5 сент. 2012 г.

Тантаналар

Уңыштар юлдаш булһын


Белем көнө... Һәр әҙәм балаһының күңелендә мәңгегә уйылып ҡалған матур, онотолмаҫ, яҡты хәтирә.
 
Быйыл район-ҡаланың мәктәптәренә 860 бала уҡырға килде. Уларҙы яҡты, йылы, матур кластар, үҙ эшен яратҡан, алдынғы ҡарашлы уҡытыусылар ҡаршы алды.
 

1 сентябрҙә көндөң һалҡын булыуы, һыуыҡ ел иҫеүе, ҡояштың һаран ғына йылмайыуы ла балаларҙың кәйефен ҡыра алманы. Беренсе класҡа килгән кескәйҙәр әлегә ҡыйыуһыҙланып, ата-әсәләренә һыйынып ҡына баҫып торһа, ҡалғандар класташтарын осратып, ҡыуанып, көлөшөп, йүгерешеп рәхәтләнде. Был көндө һәр мәктәптә район-ҡаланың ойошма-предприятие етәкселәре лә уҡыусыларҙы һәм уҡытыусыларҙы Белем көнө менән тәбрикләне.
 
Ҡаланың 4-се мәктәбендә лә 1 сентябрь байрамы тантаналы шарттарҙа үтте. Быйыл уҡыу йортоноң лицей статусын алыуы ла, бында үҙ эшен яратҡан, заман менән бергә атлаған уҡытыусыларҙың эшләүен дәлилләй. Балаларҙы әкиәт персонаждары ҡотланы, уҡыусылар үҙҙәре лә тантананы йыр-моңға сорнаны.
 
Эйе, алда яңы уҡыу йылы. Ул беҙҙе район-ҡала уҡыусыларының ҙур-ҙур уңыштары, уҡыу, спорт, олимпиада еңеүҙәре, тик яҡшы билдәләр менән генә һөйөндөрһөн.
 
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
Автор фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.