7 сент. 2012 г.

Финдарға Баймаҡ бик оҡшаған


      Үткән аҙна аҙағында районда Финляндия Республикаһының Лаппеенранта ҡалаһынан рәсми делегация булып, беҙҙең төбәктең тәбиғәте, иҫтәлекле урындары менән танышты, халыҡтың йәшәйеше, агротуризмды үҫтереү, йылҡысылыҡ тармағының бөгөнгө һулышы менән ҡыҙыҡһынды.

      Лаппеенранта ҡалаһында 72 мең кеше йәшәй, ул Санкт-Петербургтан 200 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Унда агротуризм ныҡ үҫешкән, был иһә бюджетты тулыландырыуҙа ҙур роль уйнай. Йылына ҡалала 2 млн самаһы турист булып китеүе лә был тармаҡтың ниндәй кимәлдә икәнлеге тураһында һөйләй.
 
      Лаппеенранта ҡалаһы вәкиллеге башлығы, Финляндия-Рәсәй инновация үҙәге директоры И.В. Куприенко оҙатыуында финдар Темәс тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында, “Баймаҡ ПМК-һы” ЯСЙ-һының “Ирәндек” тау саңғыһы турбазаһында, ошо уҡ предприятиеның Абҙаҡ ауылы янындағы “Толпар” ЯСЙ-һында һәм “Ҡолонсаҡ” ЯСЙ-һында булды. Ҡунаҡтарға бейә һауыу, ҡымыҙ бешеү процесын күрһәттеләр.
 
      Финдарға беҙҙең райондың тәбиғәте, ҡымыҙ һәм йылҡы ите бик оҡшаған. Араларынан йылҡысылыҡ тармағы буйынса махсуслашҡан бер бизнесмен хатта 40 баш башҡорт тоҡомло йылҡы һатып алырға теләк белдергән. Сөнки сит илдәрҙә лә башҡорт атына һорау бик ҙур, улар беҙҙең арғымаҡтарҙы Лаппеенрантала эшләп килгән йәш һыбайлылар мәктәбендә файҙаланырға ниәтләй.
 
      Сәфәр һуңында Финляндия Республикаһы вәкилдәре агротуризмды үҫтереү йүнәлешендә уртаҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыу, үҙҙәренең бай тәжрибәһе менән уртаҡлашырға теләк белдерҙе.
 
      А. САЛАУАТОВ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.