5 сент. 2012 г.

Саралар

Директорҙар иҫтәлегенә – таҡтаташ

 
Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалында 90 студент иҫәпләнә, уларҙың 26-һы бюджет нигеҙендә уҡырға ингән.
 
1 сентябрь – был уҡыу йорто өсөн юбилей йылы. 1932-1967 йылдарҙа ошо бинала урынлашҡан тау-металлургия техникумы быйыл үҙенең 80 йыллығын билдәләй. Белем көнөнә уҡыу йортон төрлө йылдарҙа тамамлаған студенттар, эшләп киткән уҡытыусылар ҙа килгән ине. Улар колледждың Баймаҡ филиалы уҡыусыларына үҙҙәренең теләктәрен еткерҙе.
 
Тау-металлургия техникумында төрлө йылдарҙа директор булып эшләгән Н.Жамилов, А.Атанғолов, Ф.Ғәйнуллиндарҙың исемдәрен мәңгеләштереү маҡсатында, уларҙың яҡты иҫтәлектәренә бағышланған мемориаль таҡтаташ асыу тантананың иң сағыу өлөшө булғандыр, моғайын. Уларҙы асыу хоҡуғы Баймаҡ ҡалаһы һәм районының Почетлы гражданы А.С. Манылов, муниципаль район Советы секретары Р.З. Ишбулатов, ошо уҡыу йорто сығарылыш уҡыусыһы һәм колледж директоры Т.Н. Сәйғәфәроваға бирелде. Арҙаҡлы шәхестәрҙең балалары Р.Н. Жамилова менән Ф.Ф. Ғәйнуллин тау-металлургия өлкәһе өсөн белгестәр әҙерләүгә һәм тәрбиәләүгә тос өлөш индергән атайҙары хаҡында мәғлүмәт бирҙе.
 
Сараның тантаналы өлөшөнән һуң ҡунаҡтарға колледж буйлап экскурсия ойошторолдо. Газ менән эшләү өсөн тәғәйенләнгән полигон, уҡыу кабинеттары, буласаҡ музей бүлмәһе ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
 
Лилиә ТАКАЕВА.

Ветеринария хеҙмәтенә – 125 йыл!

Күптән түгел Өфөлә Башҡортостан Республикаһының Ветеринария хеҙмәте ойошторолоуына 125 йыл тулыуға арналған юбилей тантаналары үткәрелде. Республика ветеринарҙарын тантаналы шарттарҙа БР ауыл хужалығы министры Эрнст Исаев, РФ Ауыл хужалығы министрлығының Ветеринария департаменты директоры Лилия Сургучева, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Франис Сәйфуллин, БР Ветеринария идаралығы начальнигы Вәкил Буранбаев һ.б. тәбрикләне. Үҙ эшенең оҫталары төрлө хөрмәттәргә лайыҡ булды.
 
Ветеринар эпизоотик именлекте тәьмин итеү буйынса Башҡортостанда иң һөҙөмтәле эшләгән төбәктәрҙең береһе булараҡ, Баймаҡ районы ветеринарҙарының тәжрибәһе кәңәшмәлә өлгө итеп ҡуйылды. Шуныһы һөйөнөслө, был сарала беҙҙең райондан күптәргә юғары наградалар тапшырылды. БР Ветеринария идаралығы дәүләт ветеринария күҙәтеүенең Баймаҡ территориаль бүлеге дәүләт ветеринар инспекторы – бүлек начальнигы З.Ф. Килмөхәмәтов иһә намыҫлы хеҙмәте өсөн “Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Әйткәндәй, Зәкир Фәтих улы етәкләгән бүлеккә өр-яңы “Лада-Гранта” еңел автомобиле лә тапшырылды.
 
Үткән аҙнала БР-ҙа Ветеринария хеҙмәте ойошторолоуға 125 йыл тулыуға арналған саралар Баймаҡта дауам итте. Район ветеринарҙарын тантаналы шарттарҙа ҡотларға БР Ветеринария идаралығының бүлек начальнигы Д.Ә. Хузин, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Р.Р. Әбүбәкиров килгәйне. Был сара тураһында гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ.
 
Азамат Мөхәмәтшин.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.