12 сент. 2012 г.

Яңы нигеҙ ҡотло булһын!


     Һигеҙ ғаиләгә асҡыс тапшырылды


  Әҙәм балаһына бәхетле булыу өсөн яратҡан эш һәм, әлбиттә, тормоштоң ел-дауылынан ышыҡ тапҡан, йылы ғаилә усағы дөрләп янған үҙ йорто кәрәк.     

 7 сентябрҙә район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡовтың ҡулынан яңы фатирҙарҙың асҡысын алған ғаиләләр ҙә шатлыҡлы күҙ йәштәрен йәшерә алманы. Был кешеләр ҡаланың Еңеү урамы, 2-се йортта йәшәйҙәр ине. Билдәле булыуынса, ул йорт ныҡ иҫкергән һәм йәшәү шарттары ла насарайған. 

  Район етәкселегенең тырышлығы менән изге йома көнөндә иҫке йорттан яңыһына күсенә лә башланылар.

  И.Х. Ситдыҡов ҙур шатлыҡ тойғоһо кисергән ғаиләләрҙе тәбрикләп, уларҙың көтөп алынған фатирҙарында бәхетле һәм оҙаҡ ғүмер итеүҙәрен, балалар, ейәндәр, бүләләр үҫтереүҙәрен теләне. Шулай уҡ ҡала биләмәһе башлығы И.Ә. Бураншин, район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары К.П. Замотаев яңы фатир асҡыстарын алыусыларҙы ҡотлап үтте. Бәхетле ғаиләләр ҙә етәкселәргә оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

     Эйе, яңы фатирлы булған кешеләрҙең матур йәшәүен, үҙ йортон ғына түгел, ә уның эргә-тирәһен дә гөл-сәскәгә күмеүен теләгебеҙ килә.


    Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА. 
    Автор фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.