27 сент. 2012 г.

Көҙгө байлыҡ мул булды

Баймаҡта көҙгө йәрминкәләр башланды


Йыл да, ялан-ҡырҙарҙа баҫыу эштәре тамамланғас, ҡалала көҙгө йәрминкәләр башлана. Аяуһыҙ ҡоролоҡҡа ҡарамаҫтан, быйыл район аграрийҙары мөмкин булғанса уңыш үҫтереп алды һәм үткән шәмбе баймаҡтарға үҙенең продукцияһын тәҡдим итте.
Әйтергә кәрәк, быйылғы йәрминкә лә ойошҡанлы үтте, ул үҙе бер ҙур байрамға әүерелде. Сараға килеүселәр үҙҙәренә кәрәкле тауар алып ҡына ҡалманы, ә күңелле ял итте, ҡаланың сауҙа предприятиелары етештергән тәмлекәстәрҙе лә ауыҙ итте.

Иртә менән ҡаланың үҙәк майҙанына һәм универмаг алдына төрлө ауыл хужалығы продукцияһы тейәлгән автомашиналар колоннаһы ағылды. Бесән, һалам, иген, ҡош-ҡорт, ит, ҡымыҙ, картуф, йәшелсә, бал, төҙөлөш материалдары – нимә генә юҡ ине йәрминкәлә?!
...Көҙгө йәрминкәне асыу тантанаһында сығыш яһап, Баймаҡ ҡала биләмәһе башлығы И.Ә. Бураншин ҡала халҡы исеменән район аграрийҙарына, үҙҙәренең продукцияһын алып килгән шәхси хужалыҡтарға рәхмәт белдерҙе һәм, бындай байрамдар артабан да ойоштороласаҡ, тип белдерҙе.
 
Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары И.М. Йәндәүләтов “Мәғариф системаһын модернизациялау” федераль программаһына ярашлы бүленгән мәктәп автобустарының асҡысын тапшырҙы. Был юлы бындай бәхеткә Йомаш (ПАЗ автобусы), Төркмән (ПАЗ), Ишмөхәмәт (ГАЗель) мәктәптәре һәм район мәғариф бүлеге (ГАЗель) эйә булды.
Артабан баймаҡтарҙы “Рассвет” АХК-һы рәйесе А.Б. Шәрипов байрам уңайы менән ихлас ҡотланы, уңыштар теләне.
 
Әйтергә кәрәк, ауыл хужалығы предприятиелары, КФХ-лар,  шәхси ярҙамсы хужалыҡтар быйылғы йәрминкәлә бик әүҙем ҡатнашты. Ленин исемендәге, “Рассвет”, “Уңыш”, “Байҡара”, “Таналыҡ”, “Толпар”, Салауат исемендәге, “Союз” хужалыҡтары, “Баймаҡ” ҒПБ-һы, “Күлтабан” МУП-ы, “Урал аръяғы” МТС-ын айырыуса билдәләп үтергә кәрәк. Был предприятиелар, иген культураларынан тыш, ҡымыҙ, ит, бесән, һалам алып килгәйне. Ленин исемендәге АХК, мәҫәлән, бындай сараларҙан бер ҡасан да ситтә ҡалмай. Хужалыҡ йәрминкәгә 2 тонна бойҙай, 1 тонна ярма, 2 тонна һоло, бер йөк һалам һәм бер йөк бесән, 120 кг ит алып килгән. Предприятие продукцияһы тиҙ арала һатылып та бөттө, кооператив унан 40 мең һумлыҡ табыш алды.
 
“Уңыш” АХК-һы килограмын 250 һум менән йылҡы ите, 7-шәр һум менән һоло һәм бойҙай, 650 һум менән бер тоҡ он, 300 һум менән ҡаҙы тәҡдим итте. Башҡа хужалыҡтарҙың да продукцияһы тиҙ арала үҙенең һатып алыусыларын “тапты”. Ҡаланан “Г.Байрамғолова” КФХ-һы иһә тере ҡаҙ менән сауҙа итте, бер башына 800 һум һоранылар.
 
Шәхси ярҙамсы хужалыҡтар нигеҙҙә һөт ризыҡтары алып килгәйне. Ишмырҙа ауылынан Фирүзә Йәнбәкова, Гөлсөм Нурдәүләтова, Фатима Үҙәкина, Зифа Абыҙгилдина һәм Алһыу Шәһәҙәтоваларҙың ҡымыҙ, һөт ризыҡтары үтемле булды. Таулыҡайҙан танылған умартасы Ирғәле Хөсәйенов сифатлы бал менән һатыу итте. Әбделкәримдән Р.Йәнйегетов КФХ-һы килограмын 17 һумдан кәбеҫтә һәм 45 һум менән ҡыяр тәҡдим итте. Өмөтбай ауылы уңғандарынан килограмын 18 һумдан картуф һатып алырға мөмкин булды. Ауыл хужалығы предприятиелары, фермерҙар һәм шәхси хужалыҡтар килтергән йылҡы, һыйыр, һарыҡ итенә лә һорау ҙур булды.
 
Баймаҡ икмәк заводы, “Алтынай”, “Ихлас”, “Тәмлекәс” кафелары баймаҡтарҙы тәмле аш-һыуы менән һыйланы.
 
Бер үк ваҡытта сәхнәнән ҡотлауҙар, күңелле йыр-моң, дәртле бейеүҙәр ағылып торҙо. Тамаша барышында райондың һәр ауыл хужалығы предприятиеһына, уның производство күрһәткестәрен күрһәтеп, ҡотлау сәләмдәре – концерт номерҙары тапшырылды. Айырыуса Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, республика кимәлендә танылған халыҡ йырсыһы Рауил Харрасов, Руслан Хисамиев, Илдар Абдуллин, бейеүсе Илшат Ғүмәровтың сығыштары барыһын да әсир итте.
 
Ғөмүмән, бик тә ойошҡанлы, юғары кимәлдә үтте йәрминкә. Унда бөтәһе 1 млн 782 мең һумлыҡ 5,6 тонна картуф, 3 тонна кәбеҫтә, 100 кг һуған, 600 кг бал, 3,5 тонна ит, 53 тонна иген һәм ярма, 5 тонна бесән һәм 35 тонна һалам һатылған. Халыҡ был байрамдан бик тә ҡәнәғәт ҡалды, тағы ла ойоштороуҙарын һораны. Әйткәндәй, киләһе йәрминкә октябрь башында үтәсәк.
 
Азамат Мөхәмәтшин.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.