уҡыу йылына бик яҡшы әҙерләгән. Шуға күрә Белем көнөндә беҙ матур, әҙәпле малайҙар һәм ҡыҙҙарға ҡарап бик тә шатландыҡ.

БЛИ уҡыусылары йыл һайын ололарға ярҙам итеүҙе ойоштора. Быйыл да тәрбиәселәре етәкселегендә улар беҙҙең янға ашыҡты. 6-сы “а”, 7-се “а”, “в”,   9-сы “а”, “в”, 10-сы “а” кластары картуф алышты, йорттарҙы йыйыштырҙы, урам һеперҙе, утынды матур итеп өйөп ҡуйҙы. Хатта ҡаланың ике ҡатлы йортонда йәшәүселәрҙең коридорҙарын йыуҙылар, стеналарҙың туҙандарын һөрттөләр. Ишек алдындағы ҡыйҙы ла һепереп, түгеп ҡуйҙылар. Күңелле эштән һуң уҡыусылар ветерандар менән бергә фотоға төштө.
 
Бар ололар исеменән изгелекле балаларға оло рәхмәтемде еткерәм. Яҡшы уҡығыҙ, ата-әсәйегеҙгә, илебеҙгә терәк булып, шатлыҡ-ҡыуаныста ғына йәшәгеҙ.
 
Гөлкәй ЯҠУПОВА, йәмәғәт хәбәрсеһе.
Фотола: иҫтәлеккә фотоға төштөк.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.