7 сент. 2012 г.

Һыу селтәре төҙөлә



    
      Һыу менән тәьмин итеүҙә килеп тыуған проблеманы хәл итеүҙе беҙ ҙә, журналистар, даими күҙәтеп барабыҙ. Әйтергә кәрәк, был көнүҙәк мәсьәлә бер кемде лә борсомай ҡалмайҙыр, моғайын. Муниципаль район хакимиәте, ҡала биләмәһе хакимиәте тарафынан был проблемаға етди иғтибар бирелә һәм даими саралар күрелә: һыу селтәренә капиталь ремонт яһала, иҫкеләре алмаштырыла. Һөҙөмтәлә, һуңғы ваҡытта һыу менән тәьмин итеүҙә ыңғай үҙгәрештәр күренә башланы. Был, һис шикһеҙ, “Водоканал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшселәренең тынғыһыҙ хеҙмәт емеше.

      Бөгөн коллективта 54 кеше эшләй. Көндө төнгә ялғап, тәүлек әйләнәһенә тиерлек эш өҫтөндә булған эшселәрҙең хеҙмәте маҡтауға лайыҡ. Салауат Юлаев урамындағы һыу селтәренә өлөшләтә капиталь ремонт яһалған һәм ул артабан да дауам итә. Революцион, Есенин урамдарында ла шундай уҡ саралар көтөлә. “Мирный” һыу тартыу скважинаһында тулы ремонт башҡарылған. Стаханов урамында 154 метр оҙонлоҡта һыу селтәре тулыһынса алмаштырылған.
      – Һыу өсөн түләүҙе үҙебеҙ йыйып алыу ҙур һөҙөмтә бирә, – тине “Водоканал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры И.М. Солтанов. – Халыҡтың күрһәтелгән хеҙмәт өсөн ваҡытында иҫәпләшеүе үҙ сиратында беҙгә эштең сифатын тағы ла яҡшыртырға мөмкинлек бирә: һыу селтәрҙәрен яңыртыу буйынса саралар күрелә. Ҡалалағы учреждение, ойошма-предприятиелар беҙҙең менән ваҡытында иҫәпләшә. Ләкин шәхси йорттарҙа йәшәүселәр менән проблемалар бар. Бөгөн “УК ЖФБ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең кисектерелгән 4 миллион һум, шәхси йорттарҙа йәшәүселәрҙең 444 мең һум бирәсәге бар.
      Ошо сумманы тулыһынса йыйған осраҡта һыу менән тәьмин итеүҙә бер ниндәй ҙә өҙөклөктәр булмаҫ ине лә бит. Һыу селтәре лә тулыһынса яңыртылыр, колонкалар ҙа эшләр ине... Ләкин халыҡ (бөтәһе лә тип әйтмәйем), күрһәтелгән хеҙмәт өсөн ваҡытында иҫәпләшмәүе арҡаһында, йәшәйештәренә  үҙҙәре үк аяҡ сала.
      Шулай булыуға ҡарамаҫтан, предприятие яңы һулыш кисерә. Коллективтың тырышлығы бушҡа түгел. Эш хаҡын түләүҙә тотороҡлолоҡ күҙәтелә. Әйткәндәй, эш хаҡын күтәреү  маҡсатында уларҙың разрядтары өҫтәлә. Эшселәр махсус кейем менән тәьмин ителә. Предприятиеның матди-техник базаһын нығытыу маҡсатында, яҡын арала экскаватор, вакуум-машина алыу планлаштырыла.
      Бөгөн предприятиеға эшсе ҡулдар етешмәй. “Д”, “В” категориялы водителдәр, авария-төҙәтеү эштәре слесарҙары талап ителә. Шулай ҙа предприятиела үҙҙәренең тырыш хеҙмәттәре менән абруй яулаған эшселәр бихисап. Предприятие етәкселеге һыу селтәрен хеҙмәтләндереү мастеры Рәмил Әхтәмов, һыу тартыу заборы мастеры Сергей Бабошкин, иретеп йәбештереүселәр Илшат Әбсәләмов, водителдәр Тимерғәле Хәсәнов, Владимир Мочалкин, һыу сығарыу участкаһы мастеры Радик Салихов, слесарь-ремонтлаусылар Тәлғәт Амантаев, Шамил Яхин, Федор Балошов, Сергей Матвеевтар хаҡында тик яҡшы һүҙҙәр генә әйтте. Шундай уңған, тырыш эшселәр булғанда, һыу менән тәьмин итеүҙә килеп тыуған проблемалар тиҙ арала хәл ителер, тип өмөтләнәбеҙ.
      Лилиә ТАКАЕВА.
      Автор фотоһында: Т.Амантаев

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.