23 сент. 2012 г.

Дәррәү булды өмәләр


Көҙ миҙгеле килеп еткәс, ғәҙәттәгесә, бар халыҡ ҡышҡа әҙерлек алып бара. Кесе йомала районда һәр ерҙә экологик өмәләр уҙыуы ла быны дәлилләй.
Муниципаль район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса секторы район Советы ҡарамағындағы йәштәр палатаһы менән берлектә районда һәм ҡалала ойошторған дөйөм өмәләрҙә уҡыусылар, студенттар, эшсе йәштәр ҡатнашты.
 

Ҡаланың ойошма-предприятиеларынан йыйылған йөҙҙән ашыу өмәсе иртәнсәк Талҡаҫ һәм Граф күлдәренә юл тотто. Улар төркөмдәргә бүленеп, һыу ятҡылыҡтарының ярҙарын таҙартты. Сүп-сарҙы йыйып алғас, был  күлдәр йәмләнеп ҡалды.   
Был көндө шулай уҡ йылға буйҙарын таҙартыу, ауыл биләмәләрендә лә экологик өмәләр үтте.
 
Муниципаль район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса сектор мөдире З.Р. Яҡшығолова:
– Борондан башҡорт халҡы төрлө эштәрҙе өмәләп башҡарған. Шуға ла беҙ һыу ятҡылыҡтары буйын тап шулай таҙартырға булдыҡ. Матур халыҡ йолаһы – өмә мәлендә йәштәр бер-береһе менән аралаша, таныша, эш тә ырамлы бара, рух берлеге лә барлыҡҡа килә. Әйтергә кәрәк, бөгөнгө экологик сара уңышлы үтте, районыбыҙ ерҙәре таҙарып ҡалды.
 
Ә мин үҙ сиратымда, ял итергә килеүселәргә һыу буйын бысратмаҫҡа, сүп-сарҙы урында уҡ яндырып йәки алып ҡайтып ҡыйлыҡҡа ташларға кәңәш итер инем. Тәбиғәтте һаҡлау, уны киләсәккә ҡалдырыу – беҙҙең бурыс.
 
А. ИШНАЗАРОВ.
Автор фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.