13 сент. 2012 г.

АЯУҺЫҘ ЙЫЛДАР ЙӨРӘКТЕ ӨТӘ...

    Билдәле булыуынса, колхоздар 1932-1933 йылдарҙа ойошторола. Сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереү башланғас, уларҙың күбеһен совхозға әйләндерәләр.

     Колхоздар урында йәшәгән халыҡтың һыйыр, һарыҡ-кәзә, сусҡа, аттар, арба-саналарын тартып алып ойошторола. 1954 йылға тиклем колхозсылар һәм уларҙың балалары эш хаҡы алмайынса, илде ашатыуға бар көсөн биреп хеҙмәт итә. Һәр кемдең эш көнө журналда таяҡ менән билдәләнеп бара. Йыл аҙағында, игенде урып-һалып бөткәс, төп хеҙмәткәрҙәргә 2-3 тоҡ, һирәк йылда 5 тоҡ, иген бирҙеләр. 1954 йылға тиклем һәр ғаилә хөкүмәткә яһаҡ (продовольственный налог) түләне. Шулай итеп, тоторға рөхсәт ителгән бер һыйырҙан, 5 баш һарыҡ-кәзәнән һәм ун тауыҡтан етештерелгән аҙыҡтың яртыһы тартып алынды. Г.М.Маленков ил етәксеһе булғас, яһаҡ бөтөрөлдө, ауыл халҡы 10-20 һум күләмендә эш хаҡы ала башланы. Әммә бесән-утын әҙерләү бик ауырға төштө. Бесәнлек бирелмәне, ҡороп йығылған ағасты ла ташырға рөхсәт итмәнеләр. Хатта баҫыуҙа ятып ҡалған башаҡтарға кеше теймәһен өсөн объездчиктар аңдып йөрөнө. Тотолғандар, баламы ул, оло кешеме, сыбыртҡы менән туҡмалды. Ә бит шул башаҡтар барыбер ерҙә сереп ятып ҡалыр ине.    
 
     Колхоздан хаҡлы ялға сығыусыларға пенсия ла 1970 йылдарҙа ғына түләнә башланы. Уныһы ла егермешәр һумды ғына тәшкил итте. Колзхоздағы эште ташлап, икенсе яҡтарға китергә лә рөхсәт булманы. Уйлап ҡараһаң, элек колхозда хеҙмәт итеүҙе ҡаты режимлы төрмә менән сағыштырып була ине. Колхоздар фәҡәт хөкүмәт ҡарамағында булды. Бөтә булған мөлкәт, ер ҙә халыҡтыҡы түгел ине.
 
     Иң борсолдорғаны, ауыл халҡы ҡол кеүек көн-төн эшләргә мәжбүр булһа ла, уларҙың пенсияһы түбән. Үҙ иңендә ил хәстәрен күтәргән, заманында бар илде туйҙырған ололарҙың шундай хәлгә ҡалыуы аяныс. Бәлки, ошо проблеманы күмәкләп күтәреп сығырға кәрәктер? Шул саҡта беҙгә лә иғтибар күберәк бүленер ине.

     Самат БИКБИРҘИН.
     Темәс ауылы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.