23 сент. 2012 г.

Заһит Ғүмәров – иң шәп шиғыр һөйләүсе


Күренекле шағир, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, З.Биишева һәм Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар лауреаты Рәмил Йәнбәк ошо көндәрҙә үҙенең 60 йәшлек юбилейын билдәләне. Ошо уңайҙан Баймаҡ район китапханаһы уны һәм яҡташыбыҙ, билдәле журналист, яҙыусы, “Киске Өфө” гәзите мөхәррире урынбаҫары Әхмәр Үтәбайҙы башҡорт китаптары аҙналығына саҡырҙы. Шуныһы әһәмиәтле, районыбыҙҙың төрлө ауылдарында үткәрелгән осрашыуҙар мәлендә өлкәндәр генә түгел, уҡыусылар ҙа Р.Йәнбәктең ижады менән яҡшы таныш булыуы менән һоҡландырҙы.

Ҡаратал ауылы мәктәбендә ижадсыларға уларҙың эшмәкәрлеге, йәшәйеше тураһында төрлө һорауҙар бирелде. Артабан Айзилә Күсәрбаева, Гөлсинә Хәмитова ҙур оҫталыҡ менән Р.Йәнбәктең шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Ә башҡорт теле уҡытыусыһы Алһыу Күсәрбаева һәм ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Зәкиә Юнысбаева Әхмәр Үтәбайҙың әҫәре буйынса өҙөктө сәхнәләштереп күрһәтте.

18 сентябрҙә Рәмил Йәнбәктең ижадын һөйөүселәр район китапханаһына шиғыр һөйләүселәр ярышына йыйылды. Һәр ауылдан бер өлкән кеше һәм мәктәп уҡыусыһы һайлап алынған ине. Был сара шиғыр һөйөүселәр өсөн күңел байрамына әүерелде. Сөнки һәр сығыш яһаусы шағирҙың йөрәк түренән сыҡҡан һүҙҙәрҙе артистар оҫталығы менән башҡарҙы. Әхмәр Үтәбай: “Һәр берегеҙ Рәмил Йәнбәктең шиғырҙарын айырым бер спектакль кеүек башҡарып, уны аңлатыуға, күңелебеҙгә барып етеүенә өлгәштегеҙ”, – тине. 
 
Шулай итеп, мәктәп уҡыусылары араһында Ирәндек Ишмөхәмәтов (Йәнйегет), Рәфилә Исламғолова (Күсей), Рәйес Әбйәлилов (Буранбай), Айбикә Ишморатова (4-се мәктәп) – III, Инзирә Салихова (Таулыҡай), Шәүрә Уразбаева (Сыңғыҙ), Гөлсинә Хәмитова (Ҡаратал) – II, Лилиә Алтынбаева (Темәс), Радмир Үлйәбаев (3-сө мәктәп), Гүзәл Дәүләтшина (II Этҡол) I урын яуланы. Ә Гран-приға шиғырҙы оҫта һөйләүе менән күңелдәрҙе арбаған Күгиҙелдән Заһит Ғүмәров лайыҡ булды.
 
Өлкәндәр араһында Ишейҙән – Резеда Ямғурсина, Кәрешкәнән – Гөлнур Йәнтилина (III), Йәнйегеттән – Тәлғәт Уралбаев (II), Ғәҙелбайҙан Зөлфирә Хәсәнова (I) иң яҡшылар тип табылды. Гран-при Сыңғыҙ ауылынан Мәҙинә Туйсинаға тапшырылды. Шулай уҡ иң йәш шиғыр һөйләүсе – Бөрйәнйылғанан 7 йәшлек Мирас Казакбаев, Аҡморондан Гөлдәр Нураниева, Ишмырҙанан Эльвина Исҡужина, Ләйсән Сыңғыҙова дәртләндереү приздарына лайыҡ булды.
 
Эйе, матур шиғырҙар уҡыу һәр кемдең күңелен күтәрә, алдағы тормошҡа өмөт-дәрт уята. Шуға күрә киләсәктә лә республикабыҙҙың ҡәләм оҫталары беҙҙе үҙҙәренең яңы ижад емештәре менән ҡыуандырыр тип ышанабыҙ.   
 
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.    
Автор фотоһында: бына ул Гран-при яулаған Заһит!

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.