31 авг. 2012 г.

Һаулығым – байлығым

Матур булып олоғайыу – үҙе бәхет...

Ҡартайыу—иртәме-һуңмы, һәр кемгә килгән ғүмер мәле. Янып үткән йәшлек, ныҡ баҫып торған урта йәштәр үтеүгә ишегебеҙгә тормош көҙө шаҡый. Ул ваҡытҡа әҙәм балаһы төрлө ауырыуҙарға дусар була, улар йылдар үтеү менән күбәйә, нығый бара. Шул уҡ ваҡытта ҡартайғанда сирҙәрҙең аҙыраҡ булыуы йәки бөтөнләй ауырымау һәр кемдең ихтыяр көсөндә.

Белгестәр тарафынан ир-егеттәрҙең һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың ғүмер оҙайлығы араһында ике йыл ғына айырма барлығы раҫланған. Әммә төрлө насар күренештәрҙең тәьҫире арҡаһында ул 14 йылға барып етә. Статистик мәғлүмәттәргә ҡарағанда, хеҙмәткә яраҡлы йәштәге ирҙәр гүзәл заттарға ҡарағанда күпкә йышыраҡ вафат була. Беҙҙең районда, мәҫәлән, 2011 йылда ошондай йәштә 244 ир-егет һәм 70 ҡатын-ҡыҙ мәңгелек донъяға күскән.
Үҙеңә, һаулығыңа иғтибарлы булыу, һау-сәләмәт тормош алып барыу, тәмәке, хәмерҙән баш тартыу кешенең ғүмерен оҙайта. Әлбиттә, был өлкәлә медицинаның да әһәмиәте бик ҙур, әммә кешенең оҙаҡ һәм бәхетле йәшәргә үҙ теләге булмаһа, табиптар уға бер нисек тә ярҙам итә алмай.
Ҡайһы бер ғалимдарҙың фекеренсә, ваҡытына ярашлы һәм ваҡытынан алда ҡартайыусылар бар. Алдан ололар рәтенә баҫыусыларҙың биологик йәше үҙенең йәшенән алдараҡ бара. Билдәле булыуынса, 60 йәштән 74 йәшкә тиклемгеләр – оло, 75-89 – ҡарт, 90 йәштән өлкәнерәктәр оҙаҡ йәшәүселәр тип һанала. Рәсәйҙә уртаса ғүмер оҙонлоғо 70 йәш тип иҫәпләнһә, беҙҙең районда ул бик түбән. Былтыр ул ни бары 61 йәш тә  8 айҙы ғына тәшкил итте. Шуға күрә оло йәштәгеләр үҙҙәренә айырыуса иғтибарлы булырға, әүҙем тормош алып барырға тейеш.
Әлбиттә, нисек йәшәргә, ниндәй тормош алып барырға кәрәклеген һәр кем үҙе һайлай. Арабыҙҙа һаулығын ҡаҡшатҡан, алама ғәҙәттәрҙе юлдаш иткән, медицина хеҙмәткәрҙәренең кәңәштәрен инҡар итеүселәрҙең күп булыуы күңелде әрнетә.
Гипертоник ауырыуҙар, шәкәр диабеты, мейе, йөрәк тамырҙарының холестерин төйөрсәләре менән ҡапланыуы ҡартайыу ауырыуҙарына инә. Ололарҙың һәр икенсеһе гипертоник сирҙәр менән яфалана. Ҡан баҫымының ҡапыл күтәрелеүе инфаркт, инсультҡа килтереп, кешеләр инвалид булып ҡала йәки уларҙың ғүмере өҙөлә. Шулай уҡ ғәҙәти ҡан баҫымы тигән төшөнсә хәҙер юҡ икәнлеген иҫкәртәбеҙ. Бар ололар өсөн яҡшы булып һаналған күрһәткес – 120/80.
Кешенең организмында холестерин һәм шәкәрҙең күбәйеүенә хәрәкәт итмәү, һимереү, тәмәке тартыу, көйәләнеү булышлыҡ итә. Оло кеше өсөн ябай көсөргәнешлек тә йөрәккә бирә, уның хәлен ала. Шуға күрә кеше тағы ла аҙыраҡ хәрәкәтләнә башлай. Был, үҙ сиратында, күҙ күреү, ҡолаҡ ишетеү, хәтерҙе юйыуға килтерә, атлап йөрөштө насарайта. 
Ололарҙың һимереүе лә ҡартайыу мәлен тиҙләтә. Сөнки һимеҙ кеше йөрәк, ҡан тамырҙары сирҙәренә дусар була, шәкәре арта. Артыҡ көсөргәнешлекте кисерә алмаған организм тиҙерәк ҡартая башлай.
Өлкәндәр өсөн шәкәр диабеты айырыуса хәүефле сир. Ул ҡартайыуға ғына түгел, ә һуҡырайыу, инсульт, инфаркт, аяҡ-ҡулдың гангренаһына килтерә. Шәкәр диабеты нәҫелдән, артыҡ күп ашауҙан, йыш көйәләнеүҙән килә.
Шулай уҡ ололарҙың онкологик ауырыуҙарға ла йыш дусар булыуын билдәләргә кәрәк. Яман шеште дауалап булыуы хаҡында онотмағыҙ! Тик уның өсөн табипҡа ваҡытында мөрәжәғәт итергә, үҙеңде һаҡларға кәрәк.
Кешенең иммунитеты ҡаҡшауы ла тиҙ ҡартайыуға, төрлө ауырыуҙарға килтерә.
Хәҙер ғүмерҙе нисек оҙайтыу тураһында уйланайыҡ. Һәр кем тормош девизы итеп халҡыбыҙҙың боронғо һәм бик аҡыллы мәҡәлен алырға тейеш. Ул – ХӘРӘКӘТТӘ – БӘРӘКӘТ.
Ятырға, тик ултырырға яратҡан кеше тиҙ олоғайыу ғына түгел, ә ауырыуҙарға ла бирешеп кенә бара. Хәрәкәт иткән ваҡытта ғына йөрәк, үпкә беҙҙең өсөн мөһим булған кислород менән байыуы хаҡында онотмағыҙ.
Әгәр оҙаҡ һәм һау-сәләмәт йәшәргә теләһәгеҙ, көн һайын, йәшегеҙгә ҡарап, үҙегеҙгә тейешле физик күнекмәләр эшләү мотлаҡ. Был 2-5-10 километр йәйәү йөрөү, сәләмәтлек төркөмөндә шөғөлләнеү йәки баҡсала эшләү (эшләгәндә ялға туҡтарға, артыҡ көсәнмәҫкә кәрәклеген хәтерегеҙҙән сығармағыҙ!).
Оло кешеләр үҙҙәренең нисек туҡланыуына ла ҙур иғтибар бирергә тейеш. Иң мөһим талап – аҙлап ашау.
Шулай уҡ туҡланғанда түбәндәге ҡағиҙәләрҙе хәтерегеҙҙән сығармағыҙ:

  • майлы аҙыҡты һәм тәм-томды бик һирәк ҡулланыу,
  • склерозға ҡаршы йүнәлтелгән ашамлыҡтар менән туҡланыу,
  • һөт һәм һөт аҙыҡтарын ҡулланыу,
  • артыҡ һыу эсмәү,
  • бер үк ваҡытта ғына туҡланыу,
  • аҙыҡты бүлеп, тәүлегенә 4-5 мәртәбә аҙлап ашау.
Помидор, кәбеҫтә, ҡыяр, сыр, һимеҙ булмаған ит, тауыҡ ите һәм күркәнең түшкәһе, кишер, йомортҡа, емеш-еләкте (банан, виноград, финиктан тыш) күпләп ашарға була.
Өлкәндәргә маргарин, май, майонез, һимеҙ ит һәм балыҡ, ыуылдырыҡ, шәкәр, кәнфит, иҫерткес эсемлектәрҙән тыйылырға кәрәк.
Һәр оло кеше йоҡоноң файҙалы һәм дауалау тәьҫиренә эйә булыуын оноторға тейеш түгел. Нәҡ йоҡо йәшәртеү көсөнә эйә. Олоғая килә төштән һуң һәм киске аштан алда йоҡлап алырға кәрәк.
 
Һеҙ ҡала һәм райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашырға тейешһегеҙ. Был йәһәттән өлкәндәр өсөн асылған Халыҡ университеты бик популяр. Унда ололар өс йүнәлеш буйынса уҡый: инглиз теле, һауыҡтырыу физкультураһы, компьютерға өйрәнеү.
 
Үҙеңде ҡарау, ваҡытында ял итеү, йоҡлау, насар ғәҙәттәрҙән баш тартыу, һау-сәләмәт тормош алып барыу ғына ғүмер көҙөнөң бәхетле үтеүенә булышлыҡ итер. Ә инде яҡын кешеләрегеҙгә һәр саҡ кәрәкле һәм ҡәҙерле булыуҙан йөҙөгөҙ нурланыр, һәр көнөгөҙ тик шатлыҡҡа сорналыр. Күңелегеҙ ҡартаймаһын, һеҙгә ҡарап: “Эх, була бит шундай кешеләр!” тип һоҡланһындар. Бәхетле һәм оҙон ғүмерле булығыҙ, ҡәрҙәштәр!
 
Ш. ӘБДРӘХИМОВ, үҙәк ҡала дауаханаһының баш врачы урынбаҫары.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.