7 сент. 2012 г.

ХАТТАРҘАН ЮЛДАР...


     ...Арабыҙҙа иманлы юлды һайлаған, тормош мәғәнәһен изгелек ҡылыуҙа күргән кешеләр бик күп. Был бигерәк тә Рамаҙан айында ныҡ һиҙелде. Тыныслыҡ, Еңеү, Чекмарев урамында йәшәгән ағинәйҙәр күптәргә өлгө булырлыҡ. Изге ай мәлендә лә улар доғалар, аяттар уҡып, бер-береһе менән аралашып ҡыуанды. Мәсеткә йөрөп, беҙгә бар яңылыҡтарҙы еткерҙе. Бигерәк тә әүҙем булған Фатима Сәғәҙиева, Роза Әхмәтова, Ғәлиә Бирҙебәкова, Ғәлиә Әминева, Әлмира Ғәббәсова һ.б. айырыуса рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә.
 
      Гөлкәй ЯҠУПОВА, йәмәғәт хәбәрсеһе.
 
      * * *
 
      ...Миңә йәмле август айында Башҡортостаныбыҙҙың гүзәл төбәгендә, республиканың тәүге баш ҡалаһы булған Темәс ауылында булырға тура килде. Бындағы иҫ киткес тәбиғәт хозурлығына һоҡланып, йорттарҙың төҙөклөгөнә шатланып, бөйөк шәхес, яҡташыбыҙ Әхмәтзәки Вәлидиҙең эҙҙәре буйлап, уның менән ғорурланып, Темәс халҡының ҡунаҡсыллығына ғәжәпләнеп, моңло аҙан тауышына мөкиббән китеп йөрөнөм. Әммә минең төп маҡсатым – дүрт йыл элек вафат булған туғанымдың ҡәберен күреү ине. Зыяратҡа килеп, күңелһеҙ уйҙарға ла ҡалдым. Бында мотлаҡ өмә үткәреп, йыйыштырып алырға кәрәк. Сөнки Темәстән ниндәй генә шәхестәр сыҡмаған, улар бында ерләнгән. Шулай уҡ тереләрҙең ҡәҙерен бел, үлгәндәрҙең ҡәберен бел, тигән хаҡ һүҙҙәр ҙә бар бит.
 
      Гөлгенә ӘБДРАФИҠОВА-КАШАЕВА.
      Салауат ҡалаһы.

      * * *
 
      ...Миһырбанлы, үҙ эшенең оҫтаһы булған стоматолог Рәшит Ғизетдин улы Шарафутдиновҡа оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Уйламағанда кискеһен бәләкәсебеҙҙең теше һыҙлап, бер туҡтауһыҙ илағас, ҡала поликлиникаһына юл тоттоҡ. Үкенескә ҡаршы, бер нисә табип: “Беҙҙең эш сәғәте бөттө”, – тип кенә ҡуйҙы. Күҙҙәренән бер туҡтауһыҙ йәштәре субырлап аҡҡан, үҙәккә үтеп инерлек тауыш менән илаған бәләкәсте күреп Рәшит Ғизетдин улы түҙмәне, беҙҙе кабинетына индереп ҡарап, һыҙлауын баҫып сығарҙы. Аҡса тәҡдим итһәк тә, бер тин дә алманы. Баланың ҡайғыһын, һыҙлауын күрә белгән өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә! Тормош юлығыҙ тик бәхеткә, шатлыҡ-ҡыуанысҡа ғына төрөнһөн. Беҙ һеҙҙең һәм шундай кешелекле ул тәрбиәләгән ата-әсәйегеҙ алдында баш эйәбеҙ.     
 
      САЛИХОВТАР ғаиләһе.
      Баймаҡ ҡалаһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.