11 сент. 2012 г.

“ДУҪЛЫҠ” ЭСТАФЕТАҺЫ ТАМАМЛАНД



     Ошо көндәрҙә Белорет ҡалаһында “Дуҫлыҡ” эстафетаһы акцияһының йомғаҡлау сараһы уҙҙы. Унда муниципаль район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса секторы мөдире З.Р. Яҡшығолова етәкселегендәге делегация ҡатнашты. Эстафета символы булған статуэтка ҡабаттан беҙгә әйләнеп ҡайтты. Әйткәндәй, май айында старт алған был акцияны БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы балалар һәм йәштәр ойошмалары, муниципаль район хакимиәттәре менән берлектә ойошторҙо. Акцияның төп маҡсаты – йәштәр араһында толерантлыҡты һәм милләт-ара татыулыҡты пропагандалау.      


     Республика буйынса алты төбәк үҙәге булдырылып, Урал аръяғы төбәгенә Сибай, Межгорье ҡалалары, Белорет, Баймаҡ, Бөрйән, Учалы, Хәйбулла, Әбйәлил райондары инде. Беҙҙең муниципаль район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса секторы июнь айында атап үткән эстафета сиктәрендә ҙур сара – төрлө структуралар вәкилдәре ҡатнашлығында экстремизмды профилактикалау темаһына арналған “Түңәрәк өҫтәл”, йәштәр өсөн спорт уйындары ойошторҙо һәм эстафетаның символы булған “Ҡурай сәскәһе” статуэткаһын әбйәлилдәргә тапшырғайны. Шулай итеп, йәй буйы Урал аръяғының бөтә райондарында ла акцияның маҡсатына ярашлы конференциялар, спорт ярыштары, концерттар, конкурстар һ.б. саралар уҙғарылды.
     Белорет ҡалаһындағы саранан һуң йәштәр эштәре буйынса сектор мөдире Земфира Яҡшығолова үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашып: “Акция сиктәрендә ойошторолған “Түңәрәк өҫтәл” юғары кимәлдә үтте. Унда экстремизмға ҡаршы эш алып барыу, социаль-сәйәси, дини, милли нигеҙҙәге конфликттарҙы профилактикалау һәм уларға юл ҡуймау буйынса Урал аръяғы райондарының йәштәр эштәре буйынса сектор, комитет вәкилдәре үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Аҙаҡтан йәштәр араһында спорт ярыштары, уйындар үткәрелде. Был акция эҙһеҙ үтмәҫ, алға ҡуйылған бар маҡсаттар, ниәттәр тормошҡа ашыр һәм киләсәктә үҙ емештәрен бирер, моғайын. Берҙәм көс менән дини экстремизмдың таралыуына юл ҡуймаҫбыҙ, был ҡурҡыныстан йәштәребеҙҙе аралап ҡалырбыҙ, тигән ышаныс ҙур”, – тине.
     “Дуҫлыҡ” эстафетаһы сентябрҙә Өфөлә тамамланасаҡ, беҙҙең төбәктә башҡарылған эштәр буйынса отчет альбомы менән акция символы – статуэтка ла кире тапшырыласаҡ.

      С. КЕЙЕКБИРҘИНА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.