3 сент. 2012 г.

Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә

Кәрәкле һәм үтә яуаплы хеҙмәт


Сентябрҙең тәүге йәкшәмбеһендә нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй. Республикабыҙҙың, шул иҫәптән районыбыҙҙың социаль-иҡтисади үҫеше күп осраҡта яғыулыҡ-энергетика комплексының уңышлы эшләүенә туранан-тура бәйле. Тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ бер өлөшөнә әйләнгән “зәңгәр яғыулыҡ” халыҡ хужалығы тармаҡтарын энергия ресурстары менән тәьмин итеүгә тос өлөш индерә. 

Беҙҙең ҡала һәм район халҡын “Газ-Сервис” ААЙ-һының “Сибайгаз” филиалына ҡараған Баймаҡ комплекслы хеҙмәте коллективы хеҙмәтләндерә. Беҙҙең төп бурыс – халыҡты туҡтауһыҙ “зәңгәр яғыулыҡ” менән тәьмин итеү, уны ҡулланғанда хәүефһеҙлек сараларын үтәүҙе контролдә тотоу.
 
60-ҡа яҡын кешенән торған  коллектив йыл әйләнәһенә тәбиғи газды транспортировкалау, газ үткәргестәрҙе, газ бүлеү пункттарын хеҙмәтләндереү, ремонтлау, йорт эсенә газ ҡорамалдары урынлаштырыу, даими рәүештә уларҙың техник торошон тикшереү эштәре менән шөғөлләнә.
 
Әлеге ваҡытта ҡалала һәм районда тәбиғи газ менән файҙаланыусы 4571 абонент иҫәпләнә. Баймаҡ комплекслы хеҙмәте ҡарамағында 754 километр оҙонлоғондағы газ селтәре. Ағымдағы йылда газ бүлеү селтәренә 84 абонент тоташтырылды һәм 31 километр газ үткәргес сафҡа индерелде.
 
Газ – хәүефле һәм ҡурҡыныс яғыулыҡ төрө. Шуға ла һәр хеҙмәткәр өҫтөндә ҙур яуаплылыҡ ята. Беҙҙең коллективта үҙ эшенә яуаплы ҡараған, юғары квалификациялы һәм тәжрибәле белгестәр эшләй. Ер аҫты газ үткәргестәр хеҙмәте слесарҙары Ф.Н. Ғарипов, И.Н. Трубин, А.И. Хисмәтуллин, С.В. Пермяков, Ш.М. Исҡужин, йорт эсендәге газ ҡорамалдары хеҙмәте слесарҙары В.О. Хачин, Н.Н. Иҫәндәүләтов, З.Х. Исҡаҡов, АДС хеҙмәтенән З.Н. Биктимеров, Э.А. Тәбәнәков, Р.С. Солтанғолов, В.Г. Әбүбәкиров һ.б. маҡтауға лайыҡ.
 
Һөнәри байрамыбыҙ менән тәбрикләп, газ сәнәғәте тармағы хеҙмәткәрҙәренә еңел булмаған эштәрендә уңыштар, сәләмәтлек теләйем.
 
И. Хисмәтуллин, Баймаҡ комплекслы хеҙмәте начальнигы.
 
Һүрәттә: слесарҙар А.Кейекбаев, И.Трубин, Ф.Ғарипов.
 
С. Кейекбирҙина фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.