11 сент. 2012 г.

Кеше малы йәл түгел...



       Хәҙерге шарттарҙа, бигерәк тә бер нисә йыл рәттән килгән ҡоролоҡ мәлендә, мал көтөүе ауырға төшә. Шуға күрәлер инде, хатта ауылдарҙа ла, һыйыр-һарыҡтың һаны кәмей бара. Әммә күп ғаиләләр өсөн мал көтөү – ғаиләһен ҡарауҙың төп ысулы икәнлеген дә оноторға ярамай. Хужабикәләр ҡалған һөт-ҡаймағын һатып, аҡса эшләй. Кешеләрҙең мал һуйып балаларын уҡытыуы йәки яңы уҡыу йылына әҙерләүе лә билдәле.     


     Йылдан-йыл иткә хаҡ артыуы мал урлау осраҡтары йышайыуға ла булышлыҡ итә. Баймаҡ эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәренән алған мәғлүмәт буйынса, йыл башынан  сентябргә тиклем генә ошондай 74 енәйәт теркәлгән.
     Йыш ҡына кешеләр малын көтөүгә ҡыумай, ирекле рәүештә ҡырға ебәрә. Ҡарауһыҙ йөрөгән һыйырһарыҡтар бурҙарҙың еңел табышына әүерелә. Көтөүсеһеҙ малдың юғалыуы, баҫыуҙарҙы тапауы тураһында күп тапҡыр әйтелһә лә, кешеләр был иҫкәртеүҙе иғтибарһыҙ ҡалдыра. 
     Ә бит юғалған малды табыу ҙур сығымдар талап итә. Мәҫәлән, быйыл йәй уларҙы эҙләү өсөн Өфөнән махсус вертолет саҡыртылды. Баймаҡ полицейскийҙары баш ҡаланың хоҡуҡ һаҡсылары менән берлектә рейд ойоштороп, юғалған малды эҙләне. 
     “Татарстандан килеп йыш ҡына быҙау-үгеҙҙәрҙе йыйып алып китәләр. Был ваҡытта күпме һәм кемдең малы ситкә китеүе тураһында бер кем дә теркәү алып бармай. Ошондай мәлдә ирекле көтөүҙә йөрөгән һыйырҙарҙың эләгеп китмәүен кем гарантиялай ала? Ғөмүмән, халыҡ ситтән килеп ит йыйыусылар менән иғтибарлыраҡ эш итһә ине”, – тип борсолоуҙары менән уртаҡлашты Баймаҡ хоҡуҡ һаҡсылары.

     Редакцияға ла малын юғалтып, уны табырға ярҙам итеүҙе һорап мөрәжәғәт итеүселәр бар. Ҡайһы берәүҙәр ғәйепле тип уйлаған кешенең исем-шәрифен дә яҙып ебәрә. Беҙ был хаттарҙы Баймаҡ эске эштәр бүлегенә йүнәлтәбеҙ. Сөнки енәйәтте асыу – оператив эш иткән тәфтишселәрҙең хеҙмәте. 
     Кешеләрҙең шундай сығымдар түгеп тәрбиәләгән малына иғтибарһыҙ булыуы ла борсолдора. Мәҫәлән, һыйыры юғалған осраҡта ул был хаҡта бер-ике аҙна үткәс кенә хәбәр итә. Шулай уҡ ғариза яҙған граждандар малы ҡайтып инһә лә, хоҡуҡ һаҡсыларына әйтергә онота. Күрше-тирәһенең, ауылдаштарының һыйыры нисек юғалыуы йәки был турала ниҙер ишетеүе тураһында ла өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күреүселәр бар. Эйе, кеше малы йәл түгелдер ҙә, әммә ошо уҡ бәлә һиңә ҡағылмаясаҡ тип тулы ышаныс менән әйтеп булмай бит. 
     Малды көтөүҙә йөрөтөү, уға ышаныслы көтөүсе ҡуйыу, кәртә-ҡураны бикләп тотоу ғына күҙ терәп торған һыйырығыҙҙы бурҙарҙан һаҡлаясағы тураһында онотмағыҙ.

      Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.