17 сент. 2012 г.

Тәүге бурыс – кешеләр именлеге


Алдан хәбәр итеүебеҙсә, кисә муниципаль район хакимиәтендә РФ Социаль страховкалау фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса төбәк бүлексәһе дәүләт учреждениеһы идарасыһы М.М. Латыпов шәхси һорауҙар буйынса граждандарҙы ҡабул итте.

Ҡабул итеүгә бер нисә генә кеше яҙылғайны. Производствола бәхетһеҙлек осраҡтарына тарыған һәм зарарлы эш урынында ауырыуға дусар булған был граждандар эшкә һәләтлекте юғалтыу процентын ҡабаттан билдәләү, ошо тәңгәлдә түләүҙәр юллау, Өфөләге профессиональ ауырыуҙар институтында медицина тикшереүе үтеү мөмкинлеге, санатор-курорт дауаланыуы һ.б. тураһындағы мәсьәләләрҙе күтәрҙе.
 
Марат Мөкмин улы һәм РФ Социаль страховкалау фондының төбәк бүлексәһе белгестәре һәр һорауға ентекле яуап бирҙе. Ҡайһы бер һорауҙар яҙып алынды, уларға оҙаҡламай рәсми рәүештә яҙма яуап биреләсәк.
 
С. ФӘРИТОВА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.