11 сент. 2012 г.

3D ФОРМАТЫНДАҒЫ КИНО ҠАРАП БУЛАСАҠ



Баймаҡ ҡалаһындағы берҙән-бер “Ирәндек” кинотеатрына күптән инде капиталь ремонт талап ителә. Бинаның тейешле талаптарға яуап бирмәүе, ҡыйығынан һыу үтеүе сәбәпле, стеналары һәм түбәнең  ҡарайыуы күптәргә мәғлүмдер. Ҡараңғылыҡ хөкөм һөргән бинаны мәҙәниәт усағы тип атау ауыр. Һәм бына, ниһайәт, проблемалар хәл ителеү өҫтөндә: Баймаҡ ҡалаһының 75 йыллығын ҡаршылау маҡсатында ҡабул ителгән махсус программаға ярашлы, кинотеатрҙы реконструкциялау ҡаралған. Мәҙәниәт усағында ниндәй эштәр башҡарыласаҡ? Ниндәй үҙгәрештәр буласаҡ?


– 1984 йылда асылғандан алып унда бер тапҡыр ҙа ремонт булғаны юҡ. Әле бына барлыҡ ремонт эштәренә 7 млн һум аҡса бүленде. Беренсе сиратта ҡыйыҡты яңыртып ябырға уйлайбыҙ. Бинаға һыу үтеү сәбәпле, 200 мең һумға төшкән янғын хәүефһеҙлеге сигналы ла эшлектән сыҡты. Шунлыҡтан уны ла алмаштырыу ҡарала. Ремонт эштәрендә ярҙам күрһәткәндәре өсөн муниципаль район һәм ҡала хакимиәттәренә рәхмәт белдерәбеҙ, – тине кинотеатр директоры А.И. Халиҡова. 
Бөгөн кәрәкле документтар әҙерләп тапшырылған. Ремонт эштәрен атҡарыу өсөн подрядсы ойошманы билдәләү буйынса ошо көндәрҙә конкурс иғлан ителәсәк. 
Ысынлап та, бинаның эсе ҡот осҡос хәлдә. Тамашасылар залы ла ҡотһоҙ: һыуыҡ, ҡараңғы... Бында ла тулы реконструкция үткәреләсәк, тип белдерҙе А.И. Халиҡова. Кинотеатрҙың ишектәре, креслолар алмаштырыласаҡ, электр энергияһы һәм йылылыҡ менән тәьмин итеү селтәре лә тулыһынса яңыртыласаҡ. Инвалидтар өсөн кинотеатрға инеү урыны эшләнәсәк, айырым креслолар урынлаштырыласаҡ, бәҙрәф менән файҙаланыу уңайлыҡтары булдырыласаҡ. 
Кинотеатрҙың матди-техник базаһын яҡшыртыу буйынса ла саралар планы ҡаралған. Күптәр яратып өлгөргән 3D форматындағы фильмды ҡарау өсөн айырым зал булдырыласаҡ. Ә әлегә, ремонт эштәре башланғанға ҡәҙәр, кинотеатр үҙенең төп функцияһын үтәй: кинолар күрһәтелә, дискотекалар үткәрелә.

Лилиә ТАКАЕВА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.