17 сент. 2012 г.

Әсәйем алтын ҡаҙығым, апайҙарым таймаҫ терәгем булды

Мөхәмәтшиндар ғаиләһе.
1950 йылғы фото.

Ғүмерҙең һәр йылы үҙенә күрә үҙенсәлекле. Әммә 1941 йыл, уның 22 июне һымаҡ тарихҡа инеп ҡалырлыҡ, йән әрнеткес фажиғәле, ҡайғы-хәсрәтле көн кемдәрҙең генә иҫенә инеп сыҡмай икән? Был осорҙо үҙ иңдәрендә күтәргән һуғыш ветерандары, тыл һалдаттарының ҡаһарманлығын һис бер үлсәмдәргә лә һыйҙырып булмаҫ ине.

Мин һәм үҙем һымаҡ башҡа бик күп ҡәрҙәштәрем дә ошо дәһшәтле осорҙа донъяға килгәнбеҙ. Бына, ниһайәт, етмешкә лә аяҡ баҫтыҡ. Кеше ғүмере өсөн был һан аҙ ҙа, күп тә түгел һымаҡ. Ләкин нисек кенә булмаһын, ғүмерҙең үтелгән һәр йылына тәғәйен һуҡмаҡтар һалынған. Улар бөгөн эҙҙәрен һаҡлағанмы-юҡмы? Әммә шуныһы үкенесле һәм аяныслы – күптәребеҙ етмешкә лә артыла алмай, яҡты донъяларҙан китеп барҙы. Тормош ҡанундары үтә ҡаты ла, аяуһыҙ ҙа шул...

Беҙ – совет осоро балалары. Шул дәүерҙә тәрбиәләнеп, белем, юғары әхлаҡи талаптарҙы үҙ өҫтөбөҙгә алып, алдағы тормошобоҙға инанып йәшәнек. Ауылмы, ҡала кешеһе булһынмы – бер-береһе менән ҡатнашып, татыу йәшәне. Урлашыу, эскелек кеүек сифаттар ул йылдарҙа бик һирәк булды. Була ҡалһа, совет закондары тарафынан ғәҙел хөкөм ителде. Ә эшһеҙлек тураһында һөйләп тороу ҙа кәрәкмәй.
 
Был юлдарҙы мин үткәндәр өсөн түгел, ә киләһе быуындар өсөн яҙам. Татыулыҡ, берҙәмлек кеүек сифаттар иң тәүҙә ғаиләлә барлыҡҡа килә һәм ғүмер буйы дауам итә.
Алдан әйткәнемсә, кешеләр олоғая барған һайын артына, үткәндәренә байҡау яһарға ғәҙәтләнгән. Мин дә ана шул йылдарҙың юйылмаҫ хәтирәләрен ҡағыҙ биттәренә төшөрөп, уҡыусыларыма еткерергә баҙнат иттем.
 
Миңә атайымды күрергә насип булманы. Һуғыш башланғандың өсөнсө айында уҡ кадровый армияла биш йыл хеҙмәт итеп ҡайтҡан атайымды икенсе тапҡыр фронтҡа алалар. Ул китеп, биш ай  үткәс донъяға килгәнмен. Атайым, үҙенең башҡаса ҡайта алмаясағын һиҙепме, әсәйемә балаларҙы етем итмәҫкә, үҫтерергә, хәленән килгәнсә уҡытырға васыят әйтеп ҡалдырған.
 
Әсәйем һәм ауылдаштарымдың барыһы ла атайымды һәр саҡ йылы һүҙ менән иҫкә алырҙар ине. Ул изге күңелле, алсаҡ, кешеләргә мәрхәмәтле, эшһөйәр булған, тапшырылған эшкә һәр саҡ етди ҡараған. Ләкин һуғыш – һуғыш инде ул. Миллион ҡорбандар араһында минең атайым да сит ерҙәрҙә мәңгелеккә ятып ҡалды...
 
Атайымдың "похоронкаһы" беҙҙең ғаиләгә сикһеҙ ҡайғы алып килде. Темәс педучилищеһында уҡыған иң өлкән Сания апайым был ҡайғылы хәбәрҙе бик ауыр кисерҙе һәм артабан уҡыуын дауам итә алмай түшәккә йығылды. Бөтә донъяуи хәстәрлектәр әсәйемдең нескә иңдәренә төштө. Ләкин ул бөгөлөп ҡалманы. Колхоз эшенә лә өлгөрҙө, ауырыу апайымды, оло йәштәге өләсәйемде ҡарарға, беҙҙе туйындырырға, кейендерергә, уҡытырға ла ваҡытын тапты.
 
Ҡәһәрле һуғыш бөтһә лә, күптәр аслы-туҡлы йәшәне. Һәр ғаилә тигәндәй, шул иҫәптән беҙ ҙә, әсәйем һәм ике апайым менән яҙ һайын һуғылған һалам күбәһенән иген бөртөктәре эҙләйбеҙ: һаламды түшәккә һалып, ағас менән һуғабыҙ ҙа, шунан йыйылған игенде алып ҡайтып, ҡул тирмәнендә тартып, килеп сыҡҡан аҙ ғына ондо саҡ ҡына картуфҡа ҡушып әүәләп, мейес эсендә көлсә бешерәбеҙ. Был һәр кемебеҙ өсөн оло байрам булыр ине.
 
Йәй урталары еткәс тә әсәйем һәм бер аҙ һауыға төшкән өлкән апайым менән урманға, ҡыш миҙгеленә әҙерләү өсөн әтлек, һарына эҙләргә сыға инек. Әсәйемдең тырышлығы арҡаһында урман ниғмәттәрен йыйып, өйҙәге баҙҙа һаҡлайбыҙ. Ҡыш еткәс, әтлекте мейес эсендә киптереп, тирмәндә ваҡлап тартып, бер аҙ он ҡушҡандан һуң әсәйебеҙ ваҡлап ҡына көлсәләр бешереп, беҙҙе туйындырҙы.
 
Бесән ваҡыты һәр кем өсөн көтөлгән, шул уҡ мәлдә көсөргәнешле осор икәнен ауыл кешеһе аңлайҙыр. Бер нисә ауылдан йыйылған оҫта салғысыларҙы туплап өмә ойоштороу һәм шул йәһәттән ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләү ғәҙәткә ингәйне. Бигерәк тә беҙҙең ауылға терәлеп ятҡан "Өлкән туғай" биләмәһе хужалыҡ әҙерләгән бесәндең яртыһынан күберәген бирә торғайны. Шуға күрә лә колхоз идараһы бесәндең тәүге көндәренән үк  уға иғтибарҙы йүнәлтер ине.
 
Әсәйем ғәҙәттә загон башлай торғайны. Уның артынан эйәрә алыусылар хатта ирҙәр араһында ла табылмаған. Үҙенең рәтен үтеп, бер сынаяҡ ҡымыҙ йә айран эсеп ала ла тағы саба башлай. Ә ураҡ ваҡытында ул игенде көлтәләргә бәйләү заданиеһын бер ярым-ике тапҡырға арттырып үтәр булды. Фронтовиктарҙың тол ҡатындарына эш икеләтә ауыр бирелде. Сөнки улар хеҙмәттәренән тыш, фронт ауырлыҡтарын кисергән ирҙәрен көнөн-төнөн тигәндәй көттө, ҡайтырҙарына ышанды. Бар ҡайғыны тышҡа сығармай, улар эштән йыуаныс тапты.
 
Бер көн әсәйем эштән ғәҙәттәгегә ҡарағанда күтәренке кәйеф менән ҡайтып инде. Уға һуғыш ваҡытындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн миҙал һәм наградаға ҡушып һарыҡ биргәндәр икән. Әсәйем  уны салдырып, атайым рухына аят уҡытты, күрше-күләнде, тол ҡатындарҙы саҡырҙы.
Илленсе йылдарҙың аҙағында колхоз һәм уның кешеләре лә бер аҙ тын алғандан һуң күтәрелеш  башланды. Хужалыҡ эш хаҡын натуралатанан тыш, аҙлап булһа ла аҡсалата бирә башланы. Сания апайым тамам һауығып, колхозға эшкә сыҡты.  Бер йылдан һуң етенсе класты тамамлаған Таңһылыу апайым да бесәнселәргә аҙыҡ әҙерләү өсөн кәшеүәргә (ашнаҡсы) әйләнде. Әсәйемдең шул ваҡытта шатлығын күрһәгеҙ икән! Әммә ҡайғы ла эйәреп йөрөгән шул...
 
Атайым – яу ҡырында, бынан бер нисә йыл элек өләсәйем гүр эйәһе булыуҙарын, шул уҡ ваҡытта балаларҙы ас-яланғас итмәйем тип ал-ялды белмәй эшләүҙе әсәйемдең яңғыҙ йөрәге күтәрә алманы. Ул төҙәлә алмаҫлыҡ сир (порок сердца) менән түшәккә йығылды. Бер нисә йыл рәттән Түбә дауаханаһында дауаланыу ҙа һөҙөмтәһен бирмәне. Өс апайым ҡарамағында ул үҙ белдеге менән ата-бабаларыбыҙҙың халыҡ медицинаһы алымдарын ҡуллана башланы. Көс-хәл менән булһа ла апайымдар ярҙамында йәй-көҙ көндәрендә урманға сығып дарыу үләндәре, еләк-емеш йыйып, киптереп, төнәтмәләр эшләп, көн һайын балаларының һаулығын, бәхеттәрен теләп, алдағыға ҙур өмөттәр бағлап, дауаланыуын дауам итте. Быларҙың барыһының да файҙаһы тейҙеме, әллә Аллаһы Тәғәләнең әмере буйынса эшләгән изгелектәре үҙенә кире әйләнеп ҡайттымы, түшәккә йығылған әсәйем әкренләп булһа ла аяҡҡа баҫып, өй эштәре менән булыша башланы.
 
Ике апайымдың эшләй башлауы беҙҙең ғаилә өсөн ҙур этәргес көс булды. Әсәйем үҙе егәрле, эшһөйәр булғанлыҡтан, беҙҙе лә бәләкәйҙән  хеҙмәткә, күндәмлеккә өйрәтте. Минән ике йәшкә өлкән Сәлимә апайым да Муллаҡай ете йыллыҡ мәктәбен тамамлау менән артабан уҡып тормай, колхозға эшкә сыҡты. Ул йылдарҙа бөтә класс, хатта мәктәп менән колхозда эшкә ҡалыу үҙе бер традицияға әйләнгәйне.
 
Йыл артынан йылдар үтте. Сания һәм Таңһылыу апайымдар тормошҡа сығып, үҙаллы донъя көтә башланы. Сәлимә апайым Түбәнге Иҙрис фермаһында һауынсы булып эшләй башланы. Саялыҡ, хеҙмәтен яратып башҡарыуы арҡаһында тәжрибәле һауынсылар менән ярышып, алдынғылар рәтенә сыҡты. Әлифә апай Вәлиева, буласаҡ Социалистик Хеҙмәт Геройы Гәүһәр Фәйзуллина, Яңылбикә Абдрахманова кеүек оло быуын һауынсылары менән ярышыу уға дәрт тә, дарман да бирҙе. Ярыш йомғаҡтары буйынса булдырылған премиянан ул бер ҡасан да мәхрүм ҡалманы. Аҡсалата йә иһә әйберләтә алып ҡайтҡан бүләге өсөн иң беренсе сиратта әсәйем ҡыуаныр ине.
 
Атайым төҙөгән йорт бик ныҡ иҫкергәйне. Апайым бер ни уйлап тормай, ағас һорап, идара ултырышына ғариза яҙа. Ул йылдарҙа хеҙмәт алдынғыларына ҡарата иғтибар бик ҙур ине. Ғаризаһын ҡәнәғәтләндергәс, диләнкәнән ағас ҡырҡтырып, йәй етеү менән буратып ултыртып та ҡуйҙы. Икенсе йылында инде апайым ирҙәр ҙә булдыра алмаҫтай эште атҡарып, беҙҙе өйлө итте. Мин ул саҡта туғыҙынсы класта уҡый инем. Түбә ҡасабаһында урта мәктәпте тамамлағас та, ул артабан уҡырға китергә өндәне:
 
– Беҙ уҡый алманыҡ инде, ҡустым, һин нисек булһа ла белем алырға тырыш, әсәйҙе, донъяны мин үҙем ҡарармын әле, – тип дәртләндереп торҙо. Тиҫтә йылдан ашыу фермала һауынсы булып эшләгәндән һуң, ул үҙенең яҙмышын мәңгелеккә Ишей ауылы менән бәйләне.
Колхозда эшһөйәрлеге менән билдәле булған апайым бында ла үҙен һынатмай. Ишей мәктәбендә йыйыштырыусы булып, үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтеп, дирекцияның, ата-әсәләрҙең оло һөйөүен яуланы. Тормошон Әҙеһәм еҙнәй менән бәйләп, 35 йыл татыу тормош ҡорҙо. Өс улына һәм ҡыҙына һөйөклө әсәй, кәңәшсе, терәк, ҡәйнәһенә хәстәрлекле килен булды.
 
Әммә тормош ҡанундары аяуһыҙ ҙа, үкенесле лә шул. Бәләкәйҙән эшкә егелгәнгәме, көтмәгәндә апайым алтмыш йәшен дә тултырмай, беҙҙе ташлап китте.
 
Яҙмамдың башында ғаиләлә иң өлкән Сания апайым тураһында бер аҙ әйтеп үткәйнем. Ул да күрше ауылға – Байымға тормошҡа сығып, ете балаға әсә булыу бәхетенә иреште. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡырҡ етенсе йәшендә генә балаларын һәм Шәкирйән еҙнәйебеҙҙе ҡалдырып, баҡыйлыҡҡа күсте. Оҫта ҡурайсы, район һабантуйҙарында бил бирмәҫ көрәшсе булған еҙнәйебеҙ ҙә күптән был донъяла юҡ.
 
Ғаиләлә икенсе булып донъяға килгән Таңһылыу апайым тормош һынауҙарын ғорур ҙа, намыҫлы ла үтте. Бик йәшләй генә – ун ике йәшенән колхоз эшенә егелде. Кем генә булып эшләргә тура килмәне уға! Ләкин ҡайҙа ғына булмаһын, ул үҙ эшен яратып, еренә еткереп башҡарырға, етәкселәрҙең тәрән һөйөүен, ихтирамын яулап алыуға өлгәште. Ун ете йәшендә генә "Сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн" миҙалына лайыҡ булды.
 
Тәүҙә Түбәнге Иҙрис һәм һуңға табаныраҡ тормошҡа сыҡҡас, Муллаҡай һөтсөлөк фермаһында һауынсы булып эшләне. Өс тиҫтә йылға яҡын хеҙмәт дәүерендә бик күп Маҡтау грамоталарына, "Социалистик ярышта еңеүсе" билдәләренә, Мәскәүҙә, ауыл хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә ҡатнашып, уның көмөш миҙалына лайыҡ булды, "Хеҙмәт ветераны" миҙалын ғорур йөрөттө. Тормош юлдашы вафат булғас, төшөнкөлөккә бирелмәй, бер үҙе донъя көттө. Кәртә-ҡураһы мал-тыуар менән тулы булды. Минең дүрт улымды уҡытырға, әсәйемде ҡарарға ла тарһынманы. Аҡсалата ла, әйберләтә лә, рухи яҡтан да ярҙам итте. Әммә һөйөклө лә, һөйкөмлө лә апайымдың ғүмере  ҡыҫҡа булды. Етмеш йәшен дә тултыра алмай, мине һәм улдарымды ауыр ҡайғыларға һалып, мәңгелеккә ташлап китте.
 
Тормош баҫҡыстарын үҙ иңендә күтәргән ғәзиз әсәйем, өс апайым да был яҡты донъяла юҡ. Әммә уларҙың һәр береһенең ер өҫтөндә эҙҙәре, эштәре, кешеләргә күрһәткән изгелектәре ҡалды. Мин уларҙың яңғыҙ вариҫы булараҡ, өмөттәрен аҡлай алдыммы һуң?
 
Барыһының да ярҙамы һәм тырышлыҡтары арҡаһында миңә Стәрлетамаҡ ҡалаһында бухгалтерҙар әҙерләү курсын бөтөрөп, "Үрнәк" (хәҙер Салауат исемендәге АХК), Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхоздарҙа, "Һәүәнәк" совхозында бухгалтер, кадрҙар бүлеге мөдире, комсомол ойошмаһы секретары булып эшләргә тура килде. Ситтән тороп БДУ-ның филология факультетын тамамлап, Ҡолсора, Ишей, Өмөтбай мәктәптәрендә уҡытыусы булдым. Хаҡлы ялға сыҡҡансы, егерме йылдан ашыу Баймаҡта, Дәүләт страхованиеһы инспекцияһында эшләргә тура килде.
 
Үҙем тураһында шуны ғына әйтә алам. Хеҙмәтем ВЛКСМ, Үҙәк Комитетының Маҡтау грамотаһына, КПСС-тың Баймаҡ район комитетының һәм район Советы башҡарма комитетының, Росгосстрахтың Үҙәк комитеты һәм Башгосстрахтың, муниципаль район хакимиәтенең Маҡтау грамоталары менән баһаланды. "Хеҙмәт ветераны" миҙалы ла эшемдең бер өлөшөлөр тип әйтә алам.
 
Ғүмер юлымда бик күп һынауҙарға, ҡаршылыҡтарға осрарға тура килде. Береһенән-береһе бәләкәйерәк дүрт улымды минең ҡарамаҡҡа ҡалдырып, тормош юлдашым вафат булып ҡалғас та ике апайым (Сания апайым мәрхүм ине) миңә бар яҡтан да ярҙам ҡулы һуҙҙы. Шуның арҡаһында балалар уҡыны, ғаилә ҡорҙо. Әлеге көндә уларҙың барыһы ла өләсәйҙәренә, инәйҙәренә оло рәхмәттәрен белдерә, уларҙы һәр саҡ күңел түрендә йөрөтә.
Ғаиләлә балаларҙы тәрбиәләү элек тә, бөгөн дә көн үҙәгендә торған төп проблемаларҙың береһе. Дәүләтебеҙ был йәһәттән киләсәк быуын өсөн һәр саҡ хәстәрлек күрҙе һәм күрә. Ғаиләлә ата һәм әсәнең роле баһалап бөткөһөҙ. Бына шул йәһәттән мин әйтер инем – бигерәк тә ауыр һуғыш йылдарында күптәребеҙ атайһыҙ үҫте, атай тәрбиәһен күрмәнек, ишетмәнек. Әсәйебеҙ әсә лә, атай ҙа була алды. Уның ныҡлы тәрбиәһе арҡаһында ғаиләлә татыулыҡ, туғанлыҡ, бер-береңде ихтирам итә белеү кеүек бик күп мөһим сифаттар хасил булды. Үҫеп етеп, ғаиләле булғас та беҙ, бер туғандар, ташлашманыҡ, ҡатнашып йәшәнек. Хатта апайымдар мине, мин уларҙы бер аҙ күрмәй торһаҡ, бер-беребеҙгә барып етә торған булдыҡ. Мин уларҙың барыһы алдында ла оло ихтирам һәм хөрмәт тойғоһо менән үҙемдең салланған башымды эйәм. Уларҙың рухы минең күңелемдә яҡты нур булып мәңгелеккә ҡаласаҡ.
 
С. Мөхәмәтшин,
хеҙмәт ветераны, Сәғит Мифтахов исемендәге премия лауреаты.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.