23 сент. 2012 г.

Баймаҡ ауыл хужалығы техникумы: кисә һәм бөгөн

Уҡыу йорто үҙенең 50 йыллығын билдәләйәсәк

Техникумдың педколлективы.

...1987 йыл. Беҙ, мәктәпте тамамлаған бер төркөм йәштәр, 1 сентябргә Яковлевка ауылындағы данлыҡлы “Йылайыр” совхоз-техникумына Белем көнөнә йыйылғанбыҙ. Арабыҙҙа кемдер агроном, икенселәр – зоотехник, өсөнсөләре ветврач йәки механик булырға теләй, ғөмүмән, яҙмышын ауыл хужалығы менән бәйләргә йыйына. Студенттар араһында әрме һурпаһын татығандар ҙа күп. Уҡырға Баймаҡ районынан ғына түгел, Башҡортостандың төрлө төбәгенән, хатта күрше өлкәләрҙән килгәндәр. Техникум майҙансығы гөрләп тора.

Беҙҙең, буласаҡ ауыл хужалығы белгестәренең, йәғни агрономдарҙың,  үҙаллы тормош һуҡмағы тап ошо уҡыу йортонан башланып китте. Төркөм етәксеһе Вера Васильевна Васильева тәүге уҡыу көндәренән үк беҙҙе “ҡанаты” аҫтына алып, техникумды тамамлағанса ҡурсаланы, ысын мәғәнәһендә остазыбыҙ ҙа, яҡын дуҫыбыҙ ҙа булды. Беҙҙең төркөм ул йылдарҙа уҡыу йортоноң йөҙөк ҡашы ине, уҡыуҙа ла, барлыҡ сараларҙа ла өлгө итеп ҡуйылды. Техникумды тамамлаған егет һәм ҡыҙҙарҙың күбеһе артабан яҙмышын ауыл хужалығы менән бәйләне, уҡыуҙарын вуздарҙа дауам итте, исемдәре киң билдәле агрономдар, иҡтисадсылар, фермерҙар, етәкселәр, эшҡыуарҙар булып танылды. Улар араһынан Ауырғазы районынан Зөлфрит Ғәзиев тәүҙә “Йылайыр” совхозында агроном, урта звено етәксеһе булып эшләне, аҙаҡ фермер хужалығы ойошторҙо. Үкенескә ҡаршы, ул хәҙер арабыҙҙа юҡ инде. Үрге Яйыҡбайҙан Риза Әминев – Салауат исемендәге АХК-ла баш агроном булды, аҙаҡ Сибайҙың ҡеүәтле төҙөлөш ойошмаһында баш иҡтисадсы булып китте. Әминдән Рәмил Исҡужин “Һәүәнәк” совхозында баш агроном булып эшләне, хәҙер Темәс кирбес заводында мастер. Ниғәмәттән Фирғәт Мансуров әле танылған эшҡыуар. Техникумдың “Йәйғор” халыҡ бейеүҙәре ансамблендә шөғөлләнгән Вәкил Биктимеров тыуған ауылы Икенсе Этҡолда оҙаҡ йылдар мәҙәниәт йорто директоры булып уңышлы эшләне (мәрхүм булып ҡалды). Бөрйән районынан Ирек Байрамғолов алдынғы игенсе булып танылды, техникумда механик, мастер булып эшләне. Ҡолсоранан Васил Әминевты иһә бөгөн районда билдәле умартасы булараҡ беләләр. Бындай миҫалдар бик күп һәм беҙ бөгөн дә уҡыу йортоноң педколлективына, айырыуса Вера Васильевнаға, ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Әйтергә кәрәк, ул йылдарҙа техникум республикала бик абруйлы уҡыу йорттарынан һаналып, техник базаһы ҡеүәтле булһа ла, төп уҡыу бинаһы, оҫтаханалар һәм студенттар йәшәгән ятаҡтар иҫкерә төшкән, уларҙа шарттар ҙа үтә шәптән түгел ине. Әйтәйек, уҡыу кабинеттарында, спорт залында һәм ятаҡхана бүлмәләрендә ҡышҡы осорҙарҙа ныҡ һыуыҡ булғас, студенттар төрлө йылытыу приборҙары ҡуйырға мәжбүр булды. Ятаҡхана ҡаттарында, хәҙерге кеүек, телевизор, һыуытҡыс һирәк күренеш ине. Ғөмүмән, уңайлыҡтар аҙ булды. Әммә был ғына уҡыу процесына кире йоғонто яһай алманы – егет һәм ҡыҙҙар тырышып белем алды, производство практикаларын уңышлы үтте, ауыл хужалығы кампанияларында әүҙем ҡатнашты, техникум, райондың йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәне.
Бына шул күңелле лә, мауыҡтырғыс та мәлдәрҙән һуң байтаҡ ваҡыт үтеп киткән. Ошо көндәрҙә муниципаль район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлегенең кадрҙар буйынса баш белгесе З.М. Тимербулатов менән Баймаҡ ауыл хужалығы техникумында булып, уҡыу-производство процесы менән яҡындан танышырға, коллективтың бөгөнгө эшмәкәрлеге, киләсәккә пландары, студенттарҙың йәшәү кимәле менән ҡыҙыҡһынырға тура килде. 80-се йылдар менән бөгөнгөнө сағыштырып, егет һәм ҡыҙҙарҙың һоҡланғыс шарттарҙа белем алыуына һәм йәшәүенә шаһит булып ҡайттыҡ.
Баймаҡ ауыл хужалығы техникумы 1963 йылда Урал аръяғында ауыл хужалығы белгестәре әҙерләү маҡсатында асыла. Ярты быуатҡа тиң дәүерҙә уҡыу йорто ауыл хужалығы өсөн генә түгел, ә халыҡ хужалығының башҡа тармаҡтары өсөн дә 12 мең белгес әҙерләп сығара. Техникум үҙенең сығарылыш студенттары: Социалистик Хеҙмәт Геройы К.С. Сөләймәнов, ғалимдар В.А. Шлычков, У.Ғ. Сәйетов, Федераль именлек хеҙмәте подполковнигы В.И. Кузьминов, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы, БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, биология фәндәре кандидаты И.Х. Ситдыҡов, Хәйбулла сорт участкаһы етәксеһе А.С. Шәйәхмәтов, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре И.Н. Бикмәтов, иҡтисад фәндәре кандидаты В.Я. Әхмәтов, БДАУ деканы Н.М. Юнысбаев һәм башҡа бик күптәр менән хаҡлы рәүештә ғорурлана.
Техникум бөгөн һөнәри белем биреү буйынса республиканың ошо йүнәлештәге уҡыу йорттары араһында юғары рейтингҡа эйә булған заманса уҡыу учреждениеларының береһе. Коллективта 84 хеҙмәткәр, шул иҫәптән 34 уҡытыусы эшләй. Шуларҙың утыҙ икеһе – юғары һәм беренсе квалификация категорияһына эйә, бишәүһе – “РФ-ның урта профессиональ белем биреүҙең маҡтаулы хеҙмәткәре”, икәүһе “БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы” исемдәренә лайыҡ булған. БР-ҙың Почет грамотаһы, “БР-ҙың мәғариф алдынғыһы” билдәһе менән бүләкләнеүселәр ҙә бар.
Уҡыу йорто үҙенең эшмәкәрлегендә ауыл өсөн юғары квалификациялы белгестәр әҙерләүҙә белем биреүҙең практик йүнәлештәге алымдарын ҡуллана, инновацион технологияларҙы ғәмәлгә индерә, ғилми тикшеренеүҙәргә таянып эшләй. Баймаҡ ауыл хужалығы техникумы Скрябин исемендәге Мәскәү ветеринария академияһы, БДАУ һәм  Рәсәйҙең башҡа абруйлы уҡыу йорттары менән килешеү төҙөп, артабан студенттар уларҙа уҡыуҙарын дауам итә. Техникумды тамамлап, профилле вуздарға уҡырға ингәндәрҙән Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре талап ителмәй. Учреждениеның матди-техник базаһы айырыуса 2009 йылда ҙур үҙгәреш кисерҙе, уҡыу йорто бөтөнләй икенсе һулыш алды. Башҡортостан Республикаһы етәкселеге ҡарары менән уға тулыһынса реконструкция үткәрелеп, республика педагогтарының август кәңәшмәһе тап Баймаҡ ауыл хужалығы техникумында үтте. Бөгөн инде уҡыу йортон элеккеһе менән сағыштырып булмай, бындағы шарттарға хатта вуздар ҙа көнләшә.
Уҡыу йортонда “Йәйғор” халыҡ бейеүҙәре ансамбле, “Умырзая” вокаль ансамбле уңышлы эшләй, улар тирә-яҡта ҙур абруй яуланы. Студенттар район, республика кимәлендә үткән төрлө конкурстарҙа һәр саҡ әүҙем ҡатнаша һәм еңеүҙәр яулай.
Спорт һөйөүселәр өсөн техникумда баскетбол, футбол, волейбол, саңғы, бокс, атыу, теннис, кикбоксинг секциялары эшләй, заман талаптарына яуап биргән тренажер залы бар.
Студенттар бөтә шарттарға яуап биргән ятаҡхана менән тәьмин ителгән. Унда кәрәкле көнкүреш шарттары ғына түгел, ял итеү өсөн дә төрлө уңайлыҡтар тыуҙырылған. Ятаҡхананың һәр ҡатында телевизор эшләй, һыуытҡыстар урынлаштырылған. Буфет, кер йыуыу бүлмәһе, шәп тренажер залы эшләй, бильярд һәм теннис өҫтәлдәре бар. Техникум янында бар талаптарға яуап бирерлек ашханала туҡланырға мөмкин. Комплекслы төшкө аш ашау ни бары 30 һумға барып баҫа. Әйткәндәй, студенттарға 600 һум стипендия һәм 900 һум социаль стипендия түләнә.
Ҡырағай баҙар иҡтисады Баймаҡ ауыл хужалығы техникумына ла ҡағылмай ҡалмаған, әлбиттә. Бөгөн агроном һәм зоотехник кеүек элекке абруйлы һөнәрҙәрҙе йәштәр һайлап бармай. Шуға күрә лә уҡыу йорто ошо профессия өсөн белгестәр әҙерләүҙе туҡтатырға мәжбүр булған. Техникумда буласаҡ механиктар, ветеринарҙар, иҡтисадсылар һәм бухгалтерҙар уҡый.  Белем биреү көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә алып барыла.
Төп һөнәри белем алыу менән бер рәттән, уҡыу йортонда “В, С, Д, Е, Ғ» категориялы тракторсы-машинист”, “ЭВМ операторы”, “Умартасы”, “Лаборант-микробиолог”, “Ауыл хужалығы хайуандарын яһалма ҡасырыу операторы”, ”В категориялы водитель”, “Иретеп йәбештереүсе” кеүек өҫтәмә һөнәрҙәр алырға мөмкин.
Быйылғы уҡыу йылына бында 120 егет һәм ҡыҙ уҡырға килгән. Шуларҙың күбеһе ауыл хужалығын механизациялау бүлеген һайлаған – 56 кеше. Ҡалғандары иһә ветеринарҙар, бухгалтерҙар булмаҡсы. 
2013 йылда Баймаҡ ауыл хужалығы техникумы үҙенең ҙур юбилейын – ойошторолоуының 50 йыллығын билдәләйәсәк. Был мөһим датаны тейешле кимәлдә ҡаршы алыу һәм лайыҡлы үткәреү зарур, әҙерлек эштәрен бөгөндән башлау фарыз. Иң беренсе сиратта коллективҡа ҡайһы бер актуаль проблемаларҙы хәл итеү өҫтөндә эшләргә кәрәк. Шуларға туҡталып үтәйек.
Сер түгел, бөгөн йәштәр урта профессиональ уҡыу йорттарына инергә ашҡынып бармай. Ә хеҙмәт баҙары тап ошо уҡыу йорттарын тамамлаған белгестәргә ҡытлыҡ кисерә. Агроном, зоотехник, ветврач, механик, иретеп йәбештереүсе, баҡсасы, механизатор, водитель кеүек һөнәрҙәргә ихтыяж ҙур. Шуның өсөн педколлективҡа студенттар һанын арттырыу, техникумға йәштәрҙе уҡырға йәлеп итеү өсөн ныҡышмалы эшләргә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта өҫтәмә һөнәрҙәргә уҡытыу эшен әүҙемләштереү, яңыларын асыу өҫтөндә лә уйланаһы бар, сөнки бының өсөн уҡыу йорто бөтә мөмкинлектәргә эйә.
Шуныһы үҙенсәлекле, техникум ҡеүәтле техника паркына эйә. Бөгөн уҡыу йорто балансында өс “Нью-Холланд”, бер “Дон-1500”, бер “Кейс” комбайны, өс ЛТЗ, ике МТЗ, бер ДТ-75, ике “МакДон”, ике “Кейс” сапҡысы, ЮМЗ-6 базаһында экскаватор һәм башҡа тракторҙар иҫәпләнә, был үҙе үк бер эре хужалыҡ тигән һүҙ. Бына шундай потенциал була тороп та, Баймаҡ ауыл хужалығы техникумының ошоғаса үҙ уҡыу хужалығы менән шөғөлләнгәне юҡ. Сөнки ярҙамсы производство бөгөнгө заманда бик тә кәрәк, һәм уҡыу йорто бындай ҡеүәтле техник базаһы менән үҫемлекселек, малсылыҡ тармаҡтарын үҫтерә алыр ине. Әммә ошоғаса ҡыбырлаған кеше юҡ. Йәшелсәселек менән дә урыҡ-һурыҡ ҡына шөғөлләнәләр. Был тәңгәлдә Баймаҡтағы 105-се һөнәрселек училищеһы техникумдарға үрнәк булып тора: ҡалала ятып та, улар үҙҙәренең ерендә игенен дә үҫтерә, бесәнен дә әҙерләй, малын да көтә, йәшелсәһен дә сәсә. Уҡыу хужалығы училищела 2005 – 2009 йылдарҙа айырыуса үҫеш алғайны. Бына кемдән үрнәк алырға кәрәк урғаҙаларға?!
Атап үтелгән техника ла бөгөн рациональ файҙаланылмай, миҙгелле кампаниялар осоронда фермерҙарға, урындағы хужалыҡтарға арендаға бирелә. Ә бынан артыҡ файҙа юҡ, сөнки техника ла мәңгелек түгел. Шуның өсөн бының иң отошло юлы – элекке “Йылайыр” совхозы ерҙәрендә яңы барлыҡҡа килгән ҡеүәтле предприятие – “Күлтабан” МУП-ы менән берлектә һәм уртаҡ маҡсатта файҙаланыу. Йәғни, был предприятие киләсәктә техникум менән берлектә төбәк өсөн ауыл хужалығы белгестәре әҙерләүгә үҙ өлөшөн индермәксе. Студенттарға производство практикаһын үтеү өсөн “Күлтабан”дан да ҡулайлыраҡ хужалыҡ юҡ. Был ике яҡ өсөн дә файҙалы буласаҡ.
Автобустарҙың Урғаҙа ауылына инмәү проблемаһын, эсәр һыу менән тәьмин итеүҙә өҙөклөктәрҙе урындағы ауыл биләмәһе үҙ контроленә алырға бурыслы һәм был тәңгәлдә район хакимиәте лә ярҙам ҡулы һуҙыр тип ышанабыҙ.
Ғөмүмән, бай тарихҡа, данлы традицияларға эйә булған,  арҙаҡлы шәхестәр үҫтереп сығарған Баймаҡ ауыл хужалығы техникумының пландары матур. Әммә уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн педколлективтың тырышлығы һәм заман менән бергә атлауы мотлаҡ. Ә бының өсөн уҡыу йортонда бөтә мөмкинлектәр бар.

Азамат Мөхәмәтшин.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.