16 сент. 2012 г.

Гәзит уҡыусы рәхмәт әйтә


     Беҙ, Сыңғыҙ ауылының ата-әсәләре, үҙебеҙҙең рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе Х.Әхмәтов исемен йөрөткән мәктәп коллективына һәм директоры Рәйлә Баҙарбай ҡыҙы Солтангилдинаға еткергебеҙ килә. Сөнки быйыл мәктәп ҙур уңыштарға өлгәште. Был, тәү сиратта, Рәйлә Баҙарбай ҡыҙының тырышлығы, ныҡышмалылығы, етеҙлеге. Мәктәп өс йыл рәттән уҡыу йылына әҙерлек буйынса I урын, шулай уҡ спартакиадала алдынғы булып сыҡты.
 

     Мәктәптә 87 бала уҡый. Уларға 1 сентябрҙә төрлө яҡлап спонсорлыҡ ярҙамы күрһәткән Ғ.Б. Сәлимов, И.Ф. Тайбугин, Ю.Ю. Раевҡа ла бик тә рәхмәтлебеҙ. Улар мәктәпкә тәү мәртәбә килгән балаларға онотолмаҫлыҡ матур хәтирәләр бүләк итте.
 
     Миңзәлә МОСТАҠИМОВА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.