13 сент. 2012 г.

Һайлауға әҙерлек бара

     
    14 октябрь көнө республикала, шул иҫәптән беҙҙең районда ла муниципаль район Советы депутаттары һайланасаҡ. Демократия үҫә башлау менән бергә һайлау ҙа йылдан-йыл ҡатмарлыраҡ, яуаплыраҡ була бара, шуға бәйле уның 
закон талаптарына ярашлы теүәл үткәрелеүе мотлаҡ.
 

     Әлеге ваҡытта мөһим кампанияға етди әҙерлек бара. Бөгөн беҙ гәзит уҡыусыларыбыҙҙы алдағы һайлау һәм уға әҙерлек барышы менән таныштырыу маҡсатында территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Ш.Ш. Моталлапов менән әңгәмәләштек.    
 
     – Беҙ “Һайлау хоҡуҡтарының төп гарантиялары һәм Рәсәй Федерацияһы граждандарының референдумда ҡатнашыуға хоҡуҡтары тураһында”ғы федераль Законға һәм Башҡортостан Республикаһының Һайлау тураһындағы кодексына таянып эшләйбеҙ. Һайлауға старт бирелгәс тә, мөһим кампанияны тейешле кимәлдә үткәреү өсөн әҙерлек эштәре башланды. Территориаль һайлау комиссияһының ултырыштары үтте. Муниципаль район Советына депутаттар һайлау буйынса һайлау кампанияһын үткәреүгә әҙерлек саралары планы раҫланды. Шулай уҡ һайлау комиссияһы составына үҙгәрештәр индерелде.  
 
     Дөйөм алғанда, республика буйынса 94 һайлау кампанияһы барасаҡ, шуларҙың 54-е муниципаль район Советына һайлау. Быларҙан тыш, ҡайһы бер ауыл биләмәһе Советтарына ла депутаттар һайланасаҡ. Ҡыҫҡаһы, 1070 депутат мандаты өсөн көрәш барасаҡ. Был юлы һайлауҙың үҙенсәлеге шунда: сәйәси партиялар тарафынан күрһәтелгән кандидаттар ҡултамға йыйыуҙан азат ителде, ә үҙ-үҙен күрһәткән кандидаттар һайлаусыларҙың 0,5-2 процентынан ҡултамға йыйҙы.
 
     Беҙҙең районда бөтәһе 41 меңдән ашыу һайлаусы иҫәпләнә. Район буйынса бөтәһе 80 һайлау участкаһы ойошторолдо, шуның 8-е ҡалала. Әлеге ваҡытта һайлаусылар исемлеген аныҡлау эштәре бара.
 
     Район 19 һайлау округына бүленде, был муниципаль район Советына 19 депутат һайланасаҡ, тигән һүҙ. Һайлау округтары буйынса бөтәһе 39 кандидат теркәлде, уларҙың 18-е “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы, 3-һө КПРФ, 1-һе “Рәсәй патриоттары” сәйәси партияһы, 1-һе “Ғәҙел Рәсәй” сәйәси партияһы тарафынан тәҡдим ителде. Ҡалған 16 кандидат үҙ-үҙен күрһәтте. Әйткәндәй, һайлау, теркәлгән кандидаттар тураһындағы барлыҡ мәғлүмәтте БР Үҙәк һайлау комиссияһы сайтынан табырға була.
 
    Бында шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: алдағы йылдарҙа республика Президенты кандидатураһын тәҡдим итеүҙә муниципаль дәрәжәләге депутаттар ҙур роль уйнаясаҡ. Тимәк, октябрҙә һайланасаҡ депутаттар район мәнфәғәтен ҡайғыртыуҙан тыш, республика кимәлендә лә эшләйәсәк.
 
     Ниндәй генә кимәлдә һайлау үтмәһен, иң мөһиме – һайлау процесында ҡатнашыусыларҙың ентекле әҙерлеге талап ителә, йәғни халыҡ кемдәрҙе һайлауы хаҡында мәғлүмәтле һәм депутатлыҡҡа кандидаттарҙың программалары менән таныш булырға тейеш. Һайлаусыларҙың хоҡуҡи мәҙәниәтен күтәреү, уларҙы тейешле мәғлүмәт менән ваҡытында таныштырып барыу өсөн урындағы киң мәғлүмәт саралары менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Шулай уҡ һайлауға әҙерлек эштәре алып барғанда ололарҙы, йәштәрҙе, мөмкинлектәре сикле кешеләрҙе лә күҙ уңында тоторға тейешбеҙ.
 
     Алдағы һайлауҙа яҡташтарыбыҙ һынатмаҫ, гражданлыҡ бурысын үтәп, үҙ фекерен белдерер һәм лайыҡлы кандидаттарға тауыш бирер, тип ышанам.

     Сәлимә КЕЙЕКБИРҘИНА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.