13 сент. 2012 г.

Хужалыҡ ғорурлығы

  

     “Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһе ауыл хужалығы кампанияларын ойошҡанлы алып бара. Предприятие урып-йыйыу эштәрен тамамланы, ҡышҡа етерлек мал аҙығы базаһы тупланы. Бөтәһе 580 тонна бесән, 2380 тонна сенаж, 500 тонна һалам, 350 тонна иген фуражы әҙерләнгән. Киләһе уңыш тураһында хәстәрлек күреп, 250 гектарҙа ужым арышы сәселгән, 132 гектарҙа ер эшкәртелгән. Әле хужалыҡта орлоҡ һалыу һәм уны таҙартыу менән мәшғүлдәр.
 

     Хужалыҡ элек-электән үҙенең атаҡлы игенселәре һәм малсылары менән дан тота. Альберт Һатыбалов – предприятие үҫешенә тос өлөш индергән һәм намыҫлы хеҙмәте менән дан ҡаҙанған хеҙмәтсәндәрҙең береһе.
 
     Альберт Салауат улы хужалыҡта оҙаҡ йылдар водитель булып эшләү осоронда ҙур уңыштарға өлгәшкән хеҙмәтсәндәрҙең береһе. Предприятиелағы бер кампания ла унһыҙ үтмәй, уларҙың һәр береһенә А.Һатыбаловтың тырыш хеҙмәте һалынған. Быйылғы яҙғы баҫыу, мал аҙығы әҙерләү, урып-йыйыу эштәре осоронда ла Альберт Салауат улы үҙен алмаштырғыһыҙ водитель итеп танытты, иң юғары һөҙөмтәләргә өлгәште. “Альберт – беҙҙең хужалыҡтың ғорурлығы, иң яуаплы эштәрҙе тап уға ышанып тапшырабыҙ һәм отабыҙ”, – ти предприятие директоры М.Б. Салихов.
 
     Әле алдынғы водитель силос әҙерләүҙә ҡатнаша, намыҫлы хеҙмәте менән башҡаларға өлгө күрһәтә.

     А. САЛАУАТОВ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.