5 сент. 2012 г.

Күңел түренән

Киләсәгебеҙ өмөтһөҙ түгел...


Йәшлек – ул кешелек тормошоноң иң гүзәл, иң матур, иҫтәлекле осороноң береһе. Шуға ла уның ҡәҙерен белеп, файҙалы итеп үткәрергә кәрәк. Юҡҡа ғына: “Киләсәк йәштәр ҡулында!” – тип әйтмәйҙәр бит. Тимәк, илеңә, телеңә тоғро ҡалыу, ололарҙы ололап, кеселәрҙе кеселәп тулы шәхес булып етешеү – беҙҙең оло бурыс.
 

“Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән” ти халыҡ аҡылы. Ошо хәҡиҡәткә таянып эш итһә ине йәштәр.
 
Эйе, ауыр замана шарттарында йәшәйбеҙ. Телебеҙҙе, милләтебеҙҙе юғалтыу өҫтөндәбеҙ. Йәштәргә дөрөҫ юлдан тайпылыу бер ни түгел был тормошта. 

Эскелек, наркомания – иң киҫкен проблемаларҙың береһе. Ҡыҙыҡһыныуҙы арттырған реклама, афиша, магазин кәштәләре унан арынырға ирек бирмәй. Телевизор аша барған, тәү ҡарамаҡҡа уйын-көлкөгә ҡоролған тапшырыуҙар, мәғәнәһеҙ йырҙар тормош асылы тураһында уйҙарҙан арындырыу сараһы, буғай.
 
Булған донъяны интернет ауы баҫып бара. Көн-төн виртуаль тормошта йәшәүселәр күбәйә. Тормоштоң ысынбарлығынан алыҫлашып, тере аралашыуҙан, туған-дуҫтарының яҡын мөнәсәбәтенән мәхрүм булып, үҙен алдап йәшәүселәр аҙмы ни? Ошо сәбәпсе түгелме икән йәштәрҙең аңын юғалтып, яҡты донъянан ваз кисеүенә, күңел төшөнкөлөгөнә бирелеүенә?
 
Бындай ҡот осмалы күренештәрҙән беҙҙе дингә ҡайтыу ғына ҡотҡара алыр, тигән фекерҙәмен. Бәхеткә күрә, һуңғы осор йәштәр араһында иманға ҡайтыусылар ишәйә. Кешелектең сәләмәт, дөрөҫ йәшәү рәүешен һайлауы, аныҡлыҡҡа, уйланыуға, милли идея юғарылығына ҡайтыуҙары ҡыуандыра.
 
Киләсәк өмөтһөҙ түгел ул. Һәр яҡлап өлгөр, белемле, бер туҡтауһыҙ үҙ өҫтөндә эшләгән, камиллашыусы йәштәр барлығы күңелгә йылылыҡ өҫтәй. Улар тормош ҡалыптарына яраҡлашып, заман менән бергә атлай. Проблемаларын уртаға һалып һөйләшә, унан сығыу юлдарын бергә эҙләй. Шундай йәштәр менән беҙ көслө һәм киләсәгебеҙ ҙә өмөтлө.
 
Алһыу КҮСӘБАЕВА, БДУСИ студенты. 

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.