17 сент. 2012 г.

Ер эшкәртеү айлығы иғлан ителде


Ошо кесаҙна муниципаль район хакимиәтендә ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре ҡатнашлығында үткән кәңәшмәлә урып-йыйыу эштәре, малсылыҡ тармағын ҡышҡа әҙерләү, МТС-ҡа булған бурыстарҙы ҡаплау, ужым арышы сәсеү, ер эшкәртеү, көҙгө йәрминкәләр ойоштороу мәсьәләләре көн үҙәгенә сығарылды. Уны район башлығы урынбаҫары Р.Р. Әбүбәкиров алып барҙы.

Тәүҙә “Урал аръяғы” МТС-ының генераль директоры И.Ә. Хәсәнов сығыш яһаны. Ирек Әҙеһәм улы билдәләүенсә, күрһәтелгән хеҙмәттәр өсөн иң күп бурыс Баймаҡ районы хужалыҡтарында. Быйыл, мәҫәлән, предприятиеның Баймаҡ филиалы тарафынан беҙҙең район хужалыҡтарына баҫыу кампаниялары осоронда бөтәһе 15 млн һумлыҡ хеҙмәт күрһәтелгән. Әммә бурыстарҙы түләү проблемаһы бик әкрен хәл ителә. Әйтәйек, “Уңыш”, Салауат исемендәге, “Рассвет хужалыҡтарының, “Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһенең станцияға бирәсәге күп. Кәңәшмәлә бурыстарҙы ҡаплау тураһында етди һөйләшеү булды.

Райондың баш агрономы Р.Ғ. Рәхмәтуллин билдәләүенсә, ураҡ эштәре тамамланыуға табан бара, тик “Йылайыр”, “Таналыҡ”, “Рассвет”, “Уңыш” хужалыҡтарында байтаҡ күләмдә ашлыҡ йыйып алаһы бар әле. Орлоҡ һалыу менән дә хәл яҡшынан түгел. Был тәңгәлдә “Уңыш”, “Йылайыр”, Салауат исемендәге, “Байҡара” хужалыҡтарында киләһе йыл киҫкен проблема тыуыуы ихтимал. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер хужалыҡтар, мәҫәлән, “Йылайыр” ЯСЙ-һы, ужым культуралары сәсеүҙе кәрәк тип тапманы. Ундайҙарға Ленин исемендәге, “Рассвет”, “Баймаҡ” ҒПБ-һы хужалыҡтарынан үрнәк алырға кәрәк.
 
Ергә хужаларса ҡараш, уны эшкәртеүгә етди иғтибар бүлеү – уңыштың нигеҙе. Район етәкселеге тап ошо мәсьәләне айырым контролгә алды һәм һәр хужалыҡҡа кәмендә 40 процент ер эшкәртеү бурысы ҡуйылды. 15 сентябрҙән 15 октябргә тиклем ер эшкәртеү буйынса айлыҡ иғлан ителде. Был эш менән Ленин исемендәге, “Рассвет”, “Баймаҡ” ҒПБ-һы, “Күлтабан”, “Толпар”, “Алғаҙы” хужалыҡтарында яҡшы шөғөлләнәләр. Әммә шул уҡ ваҡытта “Аҡморон”, “Йылайыр”, “Уңыш”, Салауат исемендәге, “Таналыҡ”, “Октябрь” хужалыҡтарында бер гектар ҙа ер эшкәртелмәгән.
 
Ауыл хужалығы бүлеге начальнигы М.Ғ. Кайниевтың сығышынан күренеүенсә, ҡышлау миҙгеле еңелдән булмаясаҡ. Айырыуса “Аҡморон”, “Йылайыр”, “Октябрь”, Салауат исемендәге, “Таналыҡ”, “Байҡара” хужалыҡтарына, аҙыҡ базаһы наҡыҫ булыу сәбәпле, ауырға тура киләсәк. Базаларҙы ремонтлау эштәре Ленин исемендәге, “Рассвет”, “Уңыш”, “Баймаҡ” ҒПБ-һы хужалыҡтарында яҡшы ойошторолған. Ә бына “Йылайыр”, “Октябрь”, “Союз”, “Мырҙаҡаев” хужалыҡтарында әле булһа башланмаған.
 
Тиҙҙән көҙгө йәрминкәләр мәле башлана – уның тәүгеһе 22 сентябрҙә ҡаланың үҙәк майҙанында үткәреләсәк. Был хаҡта ауыл хужалығы бүлегенең кадрҙар буйынса баш белгесе З.М. Тимербулатов мәғлүмәт бирҙе.
 
Р.Р. Әбүбәкиров ауыл хужалығы өлкәһендәге барлыҡ мәсьәләләрҙе ваҡытында хәл итеү, уларҙы етди контролдә тотоу бурысын ҡуйҙы.
 
Азамат Мөхәмәтшин.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.