23 сент. 2012 г.

Яңы нигеҙҙең бәхетен күрегеҙ!


Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары, уларҙың тол ҡатындарын, инвалидтарҙы хәстәрләү өсөн илебеҙҙә махсус программалар эшләп килә. Шуларҙың иң һөйөнөслөһө – торлаҡ алыуға сертификат тапшырыу. 17 сентябрҙә районыбыҙҙа йәшәгән 8 кеше шундай ҡыуаныс кисерҙе. Улар араһында Чернобыль фажиғәһе эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн эшкә ебәрелгәндәр ҙә бар ине. 
Район хакимиәте башлығы урынбаҫары И.М. Йәндәүләтов: “Башҡортостан Республикаһының 2011 йылдың 15 сентябрендә ҡабул иткән Ҡарарына ярашлы, районыбыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан 69 яугир, 354 тол ҡатын, 18 инвалид торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн сертификат алды. Киләһе көндәрҙә лә шундай шатлыҡлы ваҡиғалар көтөлә. Бөгөн бәхетле минуттар кисергән кешеләрҙең барыһына ла яңы йорттарында шатлыҡ-ҡыуанысҡа төрөнөп йәшәргә яҙһын”, – тине. 
 

Артабан сертификат алыусыларҙы район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары К.П. Замотаев, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығының бүлек начальнигы Т.В. Денисова, район ветерандар советы рәйесе Т.Ш. Бикҡолов тәбрикләне. Т.В. Денисова: “Минең сертификат алған олатай-инәйҙәрҙең балаларына үтенесем шул: яңы фатирҙа улар үҙҙәре йәшәргә тейеш. Юғиһә, оло кеше алама йортонда ҡала, ә уға тәғәйенләнгән фатирҙа һеҙҙең балаларығыҙ йәшәй. Улай булырға тейеш түгел, һеҙҙе һаҡлап, наҙлап үҫтергән кешеләрҙең ҡәҙерен күрегеҙ”, –тигән үтенесен белдерҙе.
Сертификат алыусыларға иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
 
Гүзәл САЛИХОВА.
Автор фотоһында: Кәрешкә ауылынан Мәғрифә инәй Ишбаеваға ла бәхет йылмайҙы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.