16 сент. 2012 г.

Бәлә булмаҫ тимә...

   
     Берәҙәк эттәр тураһында күп яҙыла, әйтелә. Әммә шуға ҡарамаҫтан, ҡалала уларҙың һаны кәмемәүе борсоуға һала. Хәҙер балалар уҡырға йөрөй башланы, ә урам тулы эт. Ун-ун ике дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙҙы проспектта ла, башҡа урамдарҙа ла күрергә була. Әлбиттә, машинала йөрөгәндәр өсөн улар ҡурҡыныс түгел, ә бәләкәй балаларға, ғөмүмән, эттән ҡурҡҡандарға нимә эшләргә? Яндарынан үтеп барғанда өҫтөңә ташланмаҫ тимә. Етмәһә баланың мәктәптән ҡайтып етеүен дә ҡурҡып көтөргә тура килә.
 

     Эт эйәләренә лә үпкә ҙур. Улар хайуандарын бәйҙә генә тотмай, ысҡындырып ебәрә. Ә бит эттәр кешегә лә, һыйыр, һарыҡ-кәзәгә лә ҡурҡыныс тыуҙыра. Күпме кешенең ҡош-ҡортон һәләк итә улар! Этен бәйҙә тотмай башҡаларҙы ҡурҡыуға һалған кешеләрҙе яуапҡа тарттырырға кәрәк. Бәлки, шул саҡта аҡылға ултырырҙар.
 
     Ни өсөн беҙ үҙ урамдарыбыҙҙан тыныс ҡына йөрөй алмайбыҙ? Эттәрҙең берәй баланы йәрәхәтләүен көтәбеҙме ни? Был проблема тиҙ арала хәл ителергә тейештер, тип уйлайым.
 
     Сәкинә ЗАМАНОВА.
     Баймаҡ ҡалаһы. 

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.