23 сент. 2012 г.

Әҙерлек мәсьәләләре ҡаралды


Дүшәмбелә муниципаль район хакимиәтенең ултырыштар залында муниципаль район Советына депутатлыҡҡа дәғүә итеүсе теркәлгән кандидаттар ҡатнашлығында кәңәшмә үтте. Уның эшендә муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов ҡатнашты.
 

Тәүҙә территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Ш.Ш. Моталлапов сығыш яһап, теркәлгән кандидаттар тураһында ентекле мәғлүмәт бирҙе. Шулай уҡ кандидаттарға ышаныслы кешеләр тәғәйенләү, һайлау алды агитацияһы үткәреү тәртибе тураһында һөйләне, агитация алып барғанда төрлө сикләүҙәр барлығы хаҡында айырым әйтеп үтте.
 
Кәңәшмә һуңында муниципаль район Советы секретары Р.З. Ишбулатов һайлауҙы ойоштороу тураһында һөйләһә, муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов 14 октябрҙә үтәсәк һайлауҙы лайыҡлы үткәреү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды, район халҡы был юлы ла әүҙемлек күрһәтер, һайлау демократик ҡанундарға ярашлы үтер, тигән ышаныс белдерҙе.
 
С. Кейекбирҙина.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.