17 сент. 2012 г.

Һыуға түләү квитанцияһында үҙгәрештәр

    
     2012 йылдың 1 сентябренән Рәсәй Федерацияһы Хөкү-мәтенең 2011 йылдың 6 майында донъя күргән “Торлаҡ милекселәренә коммуналь хеҙмәт күрһәтеү ҡағи-ҙәләре тураһында”ғы 354-се ҡарары үҙ көсөнә инде.
    
     Ҡарарҙа һалҡын һыу менән тәьмин итеүгә айырым иғтибар бирелә. Шуның өсөн дә уның төп үҙгәрештәренә асыҡлыҡ индереү кәрәктер, тип уйлайым. Беренсенән, һәр коммуналь хеҙмәт ике өлөшкә бүленә: тәүгеһе – фатир эсендә тотонолған, икенсеһе – дөйөм торлаҡ мәнфәғәтенә файҙаланған өсөн. Дөйөм торлаҡ мәнфәғәтенә киткән һыуға түләү иҫәпләүҙәренең уңайлы, шул уҡ ваҡытта уңайһыҙ осраҡтарының да булыуы ихтимал. Иҫәпләүҙәр дөйөм йорт приборҙары күрһәткестәренә таянып, яңы формулалар буйынса башҡарыла. Бөтә сумма һәр шәхси иҫәп буйынса, дөйөм майҙанға йәки унда йәшәүселәрҙең һанына ҡарап пропорциональ рәүештә бүленә (элеккесә уның күләменә ҡарап түгел).

     Икенсенән, фатир түләүҙәре квитанцияларына ҡарата яңы талаптар – дөйөм торлаҡ мәнфәғәтенә ҡарата иҫәпләнгән сумма мотлаҡ рәүештә айырым күрһәтелергә тейеш. Фатирҙағы һыу иҫәпләгестәре буйынса күрһәткестәрҙе өс ай рәттән бирмәгән осраҡта һуңғы йылға ҡарап уртаса айлыҡ сығым иҫәпләп сығарыла. Бынан тыш норматив буйынса өс ай файҙаланған һыу өсөн бурыстары булғандарға һыу биреү туҡтатыла. Хеҙмәт күрһәтеүсе ойошма (“Водоканал” ЯСЙ-һы) айырым осраҡтарҙа түләүҙәрҙе кисектереп тора ала.
 
     Рәсәй Федерацияһы  Хөкүмәтенең был ҡарарын тормошҡа ашырыу маҡсатында “Водоканал” ЯСЙ-һы сентябрҙән квитанцияларҙың яңы өлгөһө буйынса эшләй башлай. Фатир хужалары иҫәпләгестәрендәге күрһәткестәрҙе тәҡдим иткән осраҡта һыу өсөн түләүҙәргә төҙәтмә индереләсәк. Абоненттарға квитанциялар һәр айҙың аҙағында таратыласаҡ. Һалҡын һыу менән тәьмин итеү, килешеүҙәр төҙөү, һыу иҫәпләгестәрен урынлаштырыу һәм уларға пломбалар һалыу тураһында тулыраҡ мәғлүмәттәр алыу өсөн түбәндәге телефон буйынса шылтыратырға: 2-23-75 (абоненттар бүлеге) йәки 2-11-85 (бухгалтерия).
 
     Ошо уңайҙы файҙаланып, “Водоканал” ЯСЙ-һы файҙаланған һыуға уҫал ниәттә түләмәүселәрҙең бурыстарын мировой суд аша мәжбүри түләттерелеүе хаҡында иҫкәртеп үткем килә. Мәҫәлән, 23 июлдә суд тарафынан ҡабул ителгән ҡарар нигеҙендә һәм суд приставтары ярҙамы менән, дүрт кешенең дөйөм алғанда 7,5 мең һум бурысы мәжбүри түләттерелде. Сентябрҙә иһә мировой судҡа тағы ла алты эш тапшырылды. 160 абонент, түләмәгән осраҡта, эштәре судҡа тапшырыласағы тураһында иҫкәртелде. Абоненттарҙың был мәсьәләгә етди иғтибар бирергә һәм эште судҡа алып барып еткермәй, һыу өсөн ваҡытында түләп барыуҙарын һорайбыҙ. Эштәр судта ҡаралған осраҡта бөтә булған сығымдарҙы ҡаплатыу абонентҡа һалына, ә был иһә 400 һум. Уға өҫтәп тағы ла суд приставтары хеҙмәте өсөн дә түләү ҡушыла.
 
     Бөгөн предприятие һыу селтәрен ҡышҡы шарттарҙа эшләүгә әҙерләй. Аҡсаның етмәүе барлыҡ сараларҙы ваҡытында һәм тулы кимәлдә атҡарып сығыуға тотҡарлыҡ яһай.
 
     Ә. МОСТАФИН,
     “Водоканал” ЯСЙ-һының һыу һатыу бүлеге начальнигы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.