23 сент. 2012 г.

“Малды һаҡлап ҡаласаҡбыҙ”

Хужалыҡтың алдынғы һауынсыһы
Гөлдәр Килдейәрова.

Район хужалыҡтарында иң яуаплы миҙгелдәрҙең береһе – мал ҡышлатыу кампанияһына әҙерлек эштәре дауам итә. Йыл ҡуйған ҡаты һынауҙарға ҡарамаҫтан, аграрийҙар мөмкин тиклем күберәк мал аҙығы туплап ҡалырға тырыша, ҡайһы бер предприятиеларҙа әле булһа уны һалыу дауам итә. “Таналыҡ” АХК-һында ла тармаҡты ҡышҡа хәстәрләү эштәре менән мәшғүлдәр.

Кооперативта 500 баш һыйыр малы иҫәпләнеп, шуның 250-һен һауын һыйырҙары тәшкил итә. Хужалыҡтың баш зоотехнигы, тәжрибәле белгес Р.А. Танһыҡҡужиндың оҫта ойоштороуында йыл да базаларҙы ҡышҡа әҙерләү яҡшы ойошторола. Быйыл да был тәңгәлдә эштәр ойошҡанлы бара. Әле аҙбарҙар тулыһынса ағартылған, тиреҫ сығарыу транспортерҙары көйләнгән, башҡа ремонт эштәре башҡарыла. Бының өсөн хужалыҡ етәкселеге ваҡытында төҙөлөш материалдары бүлгән. Бер үк ваҡытта ферма ихатаһынан тиреҫ сығарыу эштәре ойошторолған.
 
Башҡа хужалыҡтар кеүек үк таналыҡтарға ҡышлау миҙгеле еңелдән булмаясаҡ. Мал аҙығын мөмкин тиклем күберәк туплау өсөн бында булған резервтар файҙаланыла. Әлегә 650 тонна силос, 430 тонна бесән, 170 тонна һалам әҙерләнгән, мал аҙығы туплау дауам итә. Кооператив рәйесе М.Ш. Абҙаҡов әйтеүенсә, малды һаҡлап ҡалыу һәм имен ҡыш сығарыу өсөн бөтә мөмкинлектәр күреләсәк. Ошо арала патока, жом һатып алыу ҙа күҙ уңында тотола.
 
– Оҙайлы ямғырҙарҙан һуң ҡырҙа үлән күтәрелде, был продукция етештереүҙә ҙур роль уйнай, – ти Рафиҡ Афзал улы. – Шуның өсөн беҙ малды ҡара көҙгә тиклем ялан-ҡырҙарҙа көтөргә ниәтләйбеҙ. Орғасы мал һанын һаҡлау, һыйыр малының һанын арттырыу йүнәлешендә эш алып барабыҙ. Быйыл һауын көтөүен йәнә 30 баш тоҡомло тана менән тулыландырасаҡбыҙ.
Ҡасандыр төп тармаҡтар буйынса райондың ауыл хужалығы тармағында мөһим урын биләгән һәм малсылыҡ буйынса тоҡомсолоҡ репродукторы булып танылған хужалыҡтың киләсәктә йәнә үҙ позицияларын яуларына өмөт итәйек.
 
Азамат Мөхәмәтшин.
Айбулат Ишназаров фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.