13 сент. 2012 г.

БОРОДИНО ҺУҒЫШЫ. 200 ЙЫЛДАН ҺУҢ...

 
    1812 йылғы Ватан һуғышындағы Бородино алышы тарих биттәрендә айырым урын алып тора. Мәскәү йылғаһы буйында барған был һуғышта Рәсәй ҙә, Франция ла ҙур юғалтыуҙар кисерә. Ләкин Бородино һуғышы – Наполеондың һүҙҙәре менән әйткәндә, «француздар был һуғышты еңеп сығыу, ә рустар еңелеү белмәҫ армия булараҡ дан ҡаҙаныу хоҡуғына эйә булған алыш».
  1-2 сентябрҙә Бородино яланында 200 йыл элек булған ҡанлы алышты сәхнәләштергән тамаша үтте. Хәбәр итеүебеҙсә, унда Башҡортостандан да делегация ҡатнашты. Улар араһында Баймаҡтан ике вәкил: Өмөтбай ауылы мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Айҙар Рамаҙан улы Мәжитов һәм Ҡаратал ауылы эшҡыуары Айбулат Рәжәп улы Байғотлин да барҙы. Беҙ улар менән осрашып, тәьҫораттары менән уртаҡлашыуҙы һораныҡ.
   
     – 2005 йылда “Бөрйән батыры” район конкурсында ҡатнашҡандан һуң Өфө ҡалаһында урынлашҡан “Төньяҡ амурҙары” клубы етәксеһе Илдар Шәйәхмәтов минең менән бәйләнешкә сыҡты. Шулай итеп, ошо клубтың ағзаһы булып киттем, – тине Айбулат Байғотлин. – 27 августа 45 кешенән торған Башҡортостан делегацияһы, шул иҫәптән “Төньяҡ амурҙары” клубынан 14 ағза һәм ике ат, Мәскәү ҡалаһына табан юлландыҡ.

     – Айбулат аша Илдар Шәйәхмәтов менән телефондан аралашҡандан һуң, миңә лә ошо клубҡа ағза булып инергә насип булды, – тип әңгәмәгә ҡушылды А.Мәжитов. – Быйыл июндә Өфөләге тарихи архивта эҙләнгәндә олатайым Ҡотлозаман Ҡотлогилдиндың Бородино һуғышында ҡатнашыуы асыҡланды. Шуға ла унда барып ҡайтыу теләге ҙур ине. Ошо тәңгәлдә эҙләнеүемде дауам иттем. Уҡыусым Басир Ирмәковты район мәктәптәре араһында уҙған фәнни-ғәмәли конференцияла Ватан һуғышы яугиры образында сығыш яһауға әҙерләнем. Ҡыҙыҡһыныуым мине Бородиноға алып килде. Клубтан Дон казактарының формаһын бирҙеләр. Ғөмүмән, бында бөтә нәмә лә ысынбарлыҡты сағылдырырға һәм тап килеп торорға тейеш. Формалағы төймәләргә тиклем ҡарап, тикшереп индерәләр. Юғиһә, пропуск бирмәйҙәр.

     Башҡортостан делегацияһы атлылар полкының лагерында урынлаша. Тәүҙә улар 2010 йылда Бородино яланында Илдар Шәйәхмәтов авторлығында Ватан һуғышында һәләк булыусыларға арналған стелаға барып сәскә һала.
     Тантана Шевердино ауылындағы Бородино һуғышында һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә бағышланған монументҡа сәскә һалыуҙан башлана. Унда ташҡа уйып яҙылған: “Aux Morts de la Grande Armee – Мертвым Великой армии” тигән юлдар бар. Әйткәндәй, ул 1837 йылдың авгусында, генерал-лейтенант Николай Раевскийҙың батареяһы урынлашҡан ерҙә асылған. Сарала Рәсәй Федерацияһы Президенты В.В. Путин, Францияның экс-президенты Валери Жискар д` Эстен  ҡатнашыуы ҙур әһәмиәткә эйә. 
     200 йыл элек, 1812 йылдың 7 сентябре иртәһендә, Бородино ауылы эргәһендә ике ҙур көс осраша: Наполеондың 135 мең һалдаты һәм Рәсәй армияһының 100 мең кешеһе. Был көндө һуғыш яланында яҡынса 85 мең кеше ятып ҡала. Юғалтыуҙар ике яҡтан да тигеҙ була тиерлек... Шулай итеп, 15 сәғәт барған алыш, 200 йылдан һуң, 80 минутлыҡ театрлаштырылған тамаша итеп һүрәтләнә. 
     – 50 туптан, мылтыҡтарҙан атҡанға бөтә ер төтөнгә күмелде, тауыштарҙан тирә-яҡ яңғырап торҙо. Ундай шау-шыуға өйрәнмәгән аттар өркөп, ҡасыу яғын ҡараһа, беҙҙең башҡорт аттары тын ғына үлән ашауын белде, – тине А.Байғотлин. – Ғөмүмән, башҡорттарҙы яҡшы танып беләләр. Мин, мәҫәлән, Бөрйән ырыуы кейемендә булһам да таныйҙар. Унда ҡатнашыусыларҙың ниндәй формала булыуына ҡарап, уның кем, ҡайҙан, ниндәй полкта хеҙмәт итеүен билдәләргә мөмкин. Ғөмүмән, сит илдән килеүселәр менән башҡорт телендә һөйләшһәң, руссаға ҡарағанда яҡшыраҡ аңлайҙар. 
     Айбулатҡа Мәскәүҙә Өфөнән һатып алынған, бер кемгә лә баш бирмәгән Кронс ҡушаматлы башҡорт тоҡомло атты тотторалар. Ҡыйыу егеттең ҡурҡыу белмәҫ ҡуш йөрәкле икәнен аңлаған ат күндәмгә әйләнә. Ә инде Айҙар Мәжитов Кутузовтың шәхси һаҡсыһы ролендә “хеҙмәт итә”. “Баймаҡтан өсәү булдыҡ, – тип шаяртты улар. – Ҡуянтауҙан Өфө йылҡысылыҡ заводы һатып алған Саян ҡушаматлы ат та беҙҙең менән барҙы”.
    Тамашала барлығы 120 клуб ҡатнаша. Рәсәйҙән тыш Бельгия, Франция, Польша, Шотландия, Балтика буйы илдәренән килгәндәр. Ватан һуғышындағы бар күренеш ысынбарлыҡҡа тап килтереп сәхнәләштерелә. Алыштан һуң Кутузовтың башҡорттарға килеп: “Любезные вы мои башкирцы! Молодцы! ” – тип баш кейемен һалыуына тиклем күрһәтелә. Әйткәндәй, Кутузов ролен Павел Тимофеев башҡара. Тамаша ҡарарға яҡынса 150 мең тирәһе кеше килә. Америка, Канада, Франция, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән дә күп булалар.
     – Беҙҙең команданы үҙенсәлекле кешеләр тулыландырҙы, уларҙың барыһын да “аяҡлы энциклопедия” тип атарға мөмкин, шул ҡәҙәр күп беләләр, – тине А.Мәжитов. – Клуб етәксеһе Илдар Шәйәхмәтов, БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы, бейеүсе Рафаэль Амантаев, Польшала йәшәүсе үҙ башҡортобоҙ Азат Ҡужиндар ғына ни тора! Әйткәндәй, Азат Ҡужин бер нисә сит телде белә, иркен аралаша. Учалынан Мәжит Ибраһимов менән Өфөнән Юлай Ғәлиуллиндар улдарын да алып барған. Был сараның йылдан-йыл киң ҡолас ала барыуы ҡыуандыра. Халыҡ-ара кимәлдә ойошторолған тамашала балаларҙың да ҡатнашыуы тарихтың ысынбарлығын сағылдырырға мөмкинлек бирә. Казак кейемендәге бер малайҙың ҡулындағы ҡылыста “1740 йыл” тип сүкеп яҙылған датаны күреп ғәжәпләндем. Шулай итеп мин ҡулымда ысын реликвияны тотоп ҡараным. 
     Айбулат Байғотлин өс йыл рәттән Бородино көндәрендә ҡатнаша икән. Айҙар Мәжитов иһә: “Бородино яланында булған бер аҙна миңә тарих уҡытыусыһы булыр өсөн киткән 6 йылға ҡарағанда ла күберәк мәғлүмәт тупларға ярҙам итте. Ошо дәүергә ҡайтып, ундағы ысынбарлыҡты үҙ күҙҙәрем менән күрҙем, – тине. – Дәреслектәрҙә ошо теманы өйрәнер өсөн ике генә сәғәт бирелә. Ә хәҙер миңә ун сәғәт тә етмәҫ кеүек”.
     – Тарих боҙоп күрһәтелергә тейеш түгел, тигән маҡсаттан сығып, барлыҡ саралар ысынбарлыҡта күрһәтелеүе бик отошло, беҙ күргәндәрҙе һөйләп кенә аңлатырлыҡ түгел, унда барырға кәрәк. Шул дәүерҙә йәшәгән дворяндар, уларҙың кейемдәре, ат егелгән кареталар, тотҡан эттәре лә – барыһы ла XIX быуатҡа тап килә, – тине Айбулат Байғотлин.
     А.Мәжитов менән А.Байғотлин был сарала ҡатнашыу мөмкинлеге биргән бағыусыларға айырым рәхмәт белдереп китеүҙе үтенде. Улар: мәғариф бүлеге начальнигы Ринат Фазылйән улы Ильясов, Баймаҡ ҡала биләмәһе башлығы Исмәғил Әхмәт улы Бураншин, Темәс ауылы эшҡыуары Радмир Фәрит улы Ирназаров, Түбә ауылы эшҡыуары Илдар Шамил улы Йомағолов.

 Лилиә ТАКАЕВА.
 ФОТОЛАРҘА: Бородино яланында; Башҡортостан делегацияһы стела эргәһендә.

Фотографии в альбоме «Бородино» Һаҡмар гәзите на Яндекс.Фотках

Баймак - Бородино - 2012

Баймак - Бородино - 2012

Баймак - Бородино - 2012

Баймак - Бородино - 2012

Баймак - Бородино - 2012

Баймак - Бородино - 2012

Баймак - Бородино - 2012

Баймак - Бородино - 2012

Баймак - Бородино - 2012

Баймак - Бородино - 2012

Баймак - Бородино - 2012

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.