23 сент. 2012 г.

Яңы еңеүҙәр юлдаш булһын!


Спорт... Уның тән өсөн файҙалы, һаулыҡты нығытыуын һәр кем белә. Шулай уҡ донъя кимәлендәге ярыштарҙы, олимпиадаларҙы ҡарап, һәр кем: “Быларҙы кем өйрәткән!” – тип һоҡланғаны йәки, киреһенсә, бик тә көйәләнгәне булғандыр. Яҡшы спортсыны тәрбиәләү бала саҡтан башлана. Бының өсөн ҙур ҡалала йәшәү ҙә мөһим түгел. Баланың теләге һәм, әлбиттә, яҡшы тренер кәрәк.

Ошо йәһәттән Ярат мәктәбе уҡыусыларын күптәргә үрнәк итеп ҡуйып була. Улар бер нисә йыл рәттән район спартакиадаһы еңеүселәре булды, призлы урындарға өлгәште. Физкультура уҡытыусыһы Сажидә Миңнехан ҡыҙы Мырҙаҡаева уҡыусыларҙы һау-сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү, уларҙы спорт менән ҡыҙыҡтырыу өсөн бар көсөн һала. “Шуныһы үкенесле, баланы өйрәтеп, ниндәйҙер ҡаҙаныштарға өлгәшкәс, ул мәктәптән икенсе яҡҡа уҡырға китә, –ти ул йылмайып. – Минең уҡыусыларыма теләгем шул: ҡайҙа ғына булһалар ҙа, спортты ташламаһындар, шөғөлләнһендәр, ҡурҡмайынса, үҙ көсөнә ҙур ышаныс менән ярышҡа сыҡһындар”.

Ярат мәктәбендә 121 бала белем ала. Мәктәп директоры М.А. Юлдашбаеваның тырышлығы менән уйын өсөн дә, спорт менән шөғөлләнеүгә лә майҙансыҡтар төҙөлгән. Балалар ҙа әүҙемлеге менән айырылып тора. 7-се класс уҡыусыһы Рузилә Йосопова менән 9-сы класс уҡыусыһы Таһир Ғәбсәләмов йөҙөү буйынса ҙур уңыштарға өлгәшкән. Уларҙың һыуҙа балыҡтай йөҙөүен күреп күптәр һоҡланыуын йәшерә алмай. Ә Рәзилә Ишҡыуатова (8-се класс), Фәйзән Заманов (9-сы класс) ҡар яуыуын түҙемһеҙләнеп көтә. Сөнки уларҙы саңғыла баҫтырып етермен тимә! Әгәр был уҡыусылар артабан да спорт менән дуҫ булһа, яңынан-яңы ҡаҙаныштарға ынтылһа, уларға уңыштар юлдаш буласағы көн кеүек асыҡ. Шуға күрә ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың һау-сәләмәт тормош алып барыуын, төрлө кимәлдәге ярыштарҙа еңеүҙәр яулауын теләйек.
 
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
Автор фотоһында: Бына ул йөҙөү һәм саңғы буйынса алдынғылар!

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.